Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 598


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺУҒАРЫУ
ҡуйылған. Баҫыу һуғарылды. Сәсеүлек ташҡын мәлендә һуғарылып ҡалды.
ҺУҒАРЫУ (һуғар-) (Р.: поить; И.: water; T.: suvarmak) ҡ.
1. һыуға алып барып эсереү (малды). □ Поить. // Поение. Ат һуғарыу. Мал һуғарыу. Һуғарырға мәкегә алып барыу. ■ [Саҙрислам] аранға инде лә волостан егеп ҡайтҡан атын етәкләп, Тоҡанбаш шишмәһенә һуғарырға төшөп китте. Ф. Иҫәнғолов. Ырыҫбай бабай ҡайтып сәй эсте лә Вәсиләләрҙец һыйыр-һарыҡтарын һуғарып килде. Р. Ғабдрахманов.
2. һыуға туйындырыу (ерҙе)] һыулау. П Орошать. // Орошение. Яһалма һуғарыу. Тәбиғи һуғарыу процесы, һуғарыу каналы. Ер һуғарыу каналдары төҙөү. ■ [Әсәһе - Фәс-хетдингә:] Бынау һыу тигәнец ағастарҙы һуғара тигәс, күцелем рәхәтләнгәндәй булды әле. Ғ. Аллаяров, һыу илаһи шишмәләр урғылдыра, йылғалар ағыҙа, әҙәмдәргә лә, мал-тыуарға ла таҙа эсәр һыу бирә, болондарҙы һуғара, һыу көҫәгән уйҙарҙы бөтөрә. С. Бәҙретдинов.
3. күсм. Күңелде ни менән дә булһа туйындырыу. □ Вдохновлять, обнадёживать. Дәрт менән һуғарыу. Өмөт менән һуғарыу. К Ысынлап та, был мөхәббәт минец рухымды яцы, мәғәнәүи хәйәт менән һуғарҙы. М. Ғафури. Лиза, ысынлап та, тик һөйөүҙе белә,.. үҙенец пак энергияһы менән һуғара ла, күстәнәстән ауыҙ иттергәндәй, барыһына ла муллап өләшә. Г. Ғиззәтуллина.
4. күсм. Ут кеүек ҡыҙҙырып һыуға һалыу (тимерҙе)] сыныҡтырыу. □ Закаливать. // Закалка. Ҡорос һуғарыу. М [Сынбулат бабай] балта һуғарырға булһа ла, кешегә күрһәтмәй, йәшеренеп эшләй. И. Ғиззәтуллин. [Сынбулат бабай:] Ҡорос һуғарыу йәмкә һуғыу, ҡыцғырау яһау түгел. И. Ғиззәтуллин.
♦ Эт (йәки ел) һуғарыу эшһеҙ бушҡа ваҡыт уҙғарыу. □ Бездельничать. Эт һуғарып йөрөү. ■ Үҫмер шулай эт һуғарып йөрөп ятыр ине, моғайын, тик бер көндө ҡаланан атаһына туғаныраҡ һаналған Файҙа ҡайтып төштө. Р. Байбулатов. Байҙар байҙарса эшләй, бөтә ғаиләһе менән баҫыуҙа һыҙырылып ята, ә батрак менән зимагур һаман элеккесә урамда ел һуғара. Р. Камал. Эт һуғарыр әҙәм юҡ бер кеше күренмәй,
бөтөнләй бер кем дә юҡ, тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Абсолютно никого нет. Урамда эт һуғарыр әҙәм юҡ.
ҺУҒАРЫШЫУ (һуғарыш-) ҡ. урт. ҡар. һуғарыу, взаимн. от һуғарыу. Мал һуғарышыу. Ат һуғарышыу.
ҺУҒЫЛМА I (Р: быстрина; И.: tide-rip; T.: ivinti yeri) и.
1. Йылға барып ҡағылған урын. □ Быстрина.
2. Юлда барғанда барып, ҡағылып киткән урын. □ Заход, заезд куда (по пути, по дороге). Һуғылма яһау. Һуғылма яһап китеү. Һуғылма ерем бар.
ҺУҒЫЛМА II (Р: эпилепсия; И.: epilepsy; T.: sara) и. диал.
1. Психоневрологик өйәнәктәр барлыҡҡа килтергән хроник ауырыу; быума. □ Эпилепсия. / Эпилептический, һуғылма булыу. Һуғылма менән яфаланыу. Һуғылма ауырыуы. Һуғылма йүтәле.
2. миф. Ауырыу эйәһе. □ Дух болезни. һуғылмаһы тота уны. һуғылма һуға.
ҺУҒЫЛМА III (Р: лихорадка; И.: fever; T.: humma) и. диал.
Бер ҡалтыратып өшөтә, бер яндыра, ҡыҙҙыра торған йоғошло ауырыу; биҙгәк. □ Лихорадка, малярия, һуғылма йоҡтороу, һуғылма менән ауырып ятыу. һуғылманан донъя ҡуйған.
ҺУҒЫЛТЫУ (һуғылт-) (Р: встретить; И.: meet; T.: rastlamak) ҡ. диал.
Күреп ҡалыу, уйламағанда тап итеү; осратыу. □ Встретить. Ингәндә һуғылттым. Ҡапҡа алдында һуғылтыу. Урамда һуғылтыу. Уйламаған ерҙә һуғылтыу.
ҺУҒЫЛЫНЫУ (һуғылын-) (Р: попасть; И.: get into; T.: isabet etmek) ҡ. диал.
Тап булыу, эләгеү. □ Попасть. Бер түгел, өс аслыҡҡа һуғылындыҡ. Юлға һуғылыныу. Ҡаршыға һуғылыныу.
ҺУҒЫЛЫУ I (һуғыл-) ҡ. төш. ҡар. һуғыу 1-4, 7-14, 16, 19, 20, 24, 26, 27. страд, от һуғыу 1-4, 7-14, 16, 19, 20, 24, 26, 27. һуғылған ашъяулыҡ, һуғылған иген. Я [Шофёр:] Ярай, мин хәҙер үтешләй идараға һуғылып, әйтеп китермен. Р. Солтангәрәев. • Иләнмәгән, һуғылмаған, ҡайным, һицә бер ыштан. Әйтем. Ҡыҙ балаға ҡаты һуғылыу ярамай, ҡыҙ хаҡы - тәнре хаҡы. Әйтем.
598