Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 597


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺУҒАРЫЛЫУ
һөт теше ауыр сыға. Теш ҡаҙналары ҡысый, һөт теше сығып килә.
ҺӨТ ТӨШӨҮ (һөт төш-) ҡ. ҡар. һөтләнеү. Йәш малға тиҙ генә һөт төшмәй. Үлән һутланғас, һыйырҙар елененә һөт төштө.
ҺӨТ ТУҒАНЫ (Р.: молочный брат; И.: milk brother; T.: süt kardeş) и.
1. Бер әсәне имеп үҫкән бер туған туғаны, ҡәрҙәше. □ Молочный брат (родные дети, выкормленные одной матерью). Бер туған һөт туғандар.
2. Бер инәне имгән ике сит бала (бер-береһенә ҡарата бер туған йә ҡәрҙәш булмаған)', имсәктәш. □ Молочные братья (не родные дети, выкормленные одной матерью), һөт туғаны булыу.
ҺӨТ ҺАУЫТЫ (Р: молочник; И.: vessels for milk; T.: süt kabı) u.
Һөт ҡойоу өсөн тәғәйен махсус һауыт. □ Молочник (сосуд), һөт һауыты һатып алыу. Сәскәле һөт һауыты. Быяла һөт һауыты. Һөт һауытын ярыу. Һөт һауытын сайыу.
ҺӨТ ЭСЕРЕҮ (Р: поение молоком (ритуальное действие, имеющее обережную силу)', И.: soft of Bashkir rite; T.: süt içirmek) и. миф.
Һөт ярҙамында бәлә-ҡазанан һаҡлау йолаһы. □ Поение молоком (ритуальное действие, имеющее обережную силу). М Юлға сыҡҡанда һөт эсереп, икмәк тешләтеп алып ҡалабыҙ. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺУҒАН (Р: лук; И.: onion; T.: soğan) и. бот.
1. Ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған эсе ҡыуыш ҡыяҡ япраҡлы, йомро төплө әсе йәшелсә. □ Лук (лат. Allium). Әсе һуған. Татлы һуған. Һуған орлоғо. Һуған сәсеу. һуған уҫтереу. Баш ярған һуған. Ҡара һуған. Орлоҡ һуғаны. Һуған йолҡор мәл. Ш Акулина ҡул аҫтына инә башлаған ҡыҙҙары менән .. Беуә туғайында баҡса яһап, кәбеҫтә, һуған, картуф, бутән йәшелсәләр уҫтерә ине. Ш. Янбаев. Май баштарында Фишер биш-алты ҙур ғына тутәлгә һуған, кишер сәстерҙе. Р. Өмөтбаев. Был түтәлдә һуғандар уҡтай ҡыяҡ һуҙғандар. Ғ. Ғүмәр. • Суфый һуған ашамаҫ, ҡабығын да ташламаҫ. Әйтем.
2. Шул йәшелсәнең ашай торған һабағы йәки төбө. □ Перо лука, зелень лука, корень
употребляемые в пищу. Бер бау һуған. Йәшел һуған. Һуған ҡыяғы. Һуған һаҡалы. Һабаҡҡа уҫеусе һуған. Ҡышлау һуғаны. М Әҙ генә йәшел һуған менән әнисте лә турап һалғас, аштың төҫөн күреүгә ук телеңде йоторлоҡ булды. М. Садиҡова. Ҡуҙ асып ҡарауға, һуған баулаусылар аяҡ һалындырып ултыралар, һуған баштарын .. ырғытышалар ине. Й. Солтанов. Йәшел һуған, йәш укроп һибелгән һөт өйрәһен яратып ашап күңелдәре көрәйгән ике малай йәнә урамға ашыҡты. Т. Даянова.
3. кусм. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең һабағы төбөндәге йомро өлөшө. □ Луковичные растения (луковичнаячастьрастения). Тюльпандың һуғаны, һуғандан уҫеусе гөл. Һуғандан уҫтереу. Сөмбөл гөлөнөң һуғаны. Гладиолус һуғанын ултыртыу.
4. миф. Кире көстәрҙе ҡыуыусы үҫемлек. □ Лук (мифологизированноерастение, имеющее отгонную силу благодаря острому запаху). Һалыуға һуған һалалар. Зәхмәттәр һуған еҫен яратмай.
♦ һуған һыуы һурыу асығыу □ Голодать. Һуған һыуы һурып ятыу. һуған һыуы һурырға тура килмәһен.
ҺУҒАНБАШ и. ҡар. һуған 1. Һуғанбаш-тарҙы бауға үреү. Һуғанбаш йолҡоу. Һуған-баштары эре, һутлы булған.
ҺУҒАНЛАНЫУ (һуғанлан-) (Р: обра зовать луковицу; И.: form onions; T.: soğan yumrusunu oluşturmak) ҡ.
Һуғанға тумалыу. □ Образовать луковицу. Һуғанлана башлау, һуғанланып ултырыу, һуғанланыу осоро.
ҺУҒАНЛАУ (һуғанла-) (Р: приправлять луком; И.: onion; T.: soğanlamak) ҡ.
һуған ҡушыу, һуған менән тәмләү, һуғанлы итеү. □ Приправлять луком, приправить луком; добавлять лук в пищу, һуғанлап бәлеш бешереу. Һуғанлап аш бешереү. Һуғанлап ашау. һуғанлап ҡуйыу. М Ҙур ғына ҡалъяны һуғанлап, тоҙлап ашап алды Исҡужин. Ә. Вәли.
ҺУҒАРТЫУ (һуғарт-) ҡ. йөкм. ҡар. һуғарыу. понуд. от һуғарыу. Ат һуғартыу. Сәсеулекте яһалма һуғартыу.
ҺУҒАРЫЛЫУ (һуғарыл-) ҡ. төш. ҡар. һуғарыу, страд, от һуғарыу. Ат һуғарылып
597