Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 596


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺӨТЛӘГӘН
тороп ҡалды, юртаҡ аттар, һөтлө һыйырҙар урынына - купер янында яңғыҙ өй һәм ғумергә яңғыҙ, буйҙаҡ тормош. И. Абдуллин. • Үлгән һыйыр һөтлө була. Әйтем.
ҺӨТЛӘГӘН (Р.: молочай; И.: milkwort; T.: sütleğen) и. бот.
1. Ике өлөшлөләр ғаиләһенә ҡараған тар ғына ваҡ япраҡлы, йәшел һары суҡ сәскәле, һөтлө үлән. □ Молочай (лат. Euphorbia). М Һөтлөгәндәр, һары һөтлөгәндәр ерҙе ҡаплап сәскә атҡандар. Р. Ғарипов. [Кәзә йырлай:] Һөтлөгәндән һөт алдым, балтырғандан бал алдым, балаҡайым, ишек ас! Әкиәттән.
2. диал. Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған ҡыуыш һабаҡлы, һары суҡ сәскәле, туҙғаҡ орлоҡло ваҡ үлән үҫемлек; бабайбаш, бәпембә. □ Одуванчик, һөтлөгәндәр сәскә атҡан. Болонлоҡто һөтлөгәндәр ҡаплаған.
3. и. диал. ҡар. һары билсән. Һөтләгән утау. Һөтләгән тамыры. М һөтләгән улә-ненең ыуыҙ ғына көйө лә һуты яман, бармаҡтарҙы имәнес һары йәшел төҫкә буяй, билсәне энә кеуек сәнсеп, усты тишеп бөтөрә, кесерткәндең яуызлығын һөйләп тә тораһы тугел. Г. Яҡупова.
ҺӨТЛӨК I (һөтлөгә) (Р: яма для хранения молока на летовке; И.: sort of pit; T.: süt saklama yeri) и. һөйл.
1. һөйл. Йәйләүҙәге һөт һаҡлай торған соҡор. □ Яма для хранения молока на летовке. Һөтлөккә һөт ҡуйыу. Һөтлөк яһау. Һөтлөктө йымлап ҡаплап ҡуйыу.
2. диал. Йәйге аш бешереү урыны. □ Летняя кухня. Һөтлөккә кусенеу. Йәйен һөтлөктә ашап йөрөу.
ҺӨТЛӨК II (һөтлөгә) (Р: рожки сепаратора; И.: separator snout; T.: separatörün bir detayı) и. диал.
Сепарат мороно. □ Рожки сепаратора. Һөтлөктән һөт аға башланы.
ҺӨТЛӨК III (һөтлөгә) и. диал. ҡар. һары билсән. Һөтлөк уҫкән ер. Һөтлөк баҫыуҙы баҫҡан. Һөтлөк сәскәһе.
ҺӨТЛӨКӘЙ и. диал. ҡар. һөтләгән 3. Һөтлөкәй сәскәһе. Һөтлөкәй һабағы. Һөтлөкәй һуты. Һөтлөкәй тамыры. ■ [Булат:] Тиҙерәк ҡарҙар иреп, ағып китһен, ер асылһын, унан көпшә, ҡуҙғалаҡ, йыуа, һөтлөкәй, эх, унан һуң! К. Кинйәбулатова.
ҺӨТЛӨКӘС и. диал. ҡар. һары билсән. Һөтлөкәс һуты. һөтлөкәс уты.
ҺӨТЛҮЛӘН и. диал. ҡар. һары билсән. Һөтлулән һөтө.
ҺӨТЛӘНЕҮ (һөтлән-) (Р.: прибавлять молока; И.: add milk yield; T.: sütlenmek) ҡ.
1. Һөтлөгә әйләнеү, һөтлө булыу. □ Прибавлять молока (о дойных животных). Оло һыйыр һөтләнде. Үлән шәбәйгәс, һыйыр һөтләнә. ■ Һыйырҙар, бейәләр һөтләнде. Б. Рафиҡов.
2. һут йыйып өлгөрә башлау, һөткә ултырыу (ашлыҡҡа ҡарата). □ Наливаться. // Наливание (о злаках и растениях). Һөтләнеу осоро. Үлән һөтләнде. Һөтләнеп өлгөрмәгән башаҡтар, һөтләнә башлау. ■ [Миһранов] һөтләнеп тулыша башлаған башаҡтарҙы һаҡ ҡына ҡулдарына алды. Р. Кинйәбаев.
ҺӨТ ӨҪТӨ (Р: сливки; И.: cream; Т.: sütbaşı) и.
һөттөң өҫкө яғына сыҡҡан ҡаймаҡ. □ Сливки. Һөт өҫтөн һөҙөп алыу. Һөт өҫтөн ҡушып ҡамыр баҫыу. Салатҡа һөт өҫтөн һалыу. Бутҡаны һөт өҫтө ҡушып бутау.
ҺӨТСӨ (Р: молочник; И.: milk seller; T.: sütçü) и. һөйл.
һөт һатыусы. □ Молочник, продавец молока. һөтсөләр баҙарҙа куренмәй. Урам буйында торған һөтсөләрҙән һөт алыу. Һөтсөләр һөткә хаҡ арттырған. Ҡайһы яҡ һөтсөһө?
ҺӨТСӨЛӨК (һөтсөлөгө) (Р: молочный; И.: dairy; T.: sütçülük) и.
һөт етештереү эше. □ Молочный, һөтсөлөктә эшләу. Һөтсөлөктә махсуслашыу. Һөтсөлөк совхозы. Һөтсөлөк фермаһы. ■ Колхоздың беренсе һөтсөлөк фермаһы йәмле Әсән йылғаһы буйында урынлашҡан. Д. Бүләков.
ҺӨТ СЫҒАРЫУ (һөт сығар-) и. диал. ҡар. һөт айыртыу. Иртән һөт сығарып алыу. Һөт сығара башлау. Һөт сығарып бөтөу.
ҺӨТ ТАРТЫУ (һөт тарт-) и. диал. ҡар. һөт айыртыу. Сепарат аша һөт тартып алыу. Һөт тартып ултырыу.
ҺӨТ ТЕШЕ (Р: молочный зуб; И.: milk tooth; T.: süt dişi) и. анат.
Сабыйҙың йә хайуандарҙың тәүге сыҡҡан тештәре; имсәк теше. □ Молочный зуб. һөт теше сығарыу. Һөт теше төшөу. Баланың
596