ҺӨТЛӨ
(йәки ҡош һөтө) хыялдың сигендә булған, мөмкин булмаған, табып булмай торған нәмә. □ Птичье молоко, букв. Голубиное молоко. Кугәрсен һөтө һорау. Күгәрсен һөтө (йәки ҡош һөтө) генә юҡ һый-хөрмәттең бик бай булғанын һөйләгәндә әйтелә. □ соотв. Не хватает только птичьего молока (о достатке). Ҡош һөтө генә булманы. Кугәрсен һөтө генә тапмағандар, һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек рәхәт, ҡәҙер-хөрмәт менән. □ соотв. Как сыр в масле (кататься). Һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеуек булыу. Һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеуек уҫеу.
ҺӨТ АЙЫРТЫУ (һөт айырт ) (Р.: сепарировать молоко; И.: separate milk; T: sütün yağını sütten ayırmak) ҡ.
Сепаратор аша үткәреү (һөттө). □ Сепарировать молоко, пропустить через сепаратор. М һыйырҙы һауып көтөугә ҡыуғас, Иркә .. һөттө айыртырға ла уҙе барып ҡайтты. Ә. Вәли. Икенсе көндө инде шишмә буйында, сепаратта һөт айыртҡанда, .. Нур хаҡында һөйләнеләр. И. Абдуллин.
ҺӨТ БИҘЕ (Р.: молочная железа; И.: mamma; glandula mammaria; T.: meme bezi) и. анат.
Кеше һәм һөтимәр хайуандарҙың бала тапҡандан һуң һөт бүлеп сығарыусы күкрәктәге ҡуш биҙе; күкрәк биҙе. □ Молочная железа, грудная железа. Катын-ҡыҙҙың һөт биҙе. һөт биҙе шешеу.
ҺӨТ БИРЕҮ (Р: ритуализированное действие, направленное на защиту коровы от нечистой силы; И.: soft of Bashkir rite; T.: bir gelenek) и. миф.
Һөттән өлөш сығарыу йолаһы. □ Ритуализированное действие, направленное на защиту коровы от нечистой силы. ■ Эңерҙә һөт бирһәң, өҫтөнә икмәк йәки кумер һалып бирергә кәрәк. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺӨТИМӘР (Р: млекопитающее; И.: mammal; T.: memeli) с.
Һөт имеүсе һәм имеҙеүсе. □ Млекопитающее. Һөтимәр йәнлектәр. Һөтимәр хайуан. ■ Урман араһында, туғайҙарында һөтимәр кейектәр - һомғол ҡоралайҙар, йәғни илектәр. Әйтерһең, Илек урманы. С. Бәҙретдинов.
ҺӨТИМӘРҘӘР (Р: млекопитающие; И.: the mammals; T.: memeli) и. зоол.
Балаларын һөт менән туҡландыра торған умыртҡалы хайуандар; имеҙеүселәр. □ Млекопитающие. (лат. Mammalia). Кук кит һөтимәрҙәр класына ҡарай. Ерҙә йәшәусе һөтимәрҙәрҙең кубеһе - емшәр хайуандар. ■ Аслыҡ - һис бер йән эйәһенә туған тугел. Һөтимәрҙәр араһында иң зиһенлеһе, иң ғәйрәтлеһе кеше өсөн дә. С. Ильясов.
ҺӨТ ИНӘҺЕ (Р: кормилица; И.: fostermother; T.: sütana) и.
һөт имеҙеп үҫтереүсе ҡатын. □ Кормилица. һөт инәһе булыу. ■ Хан ҡыҙы уҙенең һөт инәһен эҙләп киткән, ти. Әкиәттән.
ҺӨТ КҮТӘРЕҮ (һөт күтәр-) (Р: перестать доиться; И.: stop giving milk; T.: süt kesilmek) ҡ. диал.
һөт килмәй башлау; һыуалыу. □ Перестать доиться. Быуаҙ һыйыр һөт кутәрҙе. Кыҫыр һыйыр һөт кутәрмәй. Йылан имгән һыйыр һөт кутәрҙе.
ҺӨТКӘ УЛТЫРЫУ (һөткә ултыр-) (Р: колоситься и доходить до молочной спелости (о злаковых)’, И.: form ears; T.: başaklanmak) ҡ.
Емләнә башлау (игенгә ҡарата); баш ҡоҫоу. □ Колоситься и доходить до молочной спелости (о злаковых). Башаҡтар саҡ һөткә ултыра башланы. Һуң сәселгән баҫыу ашлығы һөткә ултырмаған әле.
ҺӨТ-ҠАТЫҠ (Р: молочные продукты; И.: dairy produce; T.: süt ve katık) и. йыйн.
Һөттән яһалған төрлө аҙыҡ. □ Молочные продукты. / Молочное. Һөт-ҡатыҡ етештереу. һөт-ҡатыҡ эшкәртеу. һөт-ҡатыҡҡа туйыныу. Һөт-ҡатыҡҡа мохтажлыҡ кисереу. Һөт-ҡатыҡ ризыҡтары. Магазинда һөт-ҡатыҡ булегенә инеу. М Өйҙә ҡалған әҙәм астан улмәҫ, һөт-ҡатыҡ эсеп булһа ла көн курер. Р Өмөтбаев.
ҺӨТЛӨ (Р: молочный; И.: milky; T.: sütlü) с.
1. һөт ҡушылған, составында һөтө бар. □ Молочный (о продуктах), һөтлө ҡәһеуә эсеу. һөтлө сәй яһау. һөтлө аш бешереу. М [Әлфиә:] Их, әсәкәйем, булһын ине әле бына ошо блиндажда һинең һөтлө сәйең. И. Абдуллин.
2. һөттө күп биргән. □ Молочный (о животных). һөтлө бейә. Һөтлө кәзә. ■ Снаряд ярсығы уң ҡулын сайратты [Ласлоның]. Шулай итеп, йәш, көслө ҡул урынына яҫы ең генә
595