ҺӨРӘТМӘ
ҺӨРӘТМӘ и. диал. ҡар. һөйрәтке, Һөрәтмә менән бесән ташыу. Һөрәтмәгә тейәү. Йәйләүгә һөрәтмә менән күсеү.
ҺӨС (Р.: фас!; И.: pass!; T.: köpek kışkırtma sesi) саҡ.
Этте ҡотортоп, һөсләтә торған һүҙ. □ Фас! Взять! (возглас, которым направляют собак к атаке). ■ Әбей ишек төбөндәге Алабайға ҡарап: «Һөс!»-тине һәм Алабай шунда уҡ һаулай-һаулай баҡса ситәненә һикерҙе. Ғ. Ғүмәр. Ғибәҙәт .. сынйырға бәйләп ҡуйған этен ысҡындырып: «Һөс, һө-ө-с! Кетмер, һөс, һөс!»-тип һөсләтте. Я. Хамматов. Бикйән Мәргән ҡондоҙ менән ике һуйырҙы ергә ырғытып ташланы ла: «һөс, Алабай!» - тип китеп тә барҙы. «Бикйән Мәргән».
ҺӨСИТ и. диал. ҡар. хөсөт. Уйында тик һөсит ҡылыу. Һөсит ҡылып үс алыу.
ҺӨСКӨРТӨҮ (һөскөрт-) ҡ. диал. ҡар. һөсләтеү 1, 2. Этте ят малға һөскөртөү. Һөскөртә башлау. Һөскөртөп ебәреү. ■ Әлеге «кәбеҫтә күсәне» бында ла Әхмәткә һырлыҡты, һаман яурыны менән төрткөләй. Малайҙар ҙа һөскөртә. 3. Ураҡсин.
ҺӨСЛӘТЕҮ (һөсләт-) (Р.: натравливать; И.: etch; T.: kışkırtmak) ҡ.
1. Этте һөс тип, өрөргә, ҡыуырға өндәү. □ Натравливать, науськивать (собаку). ■ Айрас Бүребайҙы һөсләтте. Бүребай, абалап барып, кырандасҡа һикерҙе, Өлкаманды талай башланы. Ш. Насыров.
2. күсм. Кешене бер нәмәгә ҡаршы ҡотортоу, өҫкөтөү. □ Натравливать, науськивать. ■ Хәмзә бутай донъяны. Кешеләрҙе бер-береһенә һөсләтә. Яр. Вәлиев.
ҺӨСЛӘҮ (һөслә-) ҡ. ҡар. һөсләтеү. ■ Әллә ниндәй был Сафа, .. этте һөсләй бесәйгә, сыйылдата көсөктө. К. Кинйәбулатова.
ҺӨСТӨКЛӘҮ (һөстөклә-) ҡ. диал. ҡар. һөпөсөкләү. Балаһын һөстөкләп кенә тора. Йәш сабыйҙы һөстөкләү. Ҡыҙ баланың күңелен күреп һөстөкләү.
ҺӨСТӨРТӨҮ (һөстөрт-) ҡ. диал. ҡар. һөсләтеү. Этте һөстөртөү. Малға Алабайҙы һөстөртөү. Уйламай һөстөртөү. ■ Ғайса пәйғәмбәр тыуырға яҡынса бер быуат ярым ҡалғас, Үҫәргәндең Ҡытай менән генә түгел, ҡан ҡәрҙәше һундар (Башҡорт) иле менән дә
аралары ҡырҡыулашҡан - хәйләкәр Ҡытай императоры уларҙы бер-береһенә һөстөртөп үсләштергән. Й. Солтанов.
ҺӨТ (Р: молоко; И.: milk; T.: süt) и.
1. Ҡатын-ҡыҙҙың һәм инә һөтимәр хайуандарҙың күкрәк биҙенән бүленеп сыҡҡан, яңы тыуған балаһын туйындырыу өсөн хеҙмәт иткән аҡ шыйыҡ матдә. □ Молоко. Әсә һөтө. Күкрәк һөтө. Һөт төшөү. Һөт килеү. Һөт имеү. Һөт биреу. Әҙәп, әхлаҡ әсә һөтө менән инә. ■ [Күсмәҫ хан:] Мин бер болан осратҡайным, атмаҡсы булып, йәйәмде ҡулға алһам, болан апсая баҫты ла имсәктәренән һөтө эйеп китте. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Бала тора-килә күкрәк һөтөнән төңөлдө, ашауға һалынды. Ж. Кейекбаев. • Бер бейәнең ике имсәге - береһе кипһә, һөтө юҡ. Әйтем. Ҡоштоң һөтө юҡ, йылҡының үте юҡ. Әйтем. Инә һөтө менән инмәгән тана һөтө менән инмәй. Мәҡәл.
2. Аҙыҡ өсөн һыйырҙан, кәзәнән һ. б. хайуандарҙан һауып алынған шыйыҡлыҡ.
□ Молоко. / Молочный. Һыйыр һөтө. Кәзә һөтө. Дөйә һөтө. Бейә һөтө. Бешкән һөт. Һөҙөлгән һөт. Айыртылған һөт. Көҙгө һөт. Ҡуйы һөт. Ыуыҙ һөтө. Айыртҡан һөт. Сей һөт. Әсегән һөт. Һөт ҡайнатып эсереү. Һөт һауып алыу. Һөт әсеү. ■ Тәҙрә лә төбөндә ултырып ойоном да йылы һөт кеүек. Сеңләүҙән. • Һыйыр һауған кәзә һауғандан һөт һораған. Әйтем. Һыйыр ҡото - елендә, елененән алда - телендә. Әйтем. Быҙауы үлгән һыйырҙың һөтө булмай. Әйтем.
3. бот. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙә йәки үҫемлектең орлоғонда була торған ҡуйы һут.
□ Млечный сок. Бәпембәнең һөтө. Һөтлөгәндең һөтө. Кокос һөтө. Бәшмәк һөтө. Миндаль һөтө. Пальма һөтө.
4. миф. Йәшәйеш, муллыҡ символы, һаҡлау көсөнә эйә булған изгеләштерелгән ризыҡ. □ Молоко (священный сакрализован-ный напиток). ■ Тәүге һөттө мейес ҡултығына һалалар. «Башҡорт мифологияһы »нан. Хәләл һөт йыландар батшаһын терелтә. «Башҡорт мифологияһы»нан.
♦ Ауыҙында инә һөтө лә килмәгән бик йәш, тәжрибәһеҙ кешегә ҡарата әйтелә. □ соотв. Молоко на губах не обсохло. Күгәрсен
594