ҺӨРӘТКЕ
ит һөрһөтөп, айыуы оло байрам ҡорғаны. «Күбәләк-Тиләү батырҙары»нан.
ҺӨРҺӨҮ (һөрһө-) (Р.: испортиться (о мясе[ И.: go bad (of meat); T.: çürümek) ҡ.
1. Оҙаҡ тороп, ҡаҡланып, һөр еҫе алыу (иткә ҡарата). □ Испортиться, протухать (о мясе). Һөрһөп сыҡҡан, һөрһөй башлаған. Ит бик тиҙ һөрһөмәһен өсөн кесерткәнгә урағандар. П [Юлсылар] Ирәндек тауының ҡаяларында йөрөп арығандан һуң, кул ситенә килеп, ут яғып, һөрһөгән иттәрҙе шеш менән утта бешереп, ҡымыҙ эсеп, ашап алалар. Хикәйәттән. Ауыл араһында телдән телгә йөрөгән был һуҙгә ҡайһы берәуҙәр ышанманылар. һөрһөгән ит еҫе аңҡып тора икән тегенең [Сәмиғулланың]өйөнән. Усаҡ араһында һөйәк-һаяҡтар тулып ята, ти. Ж. Кейекбаев.
2. Иҫкереп еҫләнеү. □ Протухать. Һөрһөп бөтөу. һөрһөп ятыу.
3. кусм. Иҫкереү, туҙыу. □ Стареть, ветшать. ■ [Байбисә - Алтынбайға:] Еткән егетһең, кәләш ҡуйынында рәхәтләнеп ятаһы урынға бынау һөрһөгән келәттә бушҡа ғумер уҙғараһың. 3. Ураҡсин.
4. кусм. мыҫҡ. Эшһеҙ, хәрәкәтһеҙ торған кешегә ҡарата әйтелә. □ Застыть, бездельничать. ■ [Карт - улына:] Ни, .. бынау ваҡытта һөрһөп йоҡлап ятаһың, тор. Б. Бикбай.
ҺӨРӘ I (Р.: раз; И.: time; T.: defa) и. диал.
Тапҡыр, мәртәбә. □ Раз. Ике һөрә айыу курҙем. Бер һөрә саҡырыу. ■ Июндең тәуге яртыһында ике-өс һөрә ямғырҙар яуып утте. Т. Ғарипова.
ҺӨРӘ II и. ҡар. һөйрәтке, һөрә менән бесән ташыу. Ҡышын һөрә менән утын ташыйҙар. Бер һөрә ағас алып ҡайтыу.
ҺӨРӘН (Р: крик; И.: cry; Т: саг) и.
Халыҡҡа ишеттереп йәки халыҡты саҡырып ҡысҡырған көслө тауыш. □ Крик. ■ Һағайҙым мин көҙгө елдәр аша ишетелгән таныш һөрәнгә. К. Кинйәбулатова. Ярһыуҙан ҡара янып сыҡҡан Зәкиҙең нәфрәтле һөрәне тегене [Сәлимде] тағы ла һеңгәҙәтә төштө. Р. Байбулатов.
ҺӨРӘН-ҠЫЙҠЫУ (Р: шум гам; И.: tumult; noise; Т.: саг) и. йыйн.
Ҡысҡырышҡан көслө тауыш. □ Шум-гам. һөрән-ҡыйҡыу ҡупты. ■ Көндөҙ бында
[баҡсала] йәш уҫмер малайҙар һөрән-ҡыйҡыу киләләр. Ж. Кейекбаев. Фашистарҙың кубеһе иҫерек, уҙҙәре тәртипһеҙ рәуештә һөрән-ҡыйҡыу ҡысҡыралар. Ж. Кейекбаев.
ҺӨРӘНЛӘҮ (һөрәнлә-) (Р: громко кричать, орать; И.: vociferate; cry aloud; T.: bangır bangır bağırmak) ҡ.
Халыҡҡа ишеттереп йәки халыҡты саҡырып, ныҡ ҡысҡырыу; һөрән һалыу. □ Громко кричать, орать. Һөрәнләй башлау. Ярҙамға һөрәнләу. һөрәнләп һөйләшеу. Халыҡҡа ишеттереп һөрәнләу. Донъяға яр һалып һөрәнләу. ■ Гөлбаныу туйтанлап кәртә яғына барҙы ла һөрәнләне. Н. Мусин. Ғибат менән Айытбай икәуһе бер тирәлә старостанан зарланып йөрөгәндә, уларға Ҡалҡыс Әхмәди һөрәнләне. Ж. Кейекбаев.
ҺӨРӘНЛӘШЕҮ (һөрәнләш-) ҡ. урт. ҡар. һөрәнләү, взаимн. от һөрәнләү. ■ Төйәләҫ һыуы буйлап йәш егеттәр һөрәнләшеп бесән сабалар. Халыҡ йырынан. Ҡатын-ҡыҙҙар еләккә йә муйылға барһа, .. кем матурыраҡ һөрәнләй, тип, сиратлап, ана шулай урман яңғыратып, көйләп һөрәнләшергә тотонорҙар ине. Н. Мусин. Әле лә уйламаған ерҙән атакаға ташланған башҡорт һыбайлыларын кургәс, казактар ҡаушап ҡалды, һөрәнләшергә тотондолар. Р. Солтангәрәев.
ҺӨРӘН ҺАЛЫУ (һөрән һал-) ҡ. ҡар. һөрәнләү. Донъяға һөрән һалыу, һөрән һалып тороу. ■ Яҡындағы урам таштарын тыпырлатып, һөрән һалып, кумәк һыбайлылар сабып утте. Р. Байымов. Келәт янында.. йортбаҡсы тора. Курҡынысыраҡ мәлдәрҙә Шаҡман турә хатта икешәрҙе ҡуя - береһе ҡарап торһа, икенсеһе, хәуефле хәл килеп сыҡһа, һөрән һалып, йәйләуҙе аяҡҡа баҫтырырға тейеш. К. Мәргән. [Яйыҡ батыр]саба-елә барышлай, аҡырып һөрән һалған, ти, һөрәнләгән тауышы бер көнлөк юл алған, ти. «Иҙел менән Яйыҡ».
ҺӨРӘТ и. диал. ҡар. һуҙмаҡай. Һөрәткә эш ҡушма.
ҺӨРӘТКЕ I и. диал. ҡар. һуҙмаҡай, һө-рәтке ҡуҙғалғансы кис етә.
ҺӨРӘТКЕ II и. диал. ҡар. һөйрәтке. Йәйләугә ку екәндә һөрәткегә һалып ку серҙе -ләр әйберҙәрен.
593