Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 634


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺҮРӘН
ҺҮРӘН (Р.: угасающий; И.: getting extinct; T.: sönmekte olan) c.
1. Янып торошо һүлпән; яныр-янмаҫ (ут, усаҡ, ялҡын һ. б. хаҡында). □ Угасающий, медленный (об огне, костре, пламени и т. п.). һурән ҡуҙ. һурән яныу. һурәнусаҡ. Ҡоймаҡты һурән утта бешереу. Һурән утта төнәтмәне ҡайнатып алыу. ■ һурән генә мейес утынан өйгә йылылыҡ, танау ҡымырйытырлыҡ ялҡын еҫе таралды. С. Ильясов. Ишеге ярым асыҡ төпкө булмәлә һурән генә шәм яна. Й. Солтанов. Ҡабыҙып ебәрер уты ла һурән, яныр утыны ла сей булды, ахырыһы. Ғ. Хөсәйенов.
2. Яҡтылығы тулы булмаған. □ Слабый (о свете), һурән яҡтылыҡ. Ҡиске ҡояштың һурән нурҙары. ■ Ҡарсыҡтың йөҙөнә бурандан һуң ҡапыл асылып, яҙылып киткән ҡояштың ҡышҡыса һурән, ләкин яҡты нуры төшә. Т. Ғарипова. Фәузиә аш өйҙән төшкән һурән яҡтылыҡтан улының куҙҙәрен эҙләне. Т. Ғарипова. Тәндәктән куренгән бер нисә йондоҙҙоң һурән генә емелдәуе таң һарыһы еткәнлеген аңғарта ине. М. Ямалетдинов.
3. Эҫелеге әҙ. □ Плохо натопленный, не-протопленный (о печи, бане и т. п.), һурән мейес, һурән мунса.
4. диал. Бешеп етмәгән, сейерәк булған. □ Плохо испёченный, непропечённый (о хлебе и т. п.). Һурән икмәк, һурән кумәс. Һурән бәрәмәс.
5. кусм. Дәрт-ҡеүәтһеҙ, һүлпән. □ Вялый, бессильный, неторопливый. Һурән тормош, һурән эш. Эш һурән бара. ■ Әңгәмә һаман һурән барҙы: нимәлер етмәгән кеуек, һөйләгән һуҙҙәр бер-береһенә йәбешмәгән кеуек тойолдо. Ж. Кейекбаев. Туҡһандың өҫтөнә сыҡҡан Кесе инәйем бер иртәлә утә бойоҡ куренде. Мин [Кендек]хәл-әхуәл һорашҡас, имен, тине, хатта йылмайған да булды, ләкин барыбер уның куңеле һурән ине. М. Кәрим.
6. кусм. Бик үк теләге булмаған, дәртһеҙ. □ Вялый, холодный. Ҡыҙҙың куңеле һурән. М Атай һурән генә йылмайҙы ла хәлһеҙ ҡулы менән ымланы. Р. Бикбаев. Сатура, уҙе лә һиҙмәҫтән, шул ҡыҙға көнләшеуен тойоп, уҙ алдына ирен ситтәре менән һурән генә йылмайып ҡуйҙы. Р. Вәлиев. Һабрау һурән генә йылмайып ҡуйҙы. Ә. Хәкимов.
ҺҮРӘНКЕ (Р: угасающий; И.: dying (of flames); T.: sönmekte olan) c.
1. Һүнеп барған, һүрелгән. □ Угасающий, потухший, һурәнке усаҡ. Һурәнке тором-баштар. Һурәнке ҡуҙҙар емелдәп ҡуя.
2. диал. ҡар. һүрән 3. Мунса һурәнке булған. Икмәк мейесе һурәнке булған.
3. кусм. Һүлпән, дәртһеҙ. □ Вялый, апатичный. Һурәнке генә әйткеләшеп алды һалдаттар. ■ Хаммат, был һурәнке тауышҡа ҡапыл тертләп, хужаға кутәрелеп ҡараны.
3. Биишева.
ҺҮРӘНКЕЛӘНЕҮ (һүрәнкелән-) ҡ. ҡар. һүрелеү 3. һурәнкеләнгән мейес. Һурәнке-ләнгән мунса, һурәнкеләнеп бөтөу.
ҺҮРӘНЛӘНДЕРЕҮ (һүрәнләндер ) (Р: остужать; И.: cool; T.: serinleştirmek) ҡ.
һүрәнгә әйләндереү, һүрән итеү. □ Остужать. Мейесте һурәнләндереу. Мунсаны һурәнләндереу.
ҺҮРӘНЛӘНЕҮ (һүрәнлән-) (Р: остужаться; И.: become cool; T.: serinleşmek) ҡ.
1. Һүрәнгә әйләнеү, һүрән булыу; һүрелеү. □ Остужаться. Ут һурәнләнә. Ҡуҙ һурәнләнә. ■ Өҫтәлгә ҡуйылған шәм дә, майы бөтә барғанға, ныҡ һурәнләнде инде. Ғ. Хисамов.
2. Эҫе хәлдән ҡайтыу; һүрелеү. □ Охладиться. ■ Кинйә йәйләуенә килгәндә, көн эҫеһе ярайһы уҡ һурәнләнә башлағайны инде. Ғ. Ибраһимов. Нисектер, көн ҡараңғыланып, һурәнләнеп киткәндәй булды. М. Кәрим. Эңер яйлап ҡына уҙ хоҡуҡтарын яулай, офоҡ ситендәге шәфәҡ нурҙары һурәнләнә. Р. Камал.
3. кусм. Көс-ҡеүәттән, ҡыҙыулыҡтан ҡайтыу; һүрелеү, һүлпәнләнеү. □ Замедляться, охладиться. Хәрәкәт һурәнләнде. Эш һурәнләнде. Шаулап торған байрам бер сама һурәнләнде. ■ Дәртле генә барған йыйылыш бер аҙ һурәнләнә төштө. С. Агиш. Эстәге куңелле тамаша, һунеп барған ут төҫлө, нисектер, һурәнләнеп, һулпәнләнеп ҡалғайны. Р. Байбулатов. Тора-бара Миңлебикәнең куҙ-ҙәрендәге осҡондар һурәнләнде, уларҙы моңһоулыҡ томаланы. Н. Мусин.
4. диал. Кәмеү, аҙайыу. □ Уменьшиться. Бер аҙҙан халыҡ һурәнләнде. Мыжғып торған ҡырмыҫҡалар һурәнләнә төштө.
ҺҮРӘНЛӘТЕҮ (һүрәнләт-) (Р: остужать; И.: cool; chill; T.: serinleştirmek) ҡ.
634