ҺҮРӘТЛӘМӘ
1. Һүрәнгә әйләндереү, һүрән итеү; һүрәнәйтеү. □ Остужать, охлаждать. Утты һурәнләтеу.
2. кусм. һүлпән итеү, баҫылдырыу. □ Замедлять. Эште һурәнләтеу. М [Булек начальнигы:] Тағы шул һары әлтәй! Бәтә коллективҡа кире йоғонто яһай, эште һурән-ләтә. Б. Рафиҡов.
ҺҮРӘНҺЕҮ (Р.: слегка остывший; И.: slightly cool ed down; T.: soğumuş) c.
Һүрәнәйә төшкән, бер аҙ һүрән. □ Слегка остывший, һурәнһеу ут. һурәнһеу мунса, һурәнһеу кумер.
ҺҮРӘНӘЙЕҮ (һүрәнәй-) ҡ. ҡар. һүрәнләнеү 1-3. Томра эҫелек кискә табан һурәнәйҙе. Эш һурәнәйә. һурәнәйә барыу. Асыуы һурәнәйә тәштө. ■ Киң даланың көндөҙгө эҫелеге бөтөп һурәнәйҙе, тын алырға иркенерәк булып китте. А. Таһиров. Мәжлес геуләуе һурәнәйә төшкәйне. Б. Рафиҡов.
ҺҮРӘНӘЙТЕҮ (һүрәнәйт ) (Р: замедлить; И.: slow down; T.: yavaşlatmak) ҡ.
Һүрәнгә әйләндереү, һүрән итеү. □ Замедлить. Утты һурәнәйтеу. Эште һурәнәйтеу. Газды һурәнәйтеу. ■ Ҙур мискәнән бер юлы һибелгән һыу утты аҙыраҡ һурәнәйтте, янған стеналарға яҡыныраҡ барырға мөмкин булды. Ә. Вәли. Көн, ҡыҙыулығын һурәнәйтеп, кискә ауып бара ине. А. Таһиров.
ҺҮРӘПӘН (Р.: старый (о тропинках и дорогах); И.: olden; T.: eski) с.
Иҫке, онотолоп бөткән. □ Старый, заброшенный (о тропинках и дорогах), һурәпән юл. Һурәпән һуҡмаҡ. ■ Эсе ныҡ бошҡан Мөхәмәтша юл ситендәге беленер-беленмәҫ ятҡан һурәпән генә һуҡмаҡтан китте. И. Ноғманов.
ҺҮРӘПӘН ЮЛ (Р: старая тропинка; И.: old path; dilapidated road; T.: eski yol) u.
Үлән баҫып бөтөп барған иҫке һуҡмаҡ, элекке юл. □ Старая тропинка, заброшенная дорога. ■ Оло һырт буйлап бер һурәпән юл утә. Уны «Ҡуңыр буға юлы» тип йөрөтәләр. М. Ҡотлоғәлләмов.
ҺҮРӘТ [ғәр. öjjx-a] (Р: рисунок; И.: depiction; picture; T.: resim) и.
1. Нимәнеңдер төҫ-килбәтен, рәүеш-бул-мышын сағылдырып, ҡулдан яһалған күсермә, рәсем. □ Рисунок. Иҫ киткес матур
һурәт. Бала һурәте. Ағас һурәте. Һурәт яһау. һурәт төшөрөу. ■ Балалар һурәт төшөрә башлағас, Лиза ла шуның менән мауығып китте. Г. Ғиззәтуллина. Ҡыҙҙарға шиғыр янына төшөрөлгән бесәй һурәттәре айырата оҡшаны. 3. Биишева. Батыр уҡыуҙан ҡайтыу менән һурәттәр яһай. Б. Бикбай.
2. Оптик аппарат ярҙамында яһалған күсермә. □ Снимок, фотография. Һурәткә төшөу. Я Мин немец минаһының ярсығы тишкән комсомол билетының эсенән алып, әсәле-уллы төшкән рәсем курһәттем. М. Кәрим. Стеналар төрлө артистарҙың һурәттәре баҫылған журнал битен хәтерләтә ине. Р. Байбулатов.
3. Нимәнеңдер уй-хыялдағы сағылышы. □ Отражение, представление. ■ Уның [Сәлихтең] куҙ алдына өсөнсө көн генә ҡаланан ҡайтҡас кургән Миңъямал һурәте килеп баҫты. С. Агиш.
4. Нимәнеңдер тышҡы рәүеш-килбәте, ҡиәфәт. □ Облик. ■ [Теге ҡыҙ:] Мин әбей ҙә була алам, теләгән бер нәмә һурәтенә инә алам. Әкиәттән. [Фәтихов:] Иблис батыр ирҙәрҙе дөрөҫ юлдан сығарып боҙорға теләһә, һылыу ҡыҙҙар һурәтенә инер, ти. И. Абдуллин.
5. Баҡса емеш-еләген сүпләргә килгән ҡоштарҙы йә башҡа нәмәләрҙе ҡурҡытыу өсөн эшләнгән фигура; ҡарасҡы. □ Чучело. Баҡса һурәте. Көнбағыштарҙы һаҡлаусы һурәт. Емеш-еләк баҡсаһына һурәт эшләп ҡуйыу.
ҺҮРӘТЛЕ (Р: с рисунком; И.: with а picture; T.: resimli) с.
һүрәттәр менән биҙәлгән, һүрәт төшөрөлгән. □ С рисунком, с рисунками; с картинкой, с картинками, һурәтле китап. ■ Ошо, Мамин тигән кеше, бер ваҡыт Боряға ҡалын, куп һурәтле бер китап килтергәйне. Ә. Чаныш. Хөснөлхаҡ еҙнәй парланып киткән куҙлеген ҡулъяулығы менән һөртөп кейә лә һурәтле ҡағыҙҙы уҙ ҡулына алып ҡарай. М. Садиҡова. Көҙгө эсендә ҡара бәрхәт кәзәкейенең балыҡ һурәтле көмөш ҡаптырмалары ялтырап, .. эрелек менән янған тыныс куҙҙәр йылмайып, Ныязғолға ныҡ ышаныс биреп, уның һурәте - игеҙәге ултыра. Һ. Дәүләтшина.
ҺҮРӘТЛӘМӘ (Р: зарисовка; И.: sketch; T.: kısa hikâye) и.
635