ҺҮРӘТЛӘНДЕРЕЛЕҮ
1. Тормошта булған хәл, ваҡиға, кеше тураһында автор үҙе күреп белгәндәренә таянып яҙған бәләкәй әҙәби әҫәр. □ Зарисовка. һурәтләмә яҙыу. Эпик һурәтләмә. Прозаик һурәтләмә. ■ Ләкин иншаларҙы анализлаған саҡта Фәһимдең шиғырын маҡтаны, һурәтләмәһен дә ыңғай яҡтан телгә алды уҡытыусы. И. Ғиззәтуллин. Карнай яҙған һәр мәҡәлә, очерк йәки һурәтләмә бер генә яугирҙы ла битараф ҡалдырмай! Я. Хамматов.
2. Нимә тураһындалыр һүрәтләп яҙылған текст. □ Описание. ■ Ҙур картаның башына «Ҡарсыға кумер ятҡылығы» тип яҙылған һәм географик һурәтләмә бирелгән. Ғ. Хисамов.
ҺҮРӘТЛӘНДЕРЕЛЕҮ (һүрәтләндерел-) ҡ. төш. ҡар. һүрәтләндереү, страд, от һүрәтләндереү. Әҫәрҙә һурәтләндерелгән ваҡиға.
ҺҮРӘТЛӘНДЕРЕҮ (һүрәтләндер-) (Р.: воображать; И.: imagine; T: tasavvur etmek) ҡ.
1. Нимәнелер уй-хыялда сағылдырыу. □ Воображать. ■ Шуларҙы [ваҡиғаларҙы] бына бөгөн төш һымаҡ, куҙ алдынан һурәтләндереп ултырһаң, әсең боша, йөрәгең алҡымыңа килә, тын юлдарың быуыла, куҙеңдән мөлдөрәп борсаҡ-борсаҡ йәш тугәһең. Т. Хәйбуллин.
2. Художестволы формала тасуирлау, күрһәтеү (әҙәбиәттә, сәнғәттә һ. б.). □ Изображать, описывать. Тормошто һурәтләндереу. Тәбиғәтте һурәтләндереу. М Унан уҙ эштәренең бер нисә матур тәжрибәһен һурәтләндереп, Аҡҡуян ауылындағы Сәлихте телгә алды [Хәсән]. С. Агиш.
ҺҮРӘТЛӘНЕҮ (һүрәтлән-) ҡ.
1. төш. ҡар. һүрәтләү, страд, от һүрәтләү. Был картинала ауыл тормошо һурәтләнгән. Китапта башҡорт йолалары һурәтләнгән куренештәр бар. ■ Әкиәттәрҙә лә, халыҡ араһында ла угәй әсә һәр ваҡыт мәкерле, рәхимһеҙ кеше итеп һурәтләнә. М. Садиҡова. Газетаның өҫкө өлөшөндә космос караптары осоп йөрөгән ғаләм киңлеге һурәтләнгән, һулаҡай яҡта ҡараштары юғарыға уҡталған егет менән ҡыҙ һурәте. Р. Байбулатов.
2. Һүрәт рәүешендә сағылыу, һүрәт рәүешендә булыу. □ Изображаться. Һурәт-ләнеп куренә. М Франциялағы стенала ла, Шулгәнташтағы кеуек ук, кейектәр һәм кеше, геометрик фигуралар һурәтләнгән. Ғ. Хисамов. Бына бер заман йәмле Ағиҙел
һәм Ҡариҙел йылғалары буйлап, йылғасыларҙы хайран ҡалдырып бортына ап-аҡ сәскә һурәтләнгән һәм матур эре хәрефтәр менән «Томбойоҡ» тип исемләнгән кәмә елдерә башланы. Й. Солтанов.
ҺҮРӘТЛӘНЕШ (Р.: описание; И.: description; T: tasvir) и.
Һүрәтләнгән күренеш. □ Описание. ■ Әммә .. ваҡиғалар ҡапыл ғына икенсе һурәтләнеш алды. Ә. Үтәбай.
ҺҮРӘТЛӘҮ (һүрәтлә-) (Р: рисовать; И.: draw; T: resim yapmak) ҡ.
1. һүрәт рәүешенә килтереп сағылдырыу, һүрәт итеп төшөрөү. □ Рисовать, изображать. Диңгеҙҙе һурәтпләу. Я Боронғо рәссам Изида-ны төҫө-башы ҡатын сурәтендәге инә ыласын итеп һурәтләп ҡалдырған икән. Г. Яҡупова. Трассаның арҡыры киҫелешен һурәтләгән картаға ҡараһаң, магистралде аңлатҡан тура һыҙыҡ йә осло ҡаяға барып төртөлә, йә тәрән упҡын аша утә. Б. Рафиҡов.
2. Художестволы формала тасуирлау, күрһәтеү (әҙәбиәттә, сәнғәттә һ. б.). □ Описывать что. Тарихты һурәтләу. Тормошто һурәтләу. Тәбиғәтте һурәтләу. ■ Шул арала Шәһиҙә әхирәтенә был сабыйҙың бөгөнгө һәм яҡын киләсәге яҙмышын уҙенсә һурәтләне. С. Ильясов. Куп замандар утһә лә, Миргород, нәҡ Гоголь һурәтләгәнсә, куптәнге таныш ҡала булып куренде Хикмәткә. X. Ғиләжев. «Башҡорт русалкаһы» поэмаһының инеш һуҙендә Владимир Иванович уҙе куреп белгән башҡорт халҡы тормошон, көнкурешен ихлас һәм яратып һурәтләне. Я. Хамматов.
3. һүрәттәр менән биҙәү. □ Иллюстрировать. Китапты һурәтләу. Йыйынтыҡты һурәтләу. Гәзитте һурәтләу.
4. Күҙ алдына килтереү. □ Представлять, воображать. Я Хыялында береһенән-береһе матурыраҡ куренештәр һурәтләп йоҡоға киткәс, [Рауза] тағы ла серлерәк, тауис ҡоштар йәшәгән аллы-гөллө баҡсалар, бейек манаралы таш һарайҙар, ебәктән, атластан ғына кейенгән ят кешеләр курҙе төшөндә. Ш. Янбаев.
ҺҮРӘТСЕ (Р: художник; И.: artist, painter; T.: resimci) и. һөйл.
Һүрәт төшөрөүсе; рәссам. □ Художник. Һу-рәтсе булыу, һурәтсе һәнәре. Оҫта һурәтсе.
636