Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 691


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫРЫНТЫ
3. кусм. Таяныс, ярҙам биреп, яҡынлатыу. □ Приближать, привечать. Баланы уҙеңә һырыҡтырыу. Туғандарҙы һырыҡтырыу. Ауылдаштарҙы һырыҡтырыу.
4. диал. Ҡыҫыу, ҡыҫырыҡлау. □ Припирать, напирать, теснить. М Ғәләу ипләп һөйләп биргәс, Ҡәмәр ҡортҡаны һырыҡтырып өйҙән ҡыуып сығарҙы ла ебәрҙе. Т. Йәнәби.
ҺЫРЫҠ ҺАЛЫУ (һырыҡ һал-) (Р.: жаться; И.: shrink; T: sığınmak) ҡ.
Һыйыныу, һырығыу. □ Жаться, льнуть. Әсәйгә һырыҡ һалыу.
ҺЫРЫЛҒАН (Р.: стёганый; И.: quilted; Т: kapitone) с.
Эсенә йөн, мамыҡ һымаҡ нәмә һалып, үтә сәнсеп тегелгән. □ Стёганый. Һырылған юрған. Һырылған бишмәт. Һырылған көпө.
ҺЫРЫЛЫУ I (һырыл-) ҡ. төш. ҡар. һырыу I, 1. страд, от һырыу I, 1. Салбары йөндән һырылған. Бишмәте мамыҡтан һырылған. Юрғаны ҡаҙ мамығынан һырылған.
ҺЫРЫЛЫУ II (һырыл-) ҡ. ҡар. һырығыу 1, 4. Н Ямғырҙан өшөп, ҡолон инәһенә һырыла. М. Тажи. Байгилде ҡоймаға һырылып уҫкән муйыл ҡыуаҡлығы тәңгәленә етте лә ағас араһына боҫто. Д. Бүләков. Буран, бер аҙ баҫыла төшһә лә, һаман да уҙенекен итергә тырыша, килеп-килеп һырыла һәм, усе ҡанмаған һымаҡ, олоп-олоп ҡуя ине. Ә. Вәли. Гөлзада егеткә килеп һырылды. Ғ. Хисамов.
ҺЫРЫЛЫШЫУ (һырылыш-) ҡ. урт. ҡар. һырылыу II. взаимн. от һырылыу II. Һырылышып йөрөу. ■ Муллалар һырылышып өйгә атылдылар. Т. Хәйбуллин. Бутән балалар ҙа беҙҙең тирәгә һырылыша башланылар. А. Таһиров.
ҺЫРЫМА I с. ҡар. һырма I. һырыма салбар. Һырыма бишмәт, һырыма юрған.
ҺЫРЫМА II и. ҡар. һырма II. Һырыма кейеу. Һырыма тегеу. Йылы һырыма.
ҺЫРЫН I (Р: червь; И.: worm; T: solucan) и. ҡар. ҡорт I, 2.
Бөжәктең йомортҡанан сыҡҡан селәүсен һымағыраҡ балаһы; ҡарышлауыҡ. □ Червь, червяк. Ағас һырыны. Кәбеҫтә һырыны. Ярмаға һырын төшкән. Һырынға ағыу һибеу.
ҺЫРЫН II и. диал. ҡар. һырынды. Һырын һалыу. Бейек һырын. Ҡом һырыны. Ҡар һырыны.
ҺЫРЫНДЫ (Р: сугроб; И.: snowdrift; Т: kürtün) и.
Нимәгәлер һырытып, ел өйгән ҡар; көрт. □ Сугроб, наметённый сильным ветром. Һырынды һалыу. S Тау-тау булып бейек һырындылар йорт-ҡураны баҫты, тултырҙы. Д. Юлтый. Урамдарға арҡыры һырынды ятты, һикәлтәләр яһалды. Р. Низамов. Ҡар төшкәс, ҡапыл ғына һыуытты ла бер нисә көн тоташ тулаған ыжғыр ел ауыл араһын, юлдарҙы ҡар һырындыларына кумде. Ғ. Ибраһимов. Ҡом һырындылары араһында тағы пулялар һыҙғыра башланы. А. Таһиров.
ҺЫРЫНДЫЛАУ (һырындыла-) (Р: намести сугроб; И.: drift (of snowf T: kürtün toplanmak) ҡ.
Һырынды булып өйөлөү. □ Намести сугроб. S Тимер юл буйындағы таҡта кәртәләр эргәһенә ҡар һырындылаған. А. Таһиров.
ҺЫРЫНДЫРЫУ (һырындыр ) (Р: прижимать; И.: press to; T: sıkıştırmak) ҡ.
Ныҡ яҡын килтереп терәлдереү. □ Прижимать. Мөйөшкә һырындырыу. ■ Сәғурә еңгә, ҡыҙҙарынан мөмкин тиклем алыҫыраҡ булырға тырышып, турбаш яҡҡа, иң мөйөшкә һырындырып һалынған ике кешелек урында, май шәм кеуек һыҙып, өнһөҙ тынып ята.
3. Биишева. Туҙан, тупраҡтарҙы елләп осора, алыҫтарға олаҡтыра, ҡая ташлы тауҙарға, ҡалын урман ауыҙҙарына тиклем алып бара ла тау итәктәрендәге таш кәрниздәргә һырындыра, урман ауыҙындағы ағас төптәренә сәсә. А. Таһиров.
ҺЫРЫНМА (Р: назойливый; И.: importunate; T: sırnaşık) с. диал. ҡар. һырышҡаҡ 2.
Кешегә һырышып барыусан. □ Назойливый, навязчивый, һырынма бала. һырынма кеше. Һырынма ҡатын.
ҺЫРЫНТЫ I (Р: занос; И.: movable frames; T: arı kovanında peteklerin yerleşme şekli) и. умарт.
Кәрәҙҙең кейәгә, йәғни умартаның алғы стенаһына ҡарата урынлашыу рәүеше. □ Занос. Йылы һырынты. Һыуыҡ һырынты.
ҺЫРЫНТЫ II и. ҡар. һырынды. ■ Һалҡын һырынтыға төрөнгән сал Урал буйҙарына нисәмә ҡат яҙ килде, нисәмә ҡат йәмле йәй булды. Ә. Байрамов. Соҡорҙарға һәм башҡа ышыҡ урындарға ҡыш буйына
691