Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 690


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫРТЛАУ
3. Арт яҡтан йөрөү. □ Ходить задворками. ■ Күрәһең, был йортҡа кешеләр, урам яҡтан килеүгә ҡарағанда, һыртлап йөрөүҙе яҡшыраҡ һанай торғандарҙыр инде. Б. Бикбай.
4. Өйөү, өймәләм итеү. □ Наложить что-л. горкой, с верхом. ■ Ана, Сабит малайы Хөснулла «Беларусь» арбаһына һыртлап тейәп, шәкәр кеүек ҡайын утыны ҡайтарып ауҙарҙы. Р. Ғабдрахманов.
ҺЫРТЛАУ II (Р.: невысокий пологий хребет; И.: low slightly sloping range of mountains; T: dağların sırtı) и.
1. Тәпәшәк, һөҙәк һырт. □ Невысокий пологий хребет. ■ Арыҫлан, ауыл артына сығып, тәпәш кенә һыртлауға күтәрелде лә Төсөркәй башына күҙ һалды. Ғ. Ибраһимов. Һыртлау оҙон һәм текә генә - аттар бик ярһып елә алмай. Ғ. Хөсәйенов.
2. Ҡалҡыу урын. □ Возвышенность. Һыртлауға менеү. Һыртлауҙан ауыл яҡшы күренә.
ҺЫРТЛЫҠ (һыртлығы) (Р.: продольник; И.: lateral breeching; T: hamut kayışı) и.
1. Ышлыяның һырттан үткән буй ҡайышы. □ Продольник, продольный ремень шлеи. Һыртлыҡ ҡайышы, һыртлығын бәйләү. Һыртлығы өҙөлгән.
2. диал. Ҡамытты, дуғаны күтәртеү өсөн ыңғырсаҡ аша тәртәнән тәртәгә тарттырыла торған бау; арҡалыҡ. □ Чересседельник. һыртлығы түбән булһа, аттың үңгәнен ҡамыт һуға.
3. Өҫкә яҡ. □ Верхняя часть, верх. ■ Тәүҙә, хәтерҙә, матрос күлдәгенең иҙеүҙәрен ала-ҡола тельняшкаһы һыртлығынан яра асып ебәргән, ҙур ҡулдарын ҡыйыу юғары күтәреп сәпәкәйләгән мыҡты үҫмер ине ул [Сәғит]. Й. Солтанов.
4. ҡар. һырт 3. ■ Ике яҡлап килгән ике һыртлыҡ араһындағы үҙәндә .. иртәнге томан күтәрелә. С. Ҡудаш.
ҺЫРТЫҠ (һыртығы) (Р: корова третьего отёла; И.: cow expecting third calving; T.: üçüncü defa buzağıladığı sığır) и. диал.
Өсөнсөгә быҙаулаған һыйыр. □ Корова третьего отёла. ■ Ҡартайғас та мал тотабыҙ әле, һыртыҡ һыйырыбыҙ, бер нисә ҡуйыбыҙ бар. Экспедиция материалдарынан.
ҺЫРЫҒЫУ (һырыҡ-) (Р: жаться; И.: shrink; T.: sokulmak) ҡ.
1. Ныҡ яҡын килеп терәлеү; һыйыныу. □ Жаться, прижиматься. Мөйөшкә һырығыу. Әсәһенә һырығыу. Стенаға һырығып ултырыу. ■ Гөлнур, әкрен генә урынынан тороп, залға сыҡты һәм Райхана апайға һырыҡты. Р. Байбулатов. Ҡобараһы осҡан ҡыҙыҡай мөйөшкә һырыҡты. Д. Бүләков. Сәлим йыуантыҡ Фәйез эргәһенә арҡаһы менән һырыҡты. С. Шәрипов.
2. Таяныс, ярҙам, күңел йылыһы эҙләп яҡынлау. □ Льнуть. Н һыңар күҙле Әбләй ҙә шулар [байҙар] тирәһенә һырыҡҡан. Ғ. Дәүләтшин.
3. диал. Эйәләшеү, ойрәнеү. □ Привыкать, повадиться. ■ Ә Булат, әйтерһең, тамырланып ергә һырыҡҡан. Р. Байбулатов.
4. диал. Һырыу, йәбешеү. □ Липнуть. Әрекмән һырығыу. Еүеш ҡар һырығыу. ■ Ҡар стеналарға, тәҙрәләргә һырыға. Б. Хәсән. Ҡайынлыкул ауылында бына инде бер нисә быуын йәшәп килгән Ишбулдиндар нәҫеле, ауыл халҡы әйтмешләй, «ергә һырығып ятыуҙары» менән башҡаларҙан айырыла ине. Ә. Вәли.
ҺЫРЫҒЫШЫУ (һырығыш ) ҡ. урт. ҡар. һырығыу, взаимн. от һырығыу, һырығышып ултырыу, һырығышып килеү.
ҺЫРЫҠ (һырығы) (Р: шест для подвешивания тушки мяса; И.: pole for curing meet; T.: sırık) и.
Итте ҡаҡларға элә торған ҡолға. □ Шест для подвешивания тушки мяса, һырыҡҡа um элеү. һырыҡта ит ҡаҡлау.
ҺЫРЫҠМА с. ҡар. һырғаҡ II. һырыҡма ел. ■ Епшек ҡарлы һырыҡма бурандар үткәс башланған йылы ҡояшлы көндәр ҙә ошо хаҡта ғына хәстәрлек күрә төҫлө ине. Ә. Вәли.
ҺЫРЫҠТЫРЫУ (һырыҡтыр-) (Р: прижимать; И.: pin to; T.: sıkıştırmak) ҡ.
1. Ныҡ яҡын килтереү; терәлдереү. □ Прижимать, приближать кого, что вплотную. Ҡешене мөйөшкә һырыҡтырыу. ■ Таштимер, ғәҙәтенсә, машинаһын ситкә ҡайырып, таш стенаға һырыҡтырып туҡтата. Д. Бүләков.
2. диал. Йәбештереп ҡуйыу. □ Прилепить, приклеить. Һырыҡтырып ҡуйыу. Һырыҡтырып беркетеү. Уҡтың арт осона бөркөт йөнө һырыҡтыралар.
690