ҺЫРТЛАУ
кәзә. ■ Сажиҙә, Хәлиулланың һыртаҡ ҡараһын егеп, баҫыу буйлап китеп бара ине. И. Ғиззәтуллин. Хәмиҙә әбей һыртаҡ һыйырын ҡаршыларға йүгерҙе. Я. Хамматов.
ҺЫРТАНЫУ (һыртан-) (Р.: отрицать что; И.: deny; T.: reddetmek) ҡ. диал. ҡар. таныу II.
Инҡар итеү, кире ҡағыу. □ Отрицать что, отказываться, отрекаться от чего. ■ [Йәнтимер:] Ә мин, ағай-эне, күптән итәкһеҙ ҡалғанмын инде, һыртанып булмай. Ғ. Вәлиев.
ҺЫРТАШ (Р.: вид красящего камня; И.: kind of dye stone; T.: bir tür renk veren taş) и.
Һыҙғанда ҡыҙыл, һары төҫ сыға торған буяулы таш. □ Вид красящего камня. Һырташ менән буяу. Һырташ табыу. Һырташ менән һыҙыу.
ҺЫРТҠАЛ (Р: чересседельник; И.: backband; T.: arkalık) и. диал. ҡар. арҡалыҡ I.
Ҡамыт-дуғаны күтәреү өсөн ыңғырсаҡ аша тәртәнән тәртәгә тартыла торған бау. □ Чересседельник. Ҡайыш һыртҡал.
ҺЫРТҠЫ I и. диал. ҡар. һыртҡал. Һыртҡы бауы. һыртҡыһы өҙөлгән. Һыртҡы бәйләү.
ҺЫРТҠЫ II (Р: верхний; И.: upper; Т.: üst) с.
1. Ҡалҡыу яҡтағы, һырттағы; үрге. □ Верхний, һыртҡы урам. Һыртҡы юл. ■ Иҫке Ҡалтаның һыртҡы урамын Кәзә урамы тип йөрөтәләр. Б. Бикбай. Минең күҙемә һыртҡы юлдан үткән күп йөклө кешеләр күренде. Д. Юлтый.
2. Тыш яҡтағы; тышҡы. □ Внешний, наружный. Һыртҡы ямау. Һыртҡы биҙәк. Һыртҡы йөй.
3. диал. Артҡы, арттағы. □ Задний, һыртҡы тәгәрмәс. ■ Төн, күҙ асҡыһыҙ буранға ҡарамайынса, әйтелгән ваҡытҡа кулактар Этҡол байҙың һыртҡы кәртәһе аша инеп йыйылдылар. Ғ. Дәүләтшин.
♦ һыртҡы бисә һөйәркә. □ Любовница.
• Һыртҡы бисә - һыртҡы ямау. Әйтем.
ҺЫРТЛАН I (Р.: гиена; И.: hyena; Т.: sırtlan) и. зоол.
Көньяҡтағы дала һәм сүллектәрҙә емтек ашап йәшәгән һөтимәр йыртҡыс йәнлек; сүл бүреһе. □ Гиена (лат. Hyaenidae). ■ Сыртлан үҙе, бысағын һурып алып, һыртлан етеҙлеге
менән дошманға һикерҙе, һул ҡулы менән драгундың хәнйәрле ҡулының беләҙегенән эләктерҙе лә үҙ бысағын ҡаҙаны. Ғ. Хөсәйенов. Ялан ғына ерҙең, эй, бүреһе, күк һыртлан да булыр күбеһе. Халыҡ йырынан.
ҺЫРТЛАН II (Р: с полоской на спине; И.: with a strip on the rear; T.: sırtlan) с.
Һырт буйы һыҙатлы. □ С полоской на спине. һыртлан ат. һыртлан сысҡан, һыртлан турғай. ■ Тимербикә уға [кәзәгә] ҡулындағы икмәк киҫәген ҡаптыра, һыртлан арҡаһынан тупылдатып ярата, тарамыш муйынынан һыпырғылай. Н. Мусин.
ҺЫРТЛАН СЫСҠАН (Р: красноватая мышь; И.: reddish mouse; T.: sırtlan sıçan) и. диал.
Ҡыҙғылтыраҡ сысҡан. □ Красноватая мышь, һыртлан сысҡандар күбәйгән. Бер һыртлан сысҡан килеп сыҡты, һыртлан сысҡан баҫҡан.
ҺЫРТЛАС I (Р: небольшой горный хребет; И.: small mountain range; T.: tepecik) и.
Бәләкәй тау һырты. □ Небольшой горный хребет. ■ [Нурия:] Һыртлас үңерҙән әй барам, әй барам. Г. Яҡупова.
ҺЫРТЛАС II (Р: рябой; И.: pitted with smallpox; T.: alaca) с. диал.
Быжыр, бөҙрә. □ Рябой. ■ Уның [кәмәнең] артынан һыу өҫтөнә һыртлас тулҡындар таралды. Т. Килмөхәмәтов.
ҺЫРТЛАТЫУ (һыртлат-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. һыртлау 1,1. понуд. от һыртлау I, 1. Тау һыртлатып барыу. Тау һыртлатып ҡайтыу.
2. күсм. Кешенең һәр саҡ ыңғайына тороп, иркәләтеп шаштырыу. □ Баловать. Баланы һыртлатыу. Ҡыҙҙы һыртлатыу. Ҡатынды һыртлатыу. Һыртлатып ебәреү.
ҺЫРТЛАУ I (һыртла-) (Р: проходить или проезжать вдоль хребта; И.: proceed along a range; T.: dağ sırtından geçmek) ҡ.
1. Tay һыртын буйлау. □ Проходить или проезжать вдоль хребта. ■ Саба торған юл һыртлап, ҡырлас буйлап килә. Д. Юлтый. һалдаттар һыртлап килеп сыҡҡан, өҫ яҡлап. Б. Рафиҡов.
2. күсм. Йомшаҡлыҡ, иркенлек һиҙеп, шашыу; буйлау. □ Баловаться, озорничать (чувствуя слабину). М Хужа үҙе яҡлағас, Сөнәғәт һыртлап китте. Ж. Кейекбаев.
689