ҺЫРТАҠ
4. Бер урындың ҡалҡыуға йәки йылға ағышының ҡаршыһына киткән тарафы; үр. □ Возвышенность, верховье. ■ Мәүлет бай .. ауылдың һыртынараҡ сығарып һалынған мәсеткә ҡарай йүнәлде. Ғ. Дәүләтшин. Дала һыртында ҡайнар монар тулҡынлана. А. Абдуллин.
5. Нимәнеңдер алғы, йөҙ яғына ҡаршы булған өлөшө. □ Тупая сторона (острого орудия); тыльная сторона. Бысаҡтың һырты. Ураҡтың һырты. Балта һырты. W Саръян, күҙҙәрен ҡул һырты менән ыуғылап, һынын турайтыбыраҡ ҡуйыуға, ҡалын пәрҙә йылдам юҡ булды. Ә. Байрамов.
6. Нимәнеңдер өҫкө яғы, өҫтө. □ Верхняя часть чего; верх. Итек табанының һыртынан туҙ, туҙ өҫтөнән күн һалына.
7. Нимәнеңдер тышҡы яҡ йөҙө. □ Внешняя поверхность чего, һыртынан һыланған өй. ■ Ут ялҡындары, .. осло телдәрен бөгөп, тағы ла ҡаҙан һыртын ялманы. Һ. Дәүләтшина.
8. Нимәнеңдер тыш яғы. □ Внешняя, наружная сторона. Өйҙө һырттан бикләү. ■ [Фәсхи:] Өй былай, һырттан ҡарағанда, ыҡсым ғына. Т. Йәнәби. [Бай:] Әле гел тирмәлә ултырып, йонсоп та алдыҡ булһа кәрәк. Бына тирмә һыртына, ана сауыллыҡҡа барып уйнарға мөмкин, әллә булмаһа, шунда сығып ултырабыҙмы? Т. Хәйбуллин.
9. Нимәнеңдер артҡы яғы; арт яҡ. □ Задняя часть чего', зад. / Задний. Аҙбар һырты. Арба һырты. Итек һырты. Ел һырт яҡтан иҫә. • Алдыңды бер ҡара, һыртыңды биш ҡара. Мәҡәл.
10. Алыҫтағы урын; ҡыр, сит. □ Сторона, место поодаль. Һырттан ҡарап тороу. ■ Батырҙарға ҡандай һүҙ әйтер тип хан, һырт яҡтан тыңлап торҙо халыҡтың бары. «Бабсаҡ менән Күсәк».
11. диал. Йөҙ яғына, уң яғына ҡаршы; тиҫкәре. □ Изнанка. Кейемдең һырты. Салбарҙың һырты. Күлдәгенең һыртын кейеп алған.
12. диал. Бейеклеге менән тирә-яҡтағы кимәлдән айырылып торған ҡалҡыу урын; тау. □ Гора. Һырт яҡ башҡорттары. Һырт яҡ кешеһе. Һырт яҡ хайуандары.
13. Тыш, тышлыҡ. □ Обложка. Журналдың һырты ғына ҡалған, һырты матур биҙәлгән. Журнал һыртындағы портрет.
♦ Ҡойроҡто һыртҡа һалыу 1) берәй эш боҙоп, ҡасыу. □ Удрать, соотв. Смотать удочки. М Ләкин шунда уҡ, эштең ни менән бөтәһен һиҙенеп, тиҙ генә ҡойроҡто һыртҡа һалып, йән-фарман йүгерҙеләр [Самат менән Кыҙылтеш]. Ә. Бикчәнтәев; 2) алдашыу. □ Лукавить. Ш Ғаяз Исхаҡиҙың «ярҙам итербеҙ» тигәне - ҡойроҡто һыртҡа һалыу булған икән, аҙаҡ уларҙы Әхмәтзәки тота алманы. Р. Байымов, һырт биреү 1) арт менән боролоу. □ Отвернуться. ■ Һине күҙемә күренмәһен, тупһама аяҡ баҫмаһын, тип һырт биреп тора ине әле ул [Ныязғол]. һ. Дәүләтшина; 2) ҡасыу. □ Удрать. ■ [Сабырғол:] Француздар һырт бирә башлағандар икән. Б. Бикбай, һырт <йөнон> ҡабартыу асыуланыу, ҡаршы тороу. □ Сердиться, злиться. ■ Берәй төрлө яңылыҡ булдымы - Афзал һыртын ҡабартты. Ғ. Ибраһимов. һырт ҡайышын алыу һыҙырыу, туҡмау. □ Хлестать, стегать. В Әйҙә, киттек, малай. Үмәр олатайым ҡайтып килһә, һырт ҡайышыбыҙҙы алыр, - тине Айбулат. һ. Дәүләтшина, һырт менән тороу ҡаршы тороу. □ Сопротивляться. В [Сурағол:] Былар байҙар ярлы-ябағайҙың һырт менән тороуына, теше-тырнағы менән ҡаршы булыуына ҡарамай, ерҙе һатырға батырсылыҡ итерҙәрме икән ни? Т. Хәйбуллин, һырттан һыйпау ыңғайына тороу; йөпләү. П Одобрять. В һырттан һыйпау тигәндә, иренә ҡуштанлыҡҡа тигәндә, аллаһыу! Ә саҡ ҡына бер нәмә булдымы, төймәне лә дөйәләй яһап, иренә ошаҡлап бара. һ. Дәүләтшина, һыртын (йәки һырт һөйәген) һындырыу ҡабат ҡалҡмаҫлыҡ, төҙәлмәҫлек итеү. □ Лишать силы, опоры. ■ Атай-әсәй ошо аҙымы [туған телде һайлауҙан баш тартыуы ] менән баланың рухи таянысын, тәрбиәнең һырт һөйәген ҡаҡшатҡанын аңламай ҙа ҡала. «Башҡортостан», 23 ғинуар 2015.
ҺЫРТАҠ (Р.: с белой полоской вдоль спины (о скоте)’, И.: with a white strip on the rear; T.: beyaz sırtlı) с.
һырт буйы аҡ. □ С белой полоской вдоль спины (о скоте). Һыртаҡ һыйыр, һыртаҡ
688