ҺЫРТ
ҺЫРМА III с. ҡар. һырғаҡ II. ■ Тышта куҙ асҡыһыҙ епшек, һырма буран. Ғ. Дәүләтшин.
ҺЫРМА IV и. диал. ҡар. һыр I. Һырма һалыу. Һырма яһау. Оҫта һалынған һырма.
ҺЫРМА V и. диал. ҡар. һырынды. Ҡар һырмаһы. Һырмала батыу. Юл ситенә буран һырма һалған.
ҺЫРМАҠСЫН с. диал. ҡар. һырышҡаҡ
2. Һырмаҡсын кеше. Һырмаҡсын ҡатын. Һырмаҡсын ир.
ҺЫРМАЛАУ (һырмала-) (Р.: облеплять; И.: stick all over; T.: yapışmak) ҡ.
һырып йәбешеү; һырыу. □ Облеплять что. Кейемгә ҡар һырмалай. Биткә ҡар һырмалай. Һарыҡ йөнөнә дегәнәк һырмалаған.
ҺЫРМАЛЫ с. диал. ҡар. һырлы 1. ■ Көн битенән урын һайлап, ҙур майҙанға һырмалы тула кейеҙҙәр менән ҡорама юрғандар ту-шәлде. И. Ноғманов.
ҺЫРМАУЫҠI (һырмауығы) (Р.: ясменник; И.: woodruff; T.: ince otu) и. бот.
Болондарҙа, урмандарҙа үҫә торған күп йәки бер йыллыҡ үҫемлектәр төрө. □ Ясменник (лат. Asperuld). Еҫле һырмауыҡ. Һырмауыҡ япрағы. Һырмауыҡ һабағы.
ҺЫРМАУЫҠ II с. диал. ҡар. һырма III.
■ Тышта һырмауыҡ буран дауам итә ине әле. Б. Рафиҡов.
ҺЫРМЕНӘҘ (Р: наперсник; И.: favorite; T.: sırdaş) с. диал.
1. Серҙәрҙе бүлешә торған кеше; серҙәш. □ Наперсник, наперсница. Һырменәҙ иптәш. Һырменәҙ булыу. Беҙ шулайтып бер-беребеҙгә һырменәҙ булып киттек. ■ Ундағы башҡорттар менән һырменәҙ булып киткән был әулиә уҙенә яҡшы мөнәсәбәттә булыуҙы теләй, имеш. Ғ. Дәүләтшин.
2. Күндәм, тыңлаусан. □ Послушный. Һырменәҙ бала. Һырменәҙ ҡатын. Һырменәҙ булып алған ул.
ҺЫРМЫНАҘ с. диал. ҡар. һырменәҙ 1. Һырмынаҙ булыу, һырмынаҙ менән серҙәрҙе булешеу. һырмынаҙға һөйләу.
ҺЫРНЫҒЫУ (һырныҡ-) ҡ. диал. ҡар. һырығыу. ■ Юлаусы атты туҡтатты, сикәһенә һырныҡҡан суҡты усы менән ҡыҫмаҡлап, йотлоғоп-йотлоғоп һуланы. Й. Солтанов.
ҺЫРПАЛАНЫУ (һырпалан-) (Р: угождать; И.: flannel; T.: yaltaklanmak) ҡ.
1. Ярамһаҡланып, ярарға тырышып, кемдер тирәһендә уралыу, һырпаланып йөрөү. □ Угождать, льстить кому, заискивать перед кем. Хужа алдында һырпаланып йөрөу. ■ Әшрәф бойоғобораҡ баҫып тора, уның эргәһендә Миңзифа һырпалана. Г. Яҡупова. Абдуллин ауыл хужалығы идаралығы начальнигы булып киткәс, Рәхилә яңы хужаһына ла һырпаланып ҡараны. Б. Рафиҡов.
2. диал. һырығыу. □ Прильнуть. ■ Өләсәй, миңә кустәнәс алып ҡайттыңмы? - тип һырпалана ейәнем. Экспедиция материалдарынан.
ҺЫРСЫ (Р: резчик; И.: cutter; T.: kazıcı) и. һөйл.
һыр, биҙәк яһаусы. □ Резчик, резчица. Һырсы булыу. Мәрмәр һырсыһы. Оҫта һырсы.
ҺЫРТ (Р: хребет; И.: range; T.: sırt) и.
1. Йәнлек-хайуандың буйҙан-буй үткән арҡа үҙәге. □ Хребет. / Хребтовый, хребетный. һырт буйы. Ат һырты. Бесәйҙең һырт йөнө. Сусҡаның һырт шырты. ■ Бына ҡыҙылғанаттар, алабуғалар .. һыу өҫтөнән һырттарын курһәтә яҙып, талғын ғына йөҙөп утә. 3. Биишева. • Серен белмәгән малдың һыртынан йөрөмә. Мәҡәл.
2. Кәүҙәнең күкрәк менән ҡорһаҡҡа ҡаршы яғы; арҡа. □ Спина. / Спинной. ■ Ауылға яҡынлашҡас, Нур атаһына атты туҡтатырға ҡушты, ат һыртына баҫып, алға ҡараны һәм шунда уҡ аттан һикереп төштө. И. Абдуллин. Аттың башында алтын йугән, ти, һыртында көмөш эйәр, ти, уҙе уйнаҡлап тора, ти. Әкиәттән. Шунан Сәмреғош Аҡъял батырҙы һыртына ултыртып алған да осоп та киткән. Әкиәттән. • Һыртың һынһа ла, сер бирмә. Әйтем.
3. Тауҙың оҙон булып һуҙылған өҫкө буйы. □ Хребет, горная цепь, сырт. / Хребтовый. Урал һырты. Тау һырты. Һыртҡа менеу. Һыртты төшөу. ■ Уя эсенән киткән тумалаҡ юл тау башына, һыртҡа алып менә. Ж. Кейекбаев, һыйырҙар туҡтай -туҡтай, көс-хәлгә һыртҡа урелә башланы. А. Абдуллин. Бәғәрешкәй тауҙың һырты бейек, Ерәнсәкәй атым менә алмай. Халыҡ йырынан. Төштәремдә курәм Еҙемемде, Елмәрҙәктең мөһабәт кук һыртын. Халыҡ йырынан.
687