ҺЫТЫУ
буйҙарына таралып, килеп инеүселәргә уртанан урын киңәйттеләр. С. Агиш.
ҺЫТҠЫ (Р.: прыщ; И.: pimple; T.: sivilce) и.
Эренләп сыҡҡан сабыртҡы. □ Прыщ, угорь. Һытҡы сығыу. Һытҡы баҫыу. М Йәш саҡта биткә, күкрәккә, арҡаға һытҡы сығыу -сан була. В. Ғүмәров. Амилинаны күрмәнеңме? - тип һораны Сергей йөҙөн һытҡы баҫҡан егеттән. А. Абдуллин.
ҺЫТҠЫЛАУ (һытҡыла-) (Р.: покрываться угрями; И.: pustulate; T.: sivilcelenmek) ҡ.
Һытҡы сығыу, һытҡы менән ҡапланыу, һытҡылы булыу. □ Покрываться угрями, прыщаветь. Тән һытҡылау. Һытҡылап бөткән битле егет.
ҺЫТҠЫЛЫ (Р: прыщавый; И.: pimpled; T.: sivilceli) с.
һытҡыһы булған, һытҡы баҫҡан. □ Прыщавый, угреватый. Һытҡылы тире. Һытҡылы маңлай.
ҺЫТЛЫҒЫУ (һытлыҡ-) (Р: раздавиться; И.: crush; T.: ezilmek) ҡ.
Һытылып, һығылып ағыу. □ Раздавиться. Һытлығып сығыу. Һытлығып китеү. Эрене һытлыҡҡан.
ҺЫПЫРЫУ (һыттыр-) ҡ. йөкм. ҡар. һытыу 3. понуд. от һытыу 3. ■ Әскелтем тәм [Нәфисәнең] сырайын һыттырҙы, ирендәрен бөрөштөрҙө. А. Мағазов.
ҺЫТЫҠ (Р: раздавленный; И.: crushed; T.: kırık) с.
1. Сатнаған, ватыҡ, иҙелгән (йомортҡа һ. б. ҡарата). □ Раздавленный, һытыҡ йомортҡа. Һытыҡ помидор. Һытыҡ слива.
2. күсм. Асыулы, кәйефһеҙ, йәмһеҙ, боҙоҡ (йөҙ, сырайға ҡарата). □ Невесёлый, кислый (о лице). Һытыҡ сырай. М Ринаттың һытыҡ йөҙө тағы ла ҡарая төштө. Р. Байбулатов. Бына, ниһайәт, ҡояш ике һөңгө буйы ауалағас, эске яҡ ишеге асылып, һытыҡ сырайлы Тимер Ҡотлок килеп инде. Ә. Хәкимов. Икәү-ара серләшеп ултырғанда, Шүлгәндең һытыҡ йөҙөн күргәнгә, Һомай унан һағайған. «Урал батыр».
3. һөйл. Тиҙ генә иларға әҙер торған. □ Плаксивый, слезливый, һытыҡ ҡыҙыҡай. Һытыҡ бала. Һытыҡ ҡатын.
ҺЫТЫЛЫУ (һытыл-) (Р: раздавиться; И.: crush; T.: ezilmek) ҡ.
1. Ҡыҫҡандан боҙолоп һығылып сығыу. □ Раздавиться. Һытылып ағыу. Һытылған йомортҡа. ■ Һытылырҙай булып, тулышып бешкән нәфис бөрлөгән тәлгәше мөлдөрәп ҡарап тора. Ф. Иҫәнғолов. Сабира менән Ҡунаҡбикә ҡарсыҡ, күнәктәрен һытылырға торған ҡып-ҡыҙыл эре балан менән тултырғас, ултыртып, бер аҙ хәл алғандай булдылар. Р. Низамов.
2. күсм. Асыулы йәки кәйефһеҙ төҫ алыу, боҙолоу (йөҙгә, сырайға ҡарата). □ Быть, становиться плаксивым, слезливым (о лице). В Факиһа әбей үҙе лә, ҡыҙын йәлләп, йөҙө һытылып, илай башланы. Ж. Кейекбаев. Сыртланов ағайҙың йөҙө һытылды. С. Агиш.
ҺЫТЫУ (һыт-) (Р: давить; И.: crush; Т.: sıkmak) ҡ.
1. Ҡыҫып, һығып, эсендәге шыйыҡ өлөшөн сығарыу. □ Давить, раздавливать. Баланды һытыу. Йөҙөмдө һытыу. Йомортҡаны һытыу. Шешекте һытыу, һытҡыны һытыу, һытып бөтөрөү. ■ Малайҙарҙың, һайыҫҡан ояһынан йомортҡа алып төшөп, һытып эскәнен күргәне бар бит ул [Әптеләхәт]. Т. Ғарипова. Бер нисә йомортҡа һытып, ҡабаланмай ғына, һағыҙландырғансы ҡамыр баҫты [Әмилә]. Б. Ҡаһарманова. Ҡарт, таш тип, ҡош йомортҡаһын усына һытып ағыҙған. Әкиәттән.
2. Иҙеү, баҫыу. □ Давить. М Күнәктәр яурынды һытып төшөп килә, бара-бара улар ергә тейә башлайҙар. Т. Килмөхәмәтов. Танк бөтә хәрби техниканы иҙеп-тапап, һытып китергә мөмкин. С. Поварисов.
3. күсм. Асыулы йәки кәйефһеҙ, йәмһеҙ төҫ биреп боҙоу (йөҙҙө, сырайҙы). □ Делать плаксивым, слезливым, невесёлым, кислым (лицо). Сырай һытыу. ■ Тынысһыҙланып, Мәғсүм йөҙөн һытты. К. Абдуллин. Бала, ҡуйы алһыу төҫтәге бит-йөҙөн һытып, илап ебәрҙе. Ә. Байрамов.
4. күсм. Бөтөрөү, юҡ итеү, иҙеү. □ Уничтожить, притеснять. ■ Хәҙерге заманда уҫал булып та әллә ни эш ҡырып булмай, үтә йыуаш булһаң да, һытып ташлаясаҡтар. Н. Мусин.
♦ Үтен һытыу һатыу, алыш-бирештә һ. б. ҙур хаҡ һорау. □ Заломить цену. Кәрәк нәмәһен үтеңде һытып алыр. Бурысыңды һуңлатһаң, үтеңде һытыр. М [Биксән ағай] ..
693