ҺЫУ
яҙғы өҙөктә лә ике-өс сана бесән һатып ебәрә. Хаҡын инде, кеше әйтмешләй, үтен һытып ала. Р. Солтангәрәев.
ҺЫУ (Р.: вода; И.: water; T.: su) и.
1. Химик составы кислород һәм водородтан торған үтә күренмәле төҫһөҙ шыйыҡлыҡ.
□ Вода. / Водный. Бер йотом һыу. Бер тамсы һыу. Ағын һыу. Йылға һыуы. Диңгеҙ һыуы. Һыуға барыу. Һыу эсеү. ■ Көмөштәй саф, балдай татлы шишмә һыуы һаман элеккесә һыуһағандың һыуһынын ҡандырған, арығанға хәл индергән, сырхағанға шифалы дауа булған. 3. Биишева. Ҡорбанов көньяҡ ҡояшында ҡыҙынып, диңгеҙ һыуында ҡойоноп, Сочиҙан ҡайтып төштө. Ғ. Аллаяров. Бөркөт тигәнең, тау түбәһенә ҡунып, ҡояшты оҙатып ҡалалыр, ә кейектәр, киске ауға сығып, ҡырсынташ һибелгән яр буйына һыу эсергә килеп еткәндәрҙер инде. Ә. Бикчәнтәев. Иҙел һыуын эсһәң, ай, һуш керә, талған беләктәргә көс керә. Халыҡ йырынан.
2. Үҫемлек, кеше организмы күҙәнәктәре һәм төрлө ағзаларында була торған шыйыҡса.
□ Вода, сок, жидкость. Ҡайын һыуы. ■ Өй эсенә тәмле аш, ит еҫе таралған. Минең ашағым килеп, ауыҙ һыуҙарым ағып китте. Ғ. Ғүмәр.
3. физиол., анат. Яралғыны һаҡлай торған шыйыҡлыҡ. □ Околоплодная жидкость, околоплодные воды. Һыу китеү.
4. Еләк-емеш һ. б. ҡайнатып йәки төнәтмә яһап алынған һут. □ Сок, компот, настойка. Алма һыуы. Балан һыуы.
5. Ҡуйы нәмәнән һарҡып сыҡҡан шыйыҡлыҡ. □ Жидкость. Ҡорот һыуы. Эремсек һыуы. М Гөлйөҙөм, әсәһенә барып аҡ балсыҡ, бер күнәк эркет һыуы алып килеп, өйөнөң эсен аҡларға тотондо. Һ. Дәүләтшина.
6. Йылға, күл, диңгеҙ йәки башҡа һыу ятҡылыҡтары. □ Река, озеро, болото, а также созданные руками человека искусственные водоёмы (водохранилища, пруды и каналы). Һаҡмар һыуы. Һыу ташыу. Һыуҙы аша сығыу. Һыу кисеү. М Тар ғына, тоноҡ, ағын бер һыу буйында баҡсабыҙ. Ш. Бабич. Ҡыҙҙар өйгә ҡайтып йәһәт кенә йыйынды ла һыу буйына йүнәлде. Р Байбулатов. Шарлы урманҡай кеүек, һай, ер ҡайҙа, Ҡайкымбирҙе кеүек һыу ҡайҙа? Халыҡ йырынан.
7. Дым, еүешләнеү. □ Влага, сырость./ Мокрый, влажный. Һыу кейем, һыу тупраҡ. Һыу балсыҡ.
8. күсм. һөйл. Яҙған, һөйләгән һүҙҙең мәғәнәһеҙ, кәрәкмәгән әһәмиәтһеҙ өлөшө. □ Вода. ■ Уларҙа [әҫәрҙәрҙә] һыу мөмкин тиклем аҙыраҡ булһын. Ғ. Ғүмәр.
9. миф. Йәшәү сығанағы, таҙарыныу сараһы, икенсе донъя сиге. □ Вода (одна из стихий мироздания, источник жизни, средство очищения, но и вход, граница иного мира). • Ерҙән оло булмаҫһың, һыуҙан таҙа булмаҫһың. Әйтем. Ут та - бәлә, һыу ҙа -бәлә, ут менән һыу булмаһа, тағы ла бәлә. Әйтем.
♦ Аҫҡа (йәки кәмәгә) һыу инеү (йәки үтеү) берәр төрлө ауыр хәлгә ҡалыу. □ Оказаться в затруднительном положении. ■ Урланған диссертация арҡаһында Ҡаҙна-баевтың аҫтына бик ныҡ һыу үтте. Д. Бүләков. Ауыҙ һыуы ҡороу (йәки ҡойолоу) нимәлер тураһында ҙур ләззәт менән иҫ китеп һөйләү. □ Восхвалять, рассказывать с восхищением. ■ Күрше-күлән, ауыҙ һыуы ҡороп: «Себерҙә ат осһоҙ икән», - тип һөйләй. Б. Бикбай. Уның ҡарауы, аман-һау ҡайтып төшһә, Сәмиәрҙе маҡтап, атаһының ауыҙ һыуы ҡороясаҡ. Ф. Аҡбулатова, һыу буйлатыу өйҙә генә тотмай, ситкә сығарып ебәреү. □ Отпускать. Ата-әсәһе һыу буйлатҡас, ҡыҙ балалар ҙа күпте күрә. һыу буйы оҙон-оҙаҡ. □ Очень длинный (о разговоре и т. д.). Һыу буйы хәбәр. Һыу буйы сират. ■ Бында әллә ниндәй һыу буйы һүҙҙәр һөйләп тороуҙың .. кәрәге лә юҡ. И. На-сыри. Интернет аша алдан яҙылыу булһа ла, тәғәйен сәғәт күрһәтелгән талонды ҡулға тотһаң да, барыбер табип ишеге янында һыу буйы сират теҙелә. «Башҡортостан», 16 декабрь 2015. һыуға батҡандай <юҡ> булыу эҙһеҙ-хәбәрһеҙ юғалыу. □ Пропасть без вести. М Ғилмиязаның ата-әсәһе, туғандары унан да, бынан да эҙләп ҡараған, тирә-яҡҡа хәбәр һалған, ләкин ҡыҙ һыуға батҡандай юҡ булған. Хикәйәттән, һыуға ташлаған (йәки ырғытҡан) таш һымаҡ (йәки шикелле, кеүек) юғалыу (йәки батыу) кире ҡайтмаҫ булыу, ерегеү. □ Приживаться в чужой местности. М Ҡыҙҙы биргәс-биргәс, ер аяғы-ер башы ергә бир ҙә шунда,
694