Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 695


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫУАЛТЫУ
барған ерендә, һыуға ташлаған таш шикелле батһын да ҡуйһын ул. Ж. Кейекбаев, һыуға төшкән тауыҡ {йәки себеш, сыскан) кеүек <булыу> меҫкен хәлгә ҡалыу, бик йәл булып күренеү. □ Оказаться в жалком положении. һыуға (йәки һыу төбөнә) һалыу бушҡа ебәреү, әрәмгә сығарыу (аҡсаға, малға ҡарата). □ соотв. Пускать на ветер. Аҡсаны һыуға һалыу, һыуҙан ҡоро сығыу ғәйепле хәлдән яуапһыҙ, анһат ҡотолоу. □ Выпутываться, избавляться, соотв. Выйти сухим из воды, һыу кеүек белеү (йәки эсеү) 1) икенсе бер, үҙеңдеке булмаған телде бик яҡшы белеү. □ Знать (другой язык) как свои пять пальцев. Я Ул [Ҡолсобай] бик куп белә. .. Урыҫса ла һыу кеуек белә. Я. Хамматов; 2) нимәнеңдер йөкмәткеһен бик яҡшы белеү, яттан һөйләү. □ Знать очень хорошо. Я Ауыл мәктәбендә ике ҡыш уҡығандан һуң, мин «Әфтиәкьте, «Мөхәмәдиә»не һыу кеуек эсә торғайным. Р. Ниғмәти, һыу кеүек <түгеү, тотоноу> аҡсаны, малды әрәм-шәрәм итеү, туҙҙырыу. □ Растрачивать, һыу ҡапҡандай (йәки уртлағандай) <булыу> өндәшмәҫ булыу, бер һүҙ ҙә әйтмәү. □ Молчать. ■ Ринат, һағайып, ауыҙына һыу ҡапҡандай булды. Р. Сабитов, һыу мейе бөтөнләй хәтерһеҙ, башһыҙ. □ Тупица, безмозглый, һыу мылтығы елғыуар, елтәкәй. □ Ветреный, легкомысленный, һыу төбөнә китеү юҡҡа сығыу (мал-мөлкәткә ҡарата әйтелә). □ Пропасть (о материальном богатстве), һыу уртлау өндәшмәҫ булыу, бер һүҙ ҙә әйтмәү. □ Молчать. Береһе ауыҙ асып һуҙ әйтмәй, һыу уртлағандармы ни? һыу һөлөгөндәй (йәки һөлөгө кеүек) бик матур, һылыу, бар ере лә килгән. □ Очень красивый. ■ Ауылдың һыу һөлөгө кеуек куркәм барлыҡ ир-егеттәрен, куҙ ҡараһы кеуек кенә ҡарап торған аттарҙы яуға оҙаталар. Р. Шәкүр, һыу эскеһеҙ булыу ныҡ арыу, бөтөнләй хәлдән тайыу. □ Устать. Я Бер нисә тапҡыр Хашимды индермәҫкә тип ҡарағайны, Гөлбаныу аҙаҡ уҙе һыу эскеһеҙ булып ятты. Т. Ғарипова. һыу эскеһеҙ итеү ныҡ туҡмау, иҫтән яҙҙырғансы туҡмау. □ Сильно избить. ■ Улар [һунарсылар] өсәуләп Тимербөгәрҙе һыу эскеһеҙ итеп туҡмаған. Әкиәттән.
ҺЫУ АҒЫМЫ (Р: течение реки; И.: place to banish sickness spirits; T: su akışı) и.
1. һыуҙың ағыу йүнәлеше. □ Течение реки. Һыу ағымына ҡаршы йөҙөу.
2. миф. Һыуҙың ағыу йүнәлеше (ауырыу эйәһен шунда ҡыуалар). □ Течение реки (место, куда изгоняются духи болезней). ■ Ҡола яланға кус, һыуҙың ағымына кус. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ҺЫУ АЙҒЫРЫ (Р: бегемот; И.: hippopotamus; T: su aygırı) и. зоол.
Экваториаль Африкала йылға, күл буйҙарында йәшәүсе айыры тояҡлы эре һөтимәр хайуан. □ Бегемот (лат. Hippopotamus amphibius). Инә һыу айғыры. Ата һыу айғыры. Һыу айғырының тояҡтары.
ҺЫУ АЙЫРҒЫС (Р.: водораздел; И.: water-parting; T: suçatı) и. геогр.
Ике йәки бер нисә йылға бассейнын айырып торған ҡалҡыулыҡ. □ Водораздел. ■ Уралтау һырты Ағиҙел менән Урал (Яйыҡ) йылғаларының бассейндары араһында һыу айырғыс булып тора. Д. Бураҡаев.
ҺЫУАЛҒЫС и. ҡар. һыуалыш. ■ Мин һыу алған таныш һыуалғысҡа шат йылмайып уҙҙы ҡыҙ бала. Ә. Таһирова. Ҡасим һыуалғыста балыҡтарын йыуҙы. Н. Мусин. Һыуалғыс тубәндәрәк ине, ә бында, малай йунәлгән тәңгәлдә, кеше йөрөмәй. Й. Солтанов.
ҺЫУАЛДЫРЫУ (һыуалдыр-) (Р: перестать доить; И.: stop milking; T: süt kesilmek) ҡ.
һауыуҙан туҡтатып, һөтөн ҡайтарыу; һыуалтыу. □ Перестать доить. Һыйырҙы һыуалдырыу. Я Әйтерһең, утыҙар-ҡырҡар саҡрымдан орлоҡ ташып, кәрәк менән ер ҡаҙып иген сәсмәгәндәр ҙә, һауған һыйырҙарын һыуалдырып, колхоз эшенә егеп йөрөмәгәндәр [ҡатындар]. X. Ғиләжев.
ҺЫУАЛҠЫ (Р: переставшая доиться; И.: animal which giving milk; T: sağdırmayan) c.
һөт биреүҙән туҡтаған, һауҙырмаған. □ Переставшая доиться. Һыуалҡы һыйыр. Һыуалҡы тана. Ферманың һыуалҡы һыйырҙарын айырым кәртәгә бикләнеләр.
ҺЫУАЛМА и. диал. ҡар. һыуалыш. һыу алмаға килеу. һыу алманан һыу алыу.
ҺЫУАЛТА и. диал. ҡар. утрау 2.
ҺЫУАЛТЫУ (һыуалт-) ҡ. йөкм. ҡар. һыуалыу 1. понуд. от һыуалыу 1. Һыйырҙы һыуалтыу. Н [Таңһылыу:] [Петрик] артымдан
695