ҺЫУАЛЫУ
«донъя көтәм, малдарҙы ҡарайым» тип ҡалғайны; донъяны ла көткән, һыйырҙы ла һыуалтҡан. Р. Камал.
ҺЫУАЛЫУ I (һыуал-) (Р.: перестать доиться; И.: stop milking; T: sütten kesilmek) ҡ.
Һөт биреүҙән, һауҙырыуҙан туҡтау. □ Перестать доиться, пропадать (о молоке). Һыйыр һыуалды. ■ Аҡназарҙың ҡарап ҡына торған яңғыҙ һыйыры быҙауларға яҡынлап, һыуалып китте. Итәк тулы бала менән аҡһыҙ ҡалдылар. Ғ. Дәүләтшин.
ҺЫУАЛЫУ II (һыуал-) (Р.: выкипать; И.: boil away; T.: suyunu çekmek) ҡ.
1. Оҙаҡ ҡайнап, һурпаһы кәмеү (ашҡа ҡарата). □ Выкипать (о бульоне). Аш һыуалған.
2. диал. һыуҙың ҡайнап кәмеүе. □ Испарение воды во время кипения. Сәй һыуалған. Ҡәструлдәге һыу һыуалып киткән.
3. диал. һыуы кәмеү (һыу ятҡылыҡтарына ҡарата). □ Убывать (о воде в водоёме). Һыуалған йылға. Быуаны япһалар, Мейәс һыуала.
ҺЫУ АЛЫУ (Р: ритуальное набирание воды; И.: kind of ethnic ceremony; T.: su aimak) и. этн.
Йола буйынса һыу алыу. □ Ритуальное набирание воды. ■ Ҡояш байығас, һыу алыу тыйыла. Шул ваҡыт һыу инәһе яҡын була, тота, тиҙәр. Алырға тура килһә: «Ҡунаҡ төштө, һыу бир», - тип алырға кәрәк. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺЫУАЛЫШ (Р: водозабор; И.: watering-place; T.: su alma yeri) и.
Һыу ала торған урын; һыуалғыс. □ Водозабор, место забора воды из реки, озера.
■ Шәмсинур, һыуалышҡа төшкәндә, йылға өҫтөндә ҡояш нурҙары йылҡылдауынан куҙен алмай, ошо матурлыҡты һундерер өсөн илебеҙгә ябырылған фашистарға нәфрәтләнеп, тора бирҙе. Ш. Янбаев.
ҺЫУ АНАҺЫ и. миф. ҡар. һыу инәһе.
■ һыу анаһы Һылыубикә. «Башҡорт мифологияһынан.
ҺЫУАТ и. диал. ҡар. һыуалыш, һыуатҡа килеу. Һыуатҡа барыу. Һыуаттан һыу алыу.
ҺЫУ АТАҺЫ и. миф. ҡар. һыу эйәһе.
■ Сөләймән, һыуҙың атаһы, бығаулы, ти. Хикәйәттән.
ҺЫУАТЛАУ (һыуатла-) ҡ. диал. ҡар. һыулау II, 1. ■ Ҡыҙ йылҡыларҙың ҡайһы ерҙә һыуатлап йөрөгәндәрен әйтә. «Аҡһаҡ ҡола».
ҺЫУ БАБАСЫ и. миф. диал. ҡар. һыу эйәһе, һыу бабасына килеу.
ҺЫУБАҪАР (Р: заливной; И.: floodable; T.: su basmış) с.
Яҙғы ташҡын һыу баҫа торған (урынға ҡарата). □ Заливной (луг). Һыубаҫар туғай, һыубаҫар болон. Һыубаҫар урындар. Ш Ямғыр яуманы, игендәр тамырҙа ҡатып ҡалды. Ғәҙәттә, ат инһә куренмәй торған һыубаҫар сабынлыҡтар юҡҡа сыҡты. 3. Биишева. Иркен йәйелгән туғайҙар, һыубаҫар болондар араһынан йылға бөгөлдәр яһай-яһай аға. Ш. Янбаев.
ҺЫУ БАҪЫУ (һыу баҫ-) (Р: затопить; И.: inurdate; T.: su basmak) ҡ.
һыуҙың, ярҙарынан сығып, тирә-яҡҡа таралыуы. □ Затопить, наводнить. // Наводнение, затопление. Яландарҙы һыу баҫты. ■ Туғайҙарҙы ташҡын һыу баҫты, һыу аҫтында ҡалғас оялары, ҡыҙғатауҙар сыр-сыу илашты. Ҡ. Аралбай.
ҺЫУ БАТШАҺЫ и. миф. ҡар. һыу эйәһе. М Һыу батшаһы, еңелә башлағас, төпһөҙ, ялдым-ятыу урынды эҙләп, бына ошо һеҙҙең яндағы кулгә сумған. «Аҡбуҙат».
ҺЫУ БАШЛАТЫУ (Р: ознакомление невестки с дорогой на родник; И.: kind of ethnic ceremony; T.: gelini suya götürme töreni) и. этн.
Яңы төшкән киленде тәү башлап һыуға алып барыу йолаһы (килен төшкәндең иртәгеһенә ҡыҙҙар еңгәне уртаға алып, һыуға бара; яҡын ҡәйенһеңлеһе һыу алғанда, еңгә кеше балдаҡ йә тәңкә ташлай; шунан ҡәйенһеңле яҡшы теләк теләп, көйәнтәне еңгәһенең уң яурынына һала). □ Ознакомление невестки с дорогой на родник. Яңы төшкән килеңдәрҙе һыу башлатыу йолаһы. ■ Дим буйы ауылдары ла артабан матурлана, яңырыу осоро кисерә, гөрләтеп туйҙар уҙғарыла, яңы төшкән килендәргә һыу башлаталар. «Башҡортостан», 13 декабрь 2012. Ҡилен билбауын сискән ҡыҙ икенсе көн таң менән еңгәһенә һыу башлатырға килә. Йола фольклорынан.
ҺЫУ БОҒАҺЫ и. диал. ҡар. һыу буғаһы. һыу боғаһы ояһы. Һыу боғаһы тотоу. Ваҡ һыу боғаһы.
ҺЫУ БОРОСО (Р: перец водяной; И.: water pepper; T.: subiberi) и. бот.
696