Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 697


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫУ ИНӘҺЕ
Ҡыҙғылт һабаҡлы бер йыллыҡ дарыу үләне. □ Перец водяной, горец перечный (лат. Polygonum hydropiper). Һыу боросо һабағы. Һыу боросо орлоғо. Һыу боросоноң һыу һәм ер өҫтө төрҙәре бар.
ҺЫУ БУҒАҺЫ (Р.: выпь; И.: bitterbump; T.: bayağı balaban) и. диал. ҡар. мөншөгөр.
Селәндәр ғаиләһенә ҡараған төнгө һаҙ ҡошо; күл буғаһы. □ Выпь (лат. Botaurus stellaris). Кулдә һыу буғаһы йөҙә. һаҙға һыу буғалары төштө.
ҺЫУ БҮҘӘНӘҺЕ (Р.: малый погоныш; И.: little crake; T.: bataklık sutavuğu) и. зоол.
Яр буйҙарында йәшәүсе сыйырсыҡтан бәләкәйерәк күсмә ҡош. □ Малый погоныш (лат. Porzana pared). Һыу буҙәнәһе йомортҡаһы. һыу буҙәнәһе балаһы. Һыу буҙә-нәһе ҡаурыйы.
ҺЫУ БӘШМӘГЕ (Р: гриб водяной; И.: water fungus; T: bir tür bakteri) и. биол.
Шәкәр менән туҡланыусы һыуҙа үҫкән бактерия. □ Гриб водяной, чайный гриб (лат. Medusomyces gisevi). Һыу бәшмәге уҫтереу.
ҺЫУҒА АҒЫҘЫУ (Р: выбрасывание одежды больного ребёнка в реку с целью избавления от болезни; И.: kind of a national rite; T.: suya akıtmak) и. миф.
Ауырыуҙан ҡотолоу өсөн баланың кейемен йылғаға ташлау. □ Выбрасывание одежды больного ребёнка в реку с целью избавления от болезни. ■ Куҙ тейһә, баланың кейемен өҫтөнән йыртып алып, ауылдан тубән һыуға ағыҙыу таралған. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺЫУҒАР и. диал. ҡар. һуҫар. Һыуғар тиреһе. һыуғар балаһы, һыуғар ҡорттоң балын ашай.
ҺЫУҒА ТАШЛАУ I (Р: магический способ вызывания дождя; И.: magical rain-bringing ceremony; T.: yağmur dileme usulü) и. миф.
Ямғыр теләү, саҡырыу ысулы. □ Магический способ вызывания дождя, доел. Бросание в воду, һыуға ташлау йолаһы. ■ Бер-береһен һыуға ташлау йолаһы ауылда ҡыҙыҡ уйынға әуерелгән. Йола буйынса, бер кем дә ҡоро кейемдә ҡалырға тейеш тугел. «Йәшлек», 30 август 2013.
ҺЫУҒА ТАШЛАУ II (Р: утопление; И.: noyade; T.: suya atmak) и.
Үлем язаһының борон ҡулланылған бер ысулы. □ Утопление (один из древних способов смертной казни). Һыуға ташлау язаһы.
ҺЫУҒА ҺАЛЫШ и. миф. ҡар. һыуға ташлау I. М Бутҡа ашалып бөткәс, «һыуға һалыш» башлана. Тәуҙә мулланы йә икенсе бер оло кешене һыуға һалалар. «Йәшлек», 4 октябрь 2013.
ҺЫУ ЕБӘГЕ (Р: рдест маленький; И.: water spike; T.: güdük susümbülü) и. бот.
1. Айырым өлөштәре һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөгән күп йыллыҡ үлән. □ Рдест маленький (лат. Potamogeton pusillus). Йөҙөусе һыу ебәге. Оҙонса һыу ебәге. ■ Һыу ебәгенең тырпайып сығып торған алһыу төҫлө башағына, селтәрле ҡанаттарын ватылып китер тип ҡурҡҡандай һаҡ ҡына бәуелтеп, сиңерткәләр, бызылдашып бал ҡорттары төшә. М. Әхмәтйәнова.
2. Һайыраҡ урындарҙа һыу төбөнә еп һымаҡ һуҙылып, түшәлеп үҫкән, саң-һеркә ярҙамында үрсей торған үҫемлектәрҙең дөйөм исеме; ылымыҡ. □ Водоросль, спирогира (лат. Spirogyra). Һары һыу ебәге. Йәшел һыу ебәге. Йомшаҡ һыу ебәге.
ҺЫУ ЗӘХМӘТЕ (Р: болезни, приставшие от воды; И.: water induced sickness; T.: sudan gelen hastalık) и. миф.
һыуҙан ҡағылған ауырыу. □ Болезни, приставшие от воды. * Шишмә һыуына таңда барырға ярамай, һыу зәхмәте тейә, тиҙәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺЫУ ИНЕҮ (һыу ин-) (Р: купаться; И.: bathe; T.: suya girmek) ҡ.
һыуға төшөп, йөҙә-йөҙә йыуыныу. □ Купаться. ■ Төнөн һыу инеу ҡәтғи тыйыла. «Башҡортостан», 30 август 2013. Йәйге эҫелә рәхәтләнеп һыу инеу - куптәрҙең яратҡан шөғөлө. «Торатау», 23 июль 2013. Мин, һыу инергә тип туҙемһеҙләнеп килгән кеше төҫлө, юл ыңғайында пальтомды һәм башҡа кейемдәремде һалып ырғыта-ырғыта, батыусыға табан атлыҡтым. Д. Юлтый.
ҺЫУ ИНӘҺЕ (Р: повитуха; И.: doula; Т: ebe) и.
1. Яңы тыуған сабыйҙы беренсе мәртәбә һыу индергән ҡатын-ҡыҙ. □ Повитуха, һыу инәһе булыу. Һыу инәһе сабыйҙы мунсаға алып китте.
697