ҺЫУ йондоҙо
2. миф. ҡар. һыу эйәһе. ■ Сабырҙың куҙ алдына Ғабдулла Туҡай шиғырындағы һыу инәһе килде лә баҫты. Р. Ғабдрахманов. Һыу инәһенең ҡото осҡан: «Зинһар, теймә кулгә! Әжеренә нимә теләйһең, шуны бирәсәкмен», - тип утенгән. Әкиәттән.
ҺЫУ ЙОНДОҘО (Р: болотник обыкновенный; И.: water chickweed; T: su çiçeği) и. бот.
Япраҡтары һыу өҫтөндә йондоҙ рәүешен алып үҫкән күп йыллыҡ үлән. □ Болотник обыкновенный (лат. Callitrichepalustris). һыу йондоҙо сәскәһе. Һыу йондоҙо япрағы. Һыу йондоҙо сәскә атҡан.
ҺЫУ ЙЫЛАНЫ (Р: всезнайка; И.: know-it-all; T.: ukala) и. диал.
Үҙен бик белдекле итеп һанаусы. □ Всезнайка. һыу йыланы булыу. Купте белгән һыу йыланы инде ул.
ҺЫУ КҮРЕНДЕРЕҮ и. этн. диал. ҡар. һыу башлатыу. Киленгә һыу курендереу йолаһы. Һыу курендереу. Һыу курендерергә алып барыу.
ҺЫУ КҮРКӘҺЕ (Р: турухтан; И.: ruff; T.: dövüşken kuş) и. диал. ҡар. ҡорохтан.
Көйөлдөләр төркөмөнә ҡараған һаҙ ҡошо; күркәбаш. □ Турухтан (лат. Philomachus pugnax). Инә һыу куркәһе. Йәш һыу куркәһе. Һыу куркәһе ояһы.
ҺЫУ КҮРҺӘТЕҮ и. этн. ҡар. һыу башлатыу. Һыу курһәтеу йолаһы. Кейәу йортонда киленгә һыу курһәтеу йолаһы башҡарыла.
ҺЫУ ҠАЙТЫУ (һыу ҡайт-) (Р: убывать (о воде); И.: neap; T: azalmak) ҡ.
1. Ярҙарынан сыҡҡан һыуҙың үҙ үҙәненә кире ҡайтыуы. □ Убывать (о воде). Һыу ҡайтҡан ваҡыт. ■ Ай! Тар ғына купер бар ине, ҡайҙа булған? Курәһең, яҙғы ташҡын ағыҙып алып киткән. Яңыһын һыу ҡайтҡас ҡына һаласаҡтар. Г. Яҡупова.
2. Ваҡыты-ваҡыты менән һыу кимәленең кәмеүе. □ Отлив. Һыу ҡайтҡан ваҡыт. Һыу ҡайтҡас, йылға уҙәндәре тарайып ҡала.
ҺЫУ ҠАРЛУҒАСЫ (Р: ласточка-береговушка; И.: sand martin; T: kum kırlangıcı) и. диал. ҡар. яр ҡарлуғасы.
Ярҙы өңөп оялай торған, ҡойроҡ-ҡанаты ҡыҫҡараҡ, төҫкә көңгөртөрәк ҡарлуғас. □ Ласточка-береговушка (лат. Riparia riparid).
һыу ҡарлуғасының ҡанаты, һыу ҡарлуғасының ҡойроғо, һыу ҡарлуғасы ярға оялаған.
ҺЫУ ҠОШТАРЫ (Р: водоплавающие птицы; И.: aguatic birds; T.: suda yüzebilen kuşlar) и.
һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөй алған ҡоштар. □ Водоплавающие птицы. Өйрәктәр - һыу ҡоштары. ■ Кис булһа, кулдең ҡайһы бер урындарында, уйылып-уйылып уҫкән ҡамыштар араһында, төрлө һыу ҡоштары төрлө тауыштар менән ҡысҡырып, сутылдашып тирә-яҡты яңғыратып торалар. М. Ғафури.
ҺЫУҠОЯР (Р: Водолей; И.: Aquarius; Т: Kova) и. астр, (баш хәреф менән)
Йондоҙлоҡтарҙың береһе (Ылаҡ менән Балыҡ йондоҙлоҡтары уртаһында урынлашҡан). □ Водолей (зодиакальное созвездие между созвездиями Козерога и Рыб). Һыуҡояр йондоҙлоғо. Һыуҡояр йондоҙлоғо аҫтында тыуыу, һыуҡояр йондоҙлоғо куктә көньяҡ ярымшарҙа урынлашҡан.
ҺЫУ ҠУҘҒАЛАҒЫ (Р: щавель водяной; И.: pond dock; T.: yabani labada) и. бот.
Һыу ятҡылыҡтары булған урындарҙа, һаҙлыҡтарҙа үҫкән күп йыллыҡ үлән. □ Щавель водяной (лат. Rumex aquaticus).
ҺЫУ ҠЫҘЫ (P: русалка; И.: mermaids; T.: denizkızı) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, айҙың ун дүртенсе көнөндә һыу аҫты батшалығынан һыу өҫтөнә сығып сәстәрен тараған ҡыҙ. □ Русалка. ■ Айҙың ун дуртендә ете төн уртаһында кул өҫтөндә һыу ҡыҙҙары сәстәрен тарай. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺЫУЛАЙ (Р: в мокром виде; И.: wetwise; T.: ıslak) р.
Һыу көйө, еүеш көйө. □ В мокром виде. һыулай өйөлгән бесән, һыулай урелгән сәс. Һыулай кейелгән кейем.
ҺЫУЛАНДЫРЫУ (һыуландыр-) ҡ. йөкм. ҡар. һыуланыу, понуд. от һыуланыу. Һыуландырып алыу. Сепрәкте һыуландырыу. Таҫтамалды һыуландырыу.
ҺЫУЛАНЫУ (һыулан-) ҡ. төш. ҡар. һыулау I, 1. страд, от һыулау I, 1. Ямғырға һыуланыу. Кейем һыуланыу. Өҫ-баш һыуланыу. М Кулдәктәрем ҡоро, салбарым ғына һыуланған. Д. Юлтый.
ҺЫУЛАУ I (һыула-) (Р: смачивать водой; И.: moisten; T: ıslatmak) ҡ.
698