ҺЫУЛЫҠ
1. Һыуға мансыу, һыулы итеү; еүешләү. □ Смачивать водой. Кейемде һыулау. Өҫ-башты һыулау. ■ һипте апрель куҙ йәшенең өҫтөнә ямғырҙарын, һыуланы ҡырҙы, аяҡ аҫтын. Ш. Бабич. Роза Юльевна таҫтамалды кран аҫтына ҡуйып һыулап алды ла битен-ҡулын һөртә башланы яралының. И. Ғиззәтуллин. Ҡатын, таҫтамал һыулап, ауырыуҙың маңлайына һала. Ғ. Хисамов.
2. Һыу ҡушыу, һыулы итеү. □ Разводить, разбавлять водой. Айран һыулау. ■ Сыуаҡай әбей уға [Иштуғанға] һалҡын шишмә һыуы менән ҙур бер туҫтаҡ айран һыулап бирҙе.
3. Биишева.
3. Ниндәйҙер бер һыу буйында йәшәп, шуның һыуын эсеү. □ Жить у реки. Ағиҙел һыуын һыулау. ■ Ташбатҡан ауылын һуғарып, ҙур ғына бер йылға ята. Уны Үҙәште тиҙәр. Ауыл шул йылғаны һыулай. Ж. Кейекбаев. Урта урҙа яҡтарындағы башҡорттар иһә әүәлгесә артыҡ ҡыҫым күрмәй, яңы ерҙең утын утлап, һыуын һыулап тынысыраҡ йәшәй бирҙеләр. Ғ. Хөсәйенов. Табындарҙың Кәлсер ырыуы вәкилдәре Еҙем, Ағиҙел һыуҙарын һыулай. «Башҡортостан», 15 май 2015.
ҺЫУЛАУ II (Р.: водопой; И.: wateringplace; T.: suvat) и.
1. һыу буйының көтөү төшөп ята торған урыны. □ Водопой (место на реке, где поят скот). Малдарҙы һыулауға ҡыуыу. ■ Көн эҫеп, һыйырҙар безләй башлағас, беҙ көтөүҙе һыулауға төшөрҙөк. С. Агиш. Малдар яй ғына аҡҡан болғансыҡ һыулы Орхон йылғаһына һыулауға ашығалар. Ғ. Аллаяров. Көн төшлөккә ауышты, эркелешеп йөрөгән малдар, өйөргәнде көтмәй, шишмә буйына һыулауға ыңғайланы. Ә. Хәкимов.
2. һыу ала торған урын; һыуалыш. □ Место на реке, где берут воду. ■ Көн уртаһы етһә, Сәхибә һыулауға төшә лә, усаҡ яғып, ашарҙарына әҙерләй. Т. Ғиниәтуллин. Таштуғайҡай һинең һыулауыңдан ташҡайҙарға баҫып та һыу алдым. Халыҡ йырынан.
3. Халыҡтың эсеп йәшәгән һыуы. □ Водоём, которым пользуется население. ■ [Нәркәс:] Шүлгән тигән ҙур күлең һыулау булды йәшемдән. «Аҡбуҙат». Беҙҙең ауыл Урал итәгендә, Нөгөш һыуы - уның һыулауы. Халыҡ йырынан.
ҺЫУЛЫ (Р: с водой; И.: watery; washy; T.: sulu) с.
1. Һыуы булған. □ С водой. ■ Бөтә дала кешеләре һымаҡ уҡ, Закир ҙа икһеҙ-сикһеҙ ябай киңлектәргә, әрем, ҡылған еҫтәренә, шаян, теремек дала елдәренә, мул һыулы ташҡын йылғаларға ғашиҡ. 3. Биишева. Артыҡ шәп тә, ныҡ талғын да түгел, уртаса ғына ағымлы, тулы һыулы Тубыл тирбәлә. С. Бәҙретдинов. Эргәлә көмөш кеүек таҙа һыулы йылға. И. Ғиззәтуллин. Ерле ерен маҡтайҙыр, һыулы һыуын маҡтайҙыр. «Заятүләк менән һыуһылыу».
2. Һыу һалынған йәки һыу менән тулы. □ С водой, наполненный водой, һыулы күнәк. ■ Беҙ тағы ла һыулы канауҙарға теҙелеп яттыҡ. Д. Юлтый. Ә Гәүһәр Мозафаровнаның өҫтәлендә һалҡын һыулы вазаға ҡуйылған муйыл сәскәһе тора. И. Абдуллин. Ул арала, Мәликәнең тауышынан ҡурҡып, һыйыр һыулы биҙрәне ауҙарҙы. Д. Исламов.
3. ҡар. һыуһыл 2. Һыулы картуф, һыулы еләк.
4. Һыуланған; еүеш, һыу. □ Мокрый, влажный, һыулы тупраҡ. Һыулы бесән. ■ Тимурҙың ҡыҙышҡан маңлайына һалҡын һыулы таҫтамал яптылармы ни! Й. Солтанов. Каталар, сабаталар һәм һыулы сылғауҙар менән уратылған тимер мейестән боҫ сыға. Я. Хамматов. Курғашты, йәнә иретеп, һыулы балсыҡтан эшләнгән төрлө формаларға ҡойҙолар. Ғ. Хисамов.
5. геол. Дымлы, һыуға бай. □ Водоносный. һыулы ҡатлам, һыулы тоҡомдар.
ҺЫУЛЫҠ (һыулығы) (Р: водосток; И.: sewage system; T.: akaç) и.
1. Ҡыйыҡтың түбәнге ситенә эс яҡтан һалынған буй ағас. □ Водосток, жёлоб. һыулыҡ ағасы. Һыулыҡ буйы. Һыулыҡ ҡуйыу. М Заһит һыулыҡтан айырылып, бер яҡҡа ығышҡан трансаларҙы ҡыйыҡҡа яңынан түшәне. Я. Хамматов. Башы транса менән ябылған, һыулығы серей башлаған ике тәҙрәле өйөнән, яңғыҙ һыйыр һәм бер аттан башҡа Таип байлыҡ арттыра алмаған. Р. Өмөтбаев. Баш ябыуҙары иҫкергән ҡайһы бер өйҙәрҙең ҡабыҡтары һалынып төшөп, ел иҫкән ыңғайға шапылдап һыулыҡҡа бәреләләр. Ж. Кейекбаев.
699