ҺЫУЛЫ ҠАМАСАУ
2. һыу аҡһын өсөн ҡыйыҡ ситенә махсус ҡуйылған буй таҡта. □ Водосток. М Зәйни, арба әрйәһенә етерлек таҡталарҙы улсәп бысып, һарҡытырға аласыҡтың һыулыҡ буйына һөйәне. Й. Солтанов.
3. Самауырҙың һыу ҡоя торған урыны. □ Стенка (корпус) самовара, куда наливается вода. ■ Бабай самауырҙың утлығына һыу, һыулығына ҡуҙ һалып ултырта. Әкиәттән.
ҺЫУЛЫ ҠАМАСАУ (Р.: вид лишая; И.: impetigo; T.: liken türü) и. диал.
Тимерәү төрө. □ Вид лишая, һыулы ҡамасау сығыу, һыулы ҡамасауҙан интегеу. Һыулы ҡамасауҙан дауалау.
ҺЫУЛЫҠЛАУ (һыулыкла-) (Р.: установить водосток для крыши; И.: install а sewage system; T.: akaçlamak) ҡ.
Ҡыйыҡ ситенә һыулыҡ ҡуйыу. □ Установить водосток для крыши. Һыулыҡлап эшләу. һыулыҡлап ҡуйыу. Ҡыйыҡты һыулыҡлау.
ҺЫУЛЫ ҠОРСАҢҒЫ (Р: мокрая чесотка; И.: mange; T.: uyuz) и. вет.
Хайуандарҙа, башлыса эттәрҙә осрай торған йәйге тире ауырыуы. □ Мокрая чесотка. Һыулы ҡорсаңғы сығыу, һыулы ҡорсаңғы менән ауырыу. Һыулы ҡорсаңғыны дауалау.
ҺЫУ ЛЮТИГЫ (Р: лютик водяной; И.: ranunculus; T.: beyaz su çiçeği) и. бот.
Лютиктар ғаиләһенә ҡараған асыҡ йәшел төҫтәге күп йыллыҡ үлән. □ Лютик водяной (лат. Batrachium). һыу лютигы япрағы. Һыу лютигы сәскәһе. Һыу лютигын өҙөп алыу.
ҺЫУМАЛ и. диал. ҡар. һаумал. Ҡымыҙға һыумал өҫтәу. Һыумал эсеу. Тәмле һыумал.
ҺЫУМОРОН (Р: насморк; И.: running nose; rheum; T: nezle) и. диал. ҡар. тымау.
Танау ҡыуышлығының лайлалы шекәрәһе елһенеүенән тын ауырлашып, сөскөрткән ауырыу. □ Насморк. Ҡаты һыуморон. һыу-морон тейеу. һыуморондан ҡотолоу.
ҺЫУ МҮГЕ (Р: мох водяной; И.: water moss; T: su yosunu) и. бот.
Һабағы оҙонса, тар шәлкем булып һуҙылып үҫкән һыу үҫемлеге. □ Мох водяной (лат. Fontinalis antipy retied). һыу муге һабағы. Һыу муге япрағы. Матур һыу муге.
ҺЫУМӘҘӘТ ымл. ҡар. һеүмәҙәт. ■ Ә ул [Ҡаған] ҡурайсыларға һәм йырсыларға «һыу-
мәҙәт» йә «афарин» әйтә-әйтә, Раушананың ҡолағына ниҙер шыбырлай-шыбырлай һыйланып ултырыуын белде. Б. Рафиҡов.
ҺЫУ ӨРӨЛӨҮ (һыу өрөл-) (Р: набить мозоли; И.: chafe; T: nasır tutmak) ҡ. диал.
Ышҡылыуҙан, өйкәлеүҙән тире аҫтына һыу йыйылыу. □ Набить мозоли. Аяҡҡа һыу өрөлөу. Һыу өрөлгән ер ауыртыу.
ҺЫУ ПӘРҘӘҺЕ (Р: мифический покров воды; И.: magical cover of water; T: su perdesi) и. миф.
Һыуҙың мифик ҡаплауы. □ Мифический покров воды. М Ҡояш байығас һыу пәрҙәһен яба икән, шуға кисен һыу алырға ярамай. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺЫУ САЙЫ и. диал. ҡар. һыу ебәге 2. Һары һыу сайы. Йәшел һыу сайы. Йомшаҡ һыу сайы.
ҺЫУ САҠЫРЫУ (һыу саҡыр-) (Р: вызывать дождь; И.: cause rain; T: yağmur dilemek) ҡ. миф.
Ямғыр теләү, саҡырыу. □ Вызывать дождь. // Вызывание дождя. ■ Яуын яумаһа, һыу саҡырабыҙ. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺЫУ САРПЫУЫ (Р: болезни от воздействия духа воды; И.: water-sprite induced sickness; T: Su İyesi etkisinden gelen hastalık) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, һыу эйәһе ҡағылыуҙан барлыҡҡа килгән ауырыу. □ Болезни от воздействия духа воды. Һыу сарпыуы ҡағылыу. Һыу сарпыуы тейеу. Һыу сарпыуын ҡыуыу.
ҺЫУ СЕБЕШЕ (Р: погоныш-крошка; И.: Baillon’s crake; T: küçük sutavuğu) и. зоол.
1. Яр буйындағы шырлыҡтарҙа йәшәүсе, тартай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, сыйырсыҡтан бәләкәйерәк күсмә ҡош. □ Погоныш-крошка (лат. Porzana pusilia). Һыу себеше ҡанаты. Әрәмәлектә һыу себештәре йөрөй, һыу себештәре йылы яҡҡа осто.
2. диал. ҡар. һыу бүҙәнәһе, һыу себеше йомортҡаһы. Һыу себеше балаһы. Һыу себеше ҡауырһыны.
ҺЫУ СЫҒЫШЫ (Р: брод; И.: ford; T: sığ yer) и. диал. ҡар. кисеү II, 1.
Йылғаның кисеп аша сығып йөрөй торған һай урыны. □ Брод, переправа. Һыу сығышы тәңгәлендә туҡтау, һыу сығышына килеу.
700