ҺЫУҺАҠЛАҒЫС
ҺЫУ СЫСҠАНЫ (Р.: водяная крыса; И.: water voles; T.: su sıçanı) и. диал. ҡар. көшөл.
Күкшел йөнлө кимереүсе ер-һыу йәнлеге. □ Водяная крыса (лат. Aruicola terrestris). Һыу сысҡаны күреү. Һыу сысҡаны тотоу. Һыу сысҡаны йылға буйында оя яһай.
ҺЫУ СӘПСЕГЕ (Р: белая трясогузка; И.: wagtail; T.: ak kuyruksallayan) и. диал.
1. Арҡаһы аҡһыл буҙ, түше, түбәһе ҡара, ҡорһағы менән сикәһе аҡ төҫтәге сәпсек. □ Белая трясогузка (лат. Motacilla albd). Һыу сәпсеге ҡойроғо, һыу сәпсеге йомортҡаһы.
2. ҡар. һыу турғайы. Һыу сәпсеге ҡанаты. Һыу сәпсеге балаһы.
ҺЫУ СӘСКӘҺЕ (Р: лилия водяная; И.: water-lilies; T.: nilüfer) и. диал. ҡар. томбойоҡ.
Ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, һыу өҫтөнә йәйелеп үҫкән эре түңәрәк япраҡлы, аҡ йәки һары төҫтәге эре сәскәле һыу үҫемлеге. □ Лилия водяная, кувшинка (лат. Nymphaea). Аҡ һыу сәскәһе. Һары һыу сәскәһе. Кул өҫтөндә матур һыу сәскәләре уҫә.
ҺЫУ СӘСӘГЕ (Р: ветряная оспа; И.: varicella; T.: suçiçeği) и.
Тән янып, һыулы сабыртҡы сығып, һытылып кибә торған йоғошло ауырыу. □ Ветряная оспа. М Йәнә бер яңылыҡ: быйыл республикала дифтерия, ҡыҙамыҡ, һыу сәсәге кеуек ауырыуҙар тулыһынса юғалған икән. «Йәшлек», 8 декабрь 2009.
ҺЫУ СӘТЛӘҮЕГЕ (Р: орех водяной; И.: water caltrop; T.: göl kestanesi) и. бот.
һыу ятҡылыҡтарында үҫкән, ашарға яраҡлы орлоғо булған үҫемлек. □ Орех водяной, рогульник, чилим (лат. Trapa natans). ■ Тик «Йәшлек» өсөн генә бер егет һыу сәтләүеген алып сығып, фотоға төшөрөргә рөхсәт бирҙе. «Йәшлек», 10 июль 2010.
ҺЫУ ТАУЫҒЫ (Р: водяной пастушок; И.: water rail; T.: su kılavuzu) и. зоол.
Көрәнһыу һыртлы, күк буҙ түшле, оҙон аяҡлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло һыу ҡошо (сыйырсыҡтан бәләкәйерәк; томбойоҡ япраҡтары өҫтөнән йугереп йәки һыуҙа йөҙөп йөрөй). □ Водяной пастушок (лат. Rallus aquaticus). Бәләкәй һыу тауығы. Һыу тауығы себеше. Кул өҫтөндә һыу тауығы йөҙә.
ҺЫУ ТАШЫ (Р: гранит; И.: granite; crouan; T.: granit) и. диал.
Ялан шпаты һәм слюданан торған ҡаты тау тоҡомо. □ Гранит. Һыу ташынан һәйкәл. Һыу ташы сығарыу.
ҺЫУ ТИПКӘНЕ и. диал. ҡар. шәре I, 1. Сәпсек һыу типкәненән эсә. Һыу типкәне йыйылып ята. Боҙ өҫтөнә һыу типкәне сыға.
ҺЫУ ТИРМӘНЕ (Р: водяная мельница; И.: watermill; T.: su değirmeni) и.
Һыу ағымы ярҙамында хәрәкәткә килтерелә торған тирмән. □ Водяная мельница. Я XX быуаттың башында Урғаҙа буйҙарында алтын табыу эше йәйелдерелә, ике һыу тирмәне эшләй. «Атайсал», 11 июль 2014.
ҺЫУ ТӨШӨҮ (һыу төш-) ҡ. диал. ҡар. һыу инеү. һыу төшә киттеләр. ■ Кәкук саҡыра башлау менән һыу төшөргә була, тигән һынамыш бар. «Башҡортостан», 31 май 2012.
ҺЫУ ТУРҒАЙЫ (Р: оляпка; И.: dipper; T.: su karatavuğu) и. зоол.
һыу төбөнә төшөп, ем эҙләй торған ала турғай. □ Оляпка (лат. Cinclus cinclus). һыу турғайы балаһы. Һыу турғайының ҡанаты. Һыу турғайы бик оҫта сума.
ҺЫУ ҮГЕҘЕ I и. диал. ҡар. һыу буғаһы. Ваҡ һыу үгеҙе. Һыу үгеҙе ҡауырһыны. Һыу үгеҙе ҡанаты.
ҺЫУ ҮГЕҘЕ II и. миф. ҡар. һыу эйәһе.
■ Таныпта бер-бер артлы дүрт кешене һыу үгеҙе алды. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺЫУ ХУЖАҺЫ и. миф. ҡар. һыу эйәһе.
■ Кояш байығас һыу алырға кәрәк булһа, һыу хужаһынан ғәфү үтенеп, рөхсәт алып, һыу алабыҙ. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺЫУҺАҠ (һыуһағы) (Р: пруд; И.: pond; T.: gölet) и. диал. ҡар. быуа.
Һыу йыйып һаҡлау өсөн быуылған урын. □ Пруд, һыуһаҡ һыуы. һыуһаҡты таҙартыу. һыуһаҡта һыу инеү.
ҺЫУҺАҠЛАҒЫС (Р: водохранилище; И.: reservoir; T.: baraj gölü) и.
Һыу йыйып һаҡлау өсөн быуылған урын; быуа. □ Водохранилище, һыуһаҡлағыс төҙөү. Нөгөш һыуһаҡлағысы. ■ Был тирәлә йөҙҙәрсә саҡрым ерҙәрҙе баҫасаҡ һыуһаҡлағыс төҙөргә ҡарар ителгәс, бульдозерҙар байтаҡ ер ҡатламын умырғас, боронғо ҡоролмалар ҡалдыҡтары асыла ла, эш туҡтап ҡала. Г. Яҡупова. Йылғалар кимәле ҡырҡа кәмегән
701