ҺЫУҺАР
мәлдәрҙә ҡалаларҙағы эре предприятиеларҙы, халыҡты Павловка һәм Нөгөш һыуһаҡлағыстары ауыр хәлдән ҡотҡара. М. Хужин.
ҺЫУҺАР I (Р.: куница; И.: common marten; T.: sansar) и. зоол.
Оҙонораҡ тороҡло, ялбыр ҡойроҡло көрән төҫтәге ҡиммәтле тиреле ҙур булмаған йыртҡыс йәнлек. □ Куница. / Куний (лат. Martes martes). һыуһар тиреһе, һыуһар тотоу. ■ һырттарҙа, урмандарҙа тейен, һыуһар атыусы һунарсыларҙың мылтыҡ тауышы ауылға килеп етмәй, ағастар араһында йотолоп ҡала. Ж. Кейекбаев. Яуған ҡар ултыра төшөп, һунар шәбәйгәс, Төлкөсура һыуһар, тейендәр ҙә алып ҡайтҡылай башланы. Н. Мусин. «Хәҙер «ҡунаҡтар» килә», - тине лә [Мөхәмәтшәриф] күҙенә шылып төшкән һыуһар бүреген башынан йолҡоп мөйөшкә ырғытты, туш кеҫәһенән ебәк ҡулъяулыҡ сығарып, яҫы битен һөртөп алды. Р. Өмөтбаев, һыу буйҡайҙарында һыуһар куп, ҡойроҡтары уның йофар кук. Халыҡ йырынан.
ҺЫУҺАР II (Р: боярышник; И.: hawthorn; T.: akdiken) и. диал. ҡар. энәлек.
Ҡыҙғылт һары емешле эре энәле ағас йәки ҡыуаҡ һәм шуның емеше; дунала. □ Боярышник (лат. Crataegus), һыуһар һөйәге. һыуһар емеше, һыуһар йыйыу. Сәнскәкле һыуһар.
ҺЫУҺАРҘАР (Р: куньи, или кунице-вые; И.: marten; Т.: sansar) и. зоол.
Бурһыҡ, ҡама һ. б. кеүек һөтимәр йыртҡыстар ғаиләһе. □ Куньи, или кунице-вые (лат. Martes). М Йәтсә - һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған бәләкәй генә нәҙек оҙон йәнлек. «Башҡортостан», 3 июль 2015.
ҺЫУҺАТТЫРЫУ (һыуһаттыр-) ҡ. эйһ. ф. һыуһау, безл. от һыуһау. М Төнө буйы килгән аттар арыны, өҫтәүенә, ҡояш бейегерәк кутәрелгән һайын нығыраҡ ҡыҙҙырҙы, тын алыуы ауырлашты, һыуһаттырҙы. Ғ. Хисамов. [Ғәлиә:] Ғиззәтулла ағай, арығанһыңдыр ҙа, һыуһаттырҙы ла, мин сәй ҡайнатып ебәрәйем әле. Н. Мусин.
ҺЫУҺАТЫУ (һыуһат-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. һыуһау 1. понуд. от һыуһау
1. Тоҙло бәшмәк һыуһата. Сәй эсермәй кеше
не һыуһатыу. ■ Ҡаҡлаған ит бик һыуһата. Р. Ғабдрахманов.
2. эйһ. ф. ҡар. һыуһау 1. безл. от һыуһау
1. ■ Һыу килтерҙеләр. Мин дә эстем. Бик ваҡытлы ине - һыуһатҡан. X. Кәрим. Шифалы дымһыл Ҡариҙел һауаһы шәфҡәтле ҡалын урман шаршауы аяуһыҙ көйҙөргән эҫе йәйҙәрҙә лә ҡорғаҡһытмай, сарсатып һыуһатмай Нурлының ерҙәрен. Яр. Вәлиев. Бик һыуһатты бит әле, колхоз йәйләүе был, уттары бар, инеп сығайыҡ әле, - тип Ғарифулла Фәтихте әйҙәләне. А. Мағазов.
ҺЫУ ҺАТЫУ (Р: обычай «продажи воды» молодой невесты; И.: kind of wedding ceremony; T.: bir düğün töreni) и. этн.
Һыу башлатҡас, йәш килен алып ҡайтҡан һыуҙы ҡунаҡтарға һатып эсереү йолаһы (туй йолаһына ҡарай). □ Обычай «продажи воды» молодой невесты (из свадебного обряда ). һыу һатыу йолаһы.
ҺЫУҺАУ (һыуһа-) (Р: испытывать жажду; И.: be thirsty; T.: susamak) ҡ.
1. һыу эске килеү. □ Испытывать жажду, хотеть пить, жаждать. // Жажда, һыуһап китеу. ■ Ике-өс сәғәттән һуң, ҡояш утә ҡыҙҙыра башлағас, малайҙар бик ныҡ һыуһанылар. Ә. Бикчәнтәев. Биҙәкле таштан яһалған касаны ирендәренә яҡын килтергәс, Ҡәнзәфәр ни саҡлы һыуһағанын аңланы. М. Ғиләжев. [Әбей:] Ҡыҙым, мунсанан һуң һыуһаным, бер сәй эсер ҙә инде, ҡайтһаң ҡайтырһың. Әкиәттән.
2. кусм. Нимәгәлер ныҡ зарығыу, көслө күңел талабы һиҙеп, ныҡ ынтылыу. □ Сильно, страстно желать, ждать чего. // Жажда. Белемгә һыуһау. Иреккә һыуһау. Мөхәббәткә һыуһау. ■ Оҙаҡ маршруттан һуң һыбайлылар дошмандан ус алыуға һыуһағайны. И. Кинйәбулатов. Донъяһы шулай ҡоролған инде: яҙ уҙе менән ҡояш йылыһын, ҡоштар һайрауын, сәскәләр күркәмлеген килтергән кеуек ук, йәшлек тә мөхәббәткә һыуһауы менән килә. Д. Исламов. Ҡәрәшкә һыуһап йөрөгән, күрәһең, Торсонбай, алдына алғанын өҙмәне лә ҡуйманы. Н. Мусин.
ҺЫУ-ҺҮЛ (Р: половодье; И.: high water; T.: taşma) и. йыйн.
1. Яҙғы ташҡын һыу. □ Половодье, разлив. Яҙғы һыу-һүл. Һыу-Һүл ваҡыты. ■
702