ҺЫУҺЫН
Байтаҡ бала йөрөп уҡығанлыҡтан, яҙғы каникулды һыу-һул ваҡытында яһайҙар. Н. Мусин. Яҙғы һыу-һул ваҡыттарында Үҙәште ярҙан ярға таша. Ж. Кейекбаев.
2. Йыйылып йәки ағып ятҡан һәр төрлө һыу, төрлө йылға һәм күл. □ Водоём. ■ [Нәҙерша :] Дошман килер юлдарҙа һыу-һул аша куперҙең берен ҡуймай боҙоғоҙ. «Мәргән менән Маян». Был ике быҙау, һис һыу-һулгә эләкмәй.. Уралға барып сыҡҡан. «Ҡуңыр буға».
ҺЫУҺЫҘ (Р.: безводный; И.: arid; Т.: susuz) с.
1. Һыуы юҡ, һыуға мохтаж. □ Безводный. һыуһыҙ сул. ■ Хинганды төшкәс тә, меңдәрсә километрға йәйелгән һыуһыҙ далаларҙы утергә кәрәк. Ғ. Аллаяров.
2. һыу ҡушылмаған. □ Безводный, һыуһыҙ матдә, һыуһыҙ спирт.
ҺЫУҺЫҘЛАНДЫРЫУ (һыуһыҙландыр-) (Р.: обезвоживать; И.: unwater; Т.: susuzlaştırmak) ҡ.
һыуһыҙға әйләндереү, һыуһыҙ итеү. □ Обезвоживать. Участканы һыуһыҙландырыу. Аҙыҡ продуктын һыуһыҙландырыу. Майҙы һыуһыҙландырыу.
ҺЫУҺЫҘЛАНЫУ (һыуһыҙлан-) (Р.: обезвоживаться; И.: be dehydrated; T.: susuzlaşmak) ҡ.
Нимәнеңдер составында һыуы кәмеү, бөтөү; һыуһыҙға әйләнеү. □ Обезвоживаться. Тупраҡ һыуһыҙланды.
ҺЫУҺЫҘЛЫҠ (һыуһыҙлығы) (Р.: безводье; И.: lack of water; T.: susuzluk) и.
һыуға ҡытлыҡ, һыу етешмәгән хәл. □ Безводье, һыуһыҙлыҡтан яфа сигеу. Һыуһыҙлыҡ арҡаһында уҫемлектәр кәмеу. ■ һыуһыҙлыҡтан сарсаған, йөҙҙәре һарғайып, ирендәре ярылған атлылар дуртенсе көндә генә Урмияны килеп ала. Р. Өмөтбаев, һыуһыҙлыҡтан әҙәмдәр генә тугел, дөйәләр ҙә ҡырыла башлаған. М. Кәрим.
ҺЫУ ҺЫЙЫРЫ (Р: буйвол; И.: buffalo; T.: susığırı) и. зоол.
Эре мөгөҙлөләр ғаиләһенә ҡараған, йылы яҡта аҫрала торған, һирәк кенә ҡыҫҡа йөнлө, ҙур кәкре мөгөҙлө, айыры тояҡлы эре мал төрө. □ Буйвол (лат. Bubalus}. ■ Бол ҡәҙерен
белмәгән йунһеҙ йәндәргә был, әлбиттә, һаҙға сумған баяғы Африка һыу һыйырының ҡойроҡ аҫтынан булкелдәтеуе һымағыраҡ тойола. Й. Солтанов.
ҺЫУҺЫЛ (Р: влажный; И.: humid; Т.: nemli) с.
1. Һыу һеңгән; һыулы. □ Влажный, һыуһыл тупраҡ. М Ә хәҙер тирәк ниндәй! һыуһыл тамырҙарын ер ҡуйынына һуҙған. Т. Килмөхәмәтов. Вәлиә килеп еткәндә, Кәбир һыйырҙарын йылға уҙәнендәге ҡуйы һыуһыл уләнгә ҡушҡан да уҙе ҡайынлыҡтар буйындағы аҡланға инеп ултырғайны. Ғ. Лоҡманов.
2. һыуланып, һылашып торған. □ Водянистый. һыуһыл балсыҡ. Һыуһыл картуф. Һыуһыл тупраҡ.
ҺЫУҺЫЛЫУ (Р: русалка; И.: mermaid; T.: denizkızı) и. миф.
Мифик һыу ҡыҙы. □ Русалка (мифическая водяная красавица). К Сабир уны [ҡыҙҙы] әкиәттәрҙәге һыуһылыуға оҡшатты. Р. Ғабдрахманов.
ҺЫУ ҺЫЛЫУҠАСЫ (Р: водокрас; И: frog’s-bit; T.: kurbağazehiri) и. бот.
Ҡыҫҡа тамырлы, тәңкә япраҡлы, аҡ сәскә атыусы һыу үҫемлеге. □ Водокрас (лат. Hydrocharis). һыу һылыуҡасы тамыры. Һыу һылыуҡасы япрағы. Һыу һылыуҡасы сәскә атҡан.
ҺЫУҺЫН I (Р: жажда; И.: thirst; Т.: susama) и.
1. Ныҡ һыуһап, эске килеү теләге. □ Жажда, желание, потребность пить, һыуһынға айран эсеу. һыуһынды ҡандырыу. ■ Көмөштәй саф, балдай татлы шишмә һыуы һаман элеккесә һыуһағандың һыуһынын ҡандырған, арығанға хәл индергән, сырхағанға шифалы дауа булған. 3. Биишева. Купме юл утелде ошо арала, нисәмә ят ҡалаларҙы курҙе Әхтәм, сит ерҙәрҙең һыуһын ҡандырмаҫ һыуҙарын эсте. Ә. Хәкимов.
2. һыуһағанда эсеү өсөн әҙерләнгән эсемлек. □ Питьё. Һыуһын әҙерләу. һыуһын эсереу. ■ [Кыразбикә:] Карағол, һин арығанһыңдыр, инеп һыуһын эс. Д. Юлтый. [Нәркәс - һәубәнгә:] Атам һыуһын биргәндә, һул ҡул менән алырһың. «Аҡбуҙат».
703