ҺЫУҺЫН
ҺЫУҺЫН II (Р.: промежуток рабочего времени от одного времени отдыха до другого; И.: time spell; T.: iki paydos arası) u.
1. Бесән, иген һ. б. эштәрҙә бер арығанса эшләп алған ваҡыт араһы. □ Промежуток рабочего времени от одного времени отдыха до другого. Иртәнге һыуһын. Бер һыуһын эшләп алыу. М Бынан бер нисә көн элек совхозға юл ыңғайы, эңер төшкәнсе йәнә бер һыуһын атлар алдынан, район үҙәгендә Сергей ашханаға тамаҡ ялғарға инде. А. Абдуллин. Ирғәле Бәхтийәров иртәнге сәйгә тиклем ук, бер һыуһын болонда бесән сабып ҡайтыр ине. Ш. Янбаев. Хатта һыуһын араһында ла, сәй эскәндә лә бер-беребеҙгә төртмә таҡмаҡтар әйтешеп, көлөшөп, шаярып маташа инек. «Атайсал», 29 июль 2015.
2. Билдәле бер ваҡыт эшләгәс, туҡтап ял иткән ваҡыт. □ Перерыв. М Ҡиске һыуһынға туҡтағанда, ырҙында илле йөклөк ашлыҡ өйөлөп өлгөргәйне инде. Ғ. Дәүләтшин.
ҺЫУҺЫН III и. диал. ҡар. һаумал. Һыуһын яһау. һыуһын эсеу. Тәмле һыуһын.
ҺЫУҺЫНДЫҠ (һыуһындығы) (Р.: щавель кислый; И.: wild apple; T.: kuzukulağı) и. диал. ҡар. ҡуҙғалаҡ.
Ашай торған әскелтем япраҡлы күп йыллыҡ үҫемлек. □ Щавель кислый, кислица (лат. Rumex acetosa). Әсе һыуһындыҡ. Йәш һыуһындыҡ. һыуһындыҡ ашау.
ҺЫУҺЫНТЫҠ (һыуһынтығы) (Р.: щавель кислый; wild apple; T.: kuzukulağı) и. диал. ҡар. ҡуҙғалаҡ.
Ашай торған әскелтем япраҡлы күп йыллыҡ үҫемлек. □ Щавель кислый, кислица (лат. Rumex acetosd). һыуһынтыҡ өҙөп алыу. һыуһынтыҡ яратыу, һыуһынтыҡтан бәлеш бешереу. һыуһынтыҡтан турама эшләу.
ҺЫУҺЫРАУ (һыуһыра-) ҡ. ҡар. һыуһыҙланыу. һыуһырап китеу. һыуһырап бө-төу. һыуһыраған яландар.
ҺЫУ ШЫРШЫҺЫ (Р.: сосенка водяная; И.: mare’s tail; T.: atkuyruğu) и. бот.
Башлыса һаҙлыҡтарҙа осраусы, ярты өлөшө һыу аҫтында, өҫкө яғы һыу өҫтөнә сығып күренеп ултырған күп йыллыҡ үлән □ Сосенка водяная, хвостник обыкновенный (лат. Hippuris vulgaris). Һыу шыршыһы
тамыры. Һыу шыршыһы һабағы. Һыу шыршыһының файҙалы үҙенсәлектәре.
ҺЫУЫҒАЙ (Р.: январь; И.: January; Т.: ocak) и.
Йылдың беренсе айы; ғинуар. □ Январь. М Ә ғинуарҙа, халҡыбыҙ календары буйынса һыуығайҙа, беҙҙе ниндәй көндәр көтә? «Юшатыр», 1 ғинуар 2016. Ай башында байрамдар мул булғанлыҡтанмылыр, һыуығайҙың икенсе яртыһы тыныс, һил куренә. «Киске Өфө», № 2, 2016.
ҺЫУЫҒАЙЫУ (һыуығай-, һыуығая) ҡ. ҡар. һыуыу. Ж Тау үрләй барған һайын кис ҡуйыра, һыуығая бара. «Башҡортостан», 29 август 2015. Таныш-белештәрҙең дә төҫтәре ҡапыл үҙгәреп, күңелдәре һалҡынайып, әҙәм балаһы йылмайыуҙы онотҡандай, ғөмүмән, донъя һыуығайып киткәндәй тойолдо. Й. Солтанов.
ҺЫУЫҒАЯҠ (һыуығаяғы) (Р.: гуляка; И.: rake; flirtatious man; T.: çapkın) и. диал.
Боҙоҡ, йөрөмтәл ир. □ Гуляка, һыуығаяҡ булыу, һыуығаяҡ Хәлим һаман да өйөнә ҡайтмаған.
ҺЫУЫҠ I (Р.: холодный; И.: cold; Т.: soğuk) с.
Түбән температуралы; киреһе - йылы. □ Холодный, морозный, студёный, һыуыҡ ел. һыуыҡ һыу. һыуыҡ булыу. ■ Көн һыуыҡ ҡына, ләкин Мырҙабай быны һиҙмәй, асыуынан ҡыҙара янып килә. Р. Байымов, һыуыҡ ҡыш яҡынлашып килә. Ә. Бикчәнтәев.
ҺЫУЫҠ II (һыуығы) (Р.: мороз; И.: frost; T.: soğuk) и.
1. Түбән температуралы һауа. □ Мороз, холод. Көҙгө һыуыҡ. Кышҡы һыуыҡ. Сасҡау һыуыҡ. Һыуыҡҡа сыҙамлы үҫемлектәр. ■ Тышта сатлама һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, ишек шар асыҡ. А. Абдуллин. Ноябрҙең тәүге яртыһы ғына булһа ла, тышта декабрь һыуығы хөкөм һөрә. 3. Биишева.
2. миф. һыуыҡ эйәһе. □ Дух холода. ■ Кояш апай, кил-кил, һыуыҡ ағай, кит-кит. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺЫУЫҠ III (Р.: холодно; И.: chilly; Т.: soğuk) р.
Түбән температуралы булған. □ Холодно. Бүлмәлә һыуыҡ. Тышта бик һыуыҡ. Бөгөн
704