Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 705


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫУЫНДЫРЫУ
һыуыҡ. ■ Төн һыуыҡ, ҡараңғы. Б. Бикбай. Мирсәй ағайҙың бурке бер яҡҡа ҡыйшайған, уҙе, тышта шаҡтай һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, ширләгәйне. Ә. Вәли.
ҺЫУЫҠ АЛДЫРЫУ (һыуыҡ алдыр-) (Р.: простужаться; И.: take, catch cold; T.: soğuk almak) ҡ.
һыуыҡ тәьҫиренә бирешеп ауырыу. □ Простужаться. ■ [Эльбрус Ниғмәтуллин:] һыуыҡ алдырып, өс көн ауырып ятҡанымды иҫәпкә алмағанда, барыһы ла яҡшы. «Башҡортостан», 4 март 2015. [Рәғиҙә Янбулатова:] Ауыл клубтарында Ҡарлуғас ролен уйнағанда һыуыҡ алдырҙым. М. Бураҡаева.
ҺЫУЫҠ ҠАНЛЫЛАР (Р.: хладнокровные; И.: cold-blooded; T.: soğukkanlı) и. зоол.
Тән йылыһы тотороҡло булмаған, тышҡы шарттар тәьҫирендә үҙгәреп торған йәнлектәр (йылан, селәүсен һ. б.). □ Хладнокровные. Һыуыҡ ҡанлыларҙың төҙөлөшө. Кеҫәрткеләр һыуыҡ ҡанлыларға ҡарай, һыуыҡ ҡанлыларҙың тән температураһы һауа температураһына ҡарап үҙгәрә.
ҺЫУЫҠЛЫҠ (һыуыҡлығы) (Р: мороз; И.: frost; T.: soğukluk) и.
Һыуыҡ температураның кимәле. □ Мороз, холод. Декабрҙә һыуыҡлыҡ 30-40 градусҡа етә. К Көндөң һыуыҡлығы нишләптер Кусәрбай ҡарттың күңелендәге эш дәртен һүндермәне. Т. Хәйбуллин. Көндөң һыуыҡлығы ҡаланан сыҡҡас нығыраҡ һиҙелһә лә, һәйбәт атлап барған ҡыҙылгвардеецтарға йылы ине. А. Таһиров.
ҺЫУЫҠ ТЕЙҘЕРЕҮ (һыуыҡ тейҙер ) ҡ. ҡар. һыуыҡ алдырыу. ■ Әгәр һыуыҡ тейҙереп, тымаулабыраҡ та торған сағың булһа, бауырһаҡлы сәйҙе тирләп-бешеп эсә торғас, күңелеңдең тамам асылып, башыңдың еңеләйеп киткәнен дә һиҙмәй ҡалаһың. Ә. Байрамов.
ҺЫУЫҠ ТЕЙЕҮ (һыуыҡ тей-) (Р: простудиться; И.: take, catch cold; T: soğuk almak) ҡ.
һалҡын тәьҫирендә ауырыу. □ Простудиться. I! Һыуыҡ тейеп ауырығанда еләктең кипкән емешен, япраҡтарын, сәскәһен ҡайнатып эсһәң, юғары тән температураһын
төшөрә икән. «Ейәнсура таңдары», 28 июнь
2014. Аллергия осрағында күҙҙәр йыш ҡыҙара, һыуыҡ тейгәндә был хәл күҙәтелмәй. «Башҡортостан», 9 февраль 2016. Ер еләгенән йәки япрағынан әҙерләнгән төнәтмәне һыуыҡ тейгәндә, юғары тән температураһы менән интеккәндә һәм дөйөм сәләмәтлекте нығытыу өсөн әсәләр. «Торатау», 25 июль 2011.
ҺЫУЫҠҺЫНЫУ (һыуыҡһын-) (Р: чувствовать озноб; И.: feel cold; T: biraz üşümek) ҡ.
Бер аҙ өшөп тороу; өшөңкөрәү, өшөкһөү. □ Чувствовать озноб, һыуыҡһынып тороу, һыуыҡһынып китеү, һыуыҡһынып торам, ауырырға уйлайым, шикелле.
ҺЫУЫҠҺЫРАУ (һыуыҡһыра-) (Р: озябнуть; И.: feel cold; T: üşümek) ҡ.
1. Һалҡынлыҡ тойоу; өшөү. □ Озябнуть. һыуыҡһырап китеү. Һыуыҡһырап тороу. Иртәнсәктән бирле һыуыҡһырап торам.
2. Һыуыҡтан, еүештән ытырғаныу, сирҡаныу. □ Испытывать озноб. Ямғырҙан һыуыҡһырау. һыуыҡһырап китеү. Һыулы кейем кейҙем дә һыуыҡһырап торам.
ҺЫУЫҠҺЫУ (һыуыҡһы-) (Р: зябнуть;
И.: feel chilly; T: üşütmek) ҡ.
Һыуыҡ тәьҫиренә бирелеү; өшөү. □ Зябнуть. һыуыҡһырап китеү. ■ Йылы өйҙән һыуыҡ таң алдында юлға сыҡҡанға .. бөтә тән һыуыҡһып ҡалған. Ғ. Дәүләтшин.
ҺЫУЫН (Р: название одного из башкирских родов; И.: name of a Bashkir clan; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт ырыуының исеме. □ Название одного из башкирских родов племени кыпчак; суун. ■ Һыуын сәңкемдәр, ҡарылар, һыуындар, ҡарағайҙар һәм башҡа ҡыпсаҡ ырыуҙары Башҡортостанда ҡала. «Ағиҙел», № 11, 2012. Көньяҡ Уралда ҡыпсаҡтар төп өс төркөмгә бүленгән: төньяҡта - ҡарағайҙар һәм гәрәйҙәр, урта өлөштә - һыуындар, бошмандар, сәңкемдәр, көньяҡта - ҡара ҡыпсаҡтар. «Табын», 2 март 2015.
ҺЫУЫНДЫРЫУ (һыуындыр ) ҡ.
1. йөкм. ҡар. һыуыныу 1. понуд. от һыуыныу 1. Атты һыуындырыу. Бүлмәне һыуындырыу. ■ Майҙанда егет-елән сабыш аттарын йөрөтөп, бәйге урыны менән таныштыра, бер тирләтеп, бер һыуындырып
705