ШУР
яғында тороусы уҡсы полкты ҡурсалап, шундуҡ һуғышҡа ташланды. Ғ. Аллаяров. Ауыл Советында һәүетемсә барған әңгәмә шундуҡ етди төҫ алды. Р. Өмөтбаев.
ШУНЛЫҠТАН терк. ҡар. шуға күрә. Эш бар ине, шунлыҡтан килә алманым. Мәғлүмәттәр иҫкергән, шунлыҡтан уларға таянып булмай. Я Ул саҡта әле беҙҙең ауылда телевизорҙар юҡ ине, шунлыҡтан үҙебеҙ курмәнек. М. Ғиләжев.
ШУНСА (Р.: столько; И.: so much; T.: şu kadar) p.
Билдәле бер һан, күләм иҫәбенә тоҫҡағанда ҡулланыла; шул тиклем. □ Столько. Шунса аҡса. Я Донъяла нисә кеше йәшәһә, шунса ҡылыҡ барҙыр. И. Ғиззәтуллин. Ни тиклем тырышһаҡ, еңеу шунса тиҙерәк буласаҡ. К. Кинйәбулатова. Оҙатыр, тамаша ҡылыр шунса халыҡты кургәс, һыбайлыларға бөтөнләй икенсе төҫ инде. Ғ. Хөсәйенов. Тормошта ла шулай бит: кеше ни тиклем куберәк белһә, ни тиклем юғарыраҡ күтәрелһә, уның ҡарашы шунса киңерәк була. М. Садиҡова.
ШУНСАМА р. диал. ҡар. шунса. Шунсама кеше. Шунсама һум аҡса. Я Әйтерең бармы, шунсама ҙур баҡсалағы картуфты кумеп бөткәйне. Н. Алсынбаев. Нимә тип шунсама халыҡ йыйылып киткән бында, төнгә табан? Г. Яҡупова.
ШУНҺЫҘ (Р: без того; И.: without it; T.: onsuz) билд. a.
Нимәнелер эшләмәй, ҡылмай тороп; шунан башҡа. □ Без того, без этого. Шунһыҙ булмай. Я Кейәнең ҡайһы яҡҡа ҡарап торғанын улар [ҡорттар] хәтерҙәренә ныҡ һеңдерергә тейештәр. Шунһыҙ ейгә кире инә алмаясаҡтар. Ф. Иҫәнғолов.
ШУНЫҢ АРҠАҺЫНДА терк. ҡар. шуға күрә.
ШУНЫҢ ӨСӨН терк. ҡар. шуға күрә. Нәҡ бына шуның өсөн.
ШУҢАР терк. һөйл. ҡар. шуға күрә. Ер куп булды, шуңар малды куп аҫранылар.
ШУҢАРСА р. һөйл. ҡар. шуғаса. Шуңарса белмәй йөрөгәнмен. Шуңарса ял итеу. Шуңарса эшләй тороу.
ШУҢАРСА БУЛМАЙһөйл. ҡар. шунда уҡ. Шуңарса булмай ямғыр яуып ебәрҙе.
ШУПАҠ (Р: нескладный; И.: ungainly; Т.: biçimsiz) с. диал.
Килбәтһеҙ. □ Нескладный. Шупаҡ кейем.
ШУПАН (Р: грузный; И.: bulky; T.: ağır) с. диал.
Ауыр кәүҙәле, лупыш. □ Грузный, тяжеловесный. Шупан кеше.
ШУПТАЙ (Р: ворчун; И.: grumbler; Т.: dırdırcı) и. диал.
Мығырлаҡ, сөңкөлдәк. □ Ворчун. Шуп-тай ныҡ куп һөйләй. Шуптайҙың һөйләнеуе ялҡытты.
ШУПЫРЛАТЫУ (шупырлат-) ҡ. диал.
1. йөкм. ҡар. шупырлау. понуд. от шу-пырлау. Һыуҙы шупырлатып йүгерештеләр балалар.
2. Тауыш сығарып эсеү, һемереү. □ Прихлёбывать, есть с шумом. Шупырлатып ашарға ярамай.
ШУПЫРЛАУ (шупырла-) (Р: издавать звук (о плескании)', И.: plash; T.: şıngırdamak) ҡ. диал.
Сыптырлау, сылтырау. □ Издавать звук (о плескании). // Всплеск. Шупырлап ағыу. Шупырлаған тауыш. Я Ҡуйы таллыҡ араһында йылғаның таштары бәрелеп шупыр-лауын ишеткәс, аттар текә яр аҫтына кемуҙарҙан сабып төштөләр. Ш. Янбаев.
ШУР I [фарс. jj-&]u.
1. иҫк. кит. ҡар. тоҙ 1. Шур кулдәре куп беҙҙең яҡта.
2. Тоҙға туйындырылған һыу; минераль һыу. □ Насыщенная солёная вода; минеральная вода; минеральный источник. Беҙҙең ауылда шур етештерелә башланы.
ШУР II и. диал. ҡар. ҡайын һыуы. Быйыл шурҙы бик куп эстек.
ШУР III и. диал. ҡар. юшҡын. Сәйнүккә шур ултырған.
ШУР IV (Р: поросль; И.: shoots; T.: filiz) и. диал.
Ҡырҡындыла үҫкән йәш ағас. □ Поросль, побеги. Солоҡ тишеген шур бөрә. Малдар шур араһына инеп китте.
ШУР V и. диал. ҡар. ҡыуау 1. Шурҙан бик куп дарыуҙар яһала, тиҙәр.
869