ШУНДАҒЫ
ШУНДАҒЫ (Р.: тамошний; И.: yonder; T.: şuradaki) с. һөйл.
Ниндәйҙер бер урындағы (булған йәшәгән, торған) кемделер, нимәнелер атап күрһәткәндә ҡулланыла; шул урындағы, шул ерҙәге. □ Тамошний, находящийся в том месте, имеющийся там. Шундағы кешеләр. Шундағы ағастар.
ШУНДАЙ I (Р.: такой; И.: such; T: şöyle) курһ. а.
1. Кемгәлер йәки нимәгәлер сағыштырып күрһәткәндә ҡулланыла; шуның һымаҡ, шуның кеүек. □ Такой, таковой. Бына шундай. Шундай кеше. Шундай ер. Шундай уҡ оҫта. и Был көндө Ергә әллә ни булды - Ҡояш тирәләй шундай әкрен әйләнде, йырҙағы шикелле, сәғәте - ай, минуты көн һымаҡ тойолдо. И. Абдуллин. • Инәһе ниндәй - ҡыҙы шундай. Мәҡәл. Килбәте ниндәй - куләгәһе шундай. Мәҡәл.
2. Айырым бер сифат йәки үҙенсәлекте билдәләп күрһәткәндә әйтелә. □ Вот такой. ■ Ярар, ярар, шундай шатлыҡлы көндө Гәуһәреңә упкәләмә, һәр кемдең дә холҡо-тәбиғәте бер төрлө булмай. И. Абдуллин.
3. Эйәрсән һөйләмдәге ниндәй һүҙе менән бәйләнешкә инеп, уны баш һөйләмгә бәйләй. □ В значении союза в составе соотносительных слов ниндәй... шундай (какой ... такой, каков ... таков). Көтөусеһе ниндәй, көтөуе шундай. • Аттың уҙе ниндәй - йөгө шундай. Мәҡәл. Дуҫың ниндәй - ҡәҙерең шундай. Мәҡәл. Ерең ниндәй- икмәгең шундай. Мәҡәл.
4. Фекерҙе сисеп, баҫым яһап әйткәндә ҡулланыла. □ Таким образом, такой. ■ Танкистарҙа закон шундай: һораған саҡта, бейейһең килмәһә лә, бейе, ә бейейһең килгәндә, һорамаһалар, тик тор. Ғ. Аллаяров. «Бәхетеңә алданыраҡ өлгөргәнһең, юғиһә минән ни ерең артығыраҡ?» Шундай мәғәнә һалынған ине был ҡарашҡа. Н. Алсынбаев.
ШУНДАЙ II (Р: такой; И.: such; Т: о kadar) р.
Сифат алдында килеп, уның мәғәнәһен көсәйтә; бик, үтә; шул тиклем. □ Такой, до такой степени, настолько, так. Шундай
аҡыллы. Шундай зифа. Шундай инсафлы. Шундай матур. Шундай һыуыҡ. ■ Шишмә шундай саф һәм алсаҡ, уның янында, унан еләҫлек алып, бер ни уйламай, бер нигә зарланмай иҙерәп ултыраһы килә ине. А. Абдуллин. Шундай һыуыҡта урам яңғыратып көлөшәләр бит әле. Ш. Бикҡол.
ШУНДАЙЫН I с. һөйл. ҡар. шундай I. Шундайын йорт. Шундайын алма. ■ Шундайын моңдоң ҡәҙимге бер баланан сыҡҡанына ышанырлыҡ та тугел. Т. Ғарипова. һолтанбайҙың куңеленә бер килке шом да йугереп ҡуйғайны, һунарсылыҡ ҡомары еңде: өңдө тапһа, аҙаҡтан атаһы менән килеп, шундайын ҙур айыуҙы атып алһалар. Н. Мусин. Булмәлә шундайын тынлыҡ урынлашты, хатта тын алыуға тиклем ишетелеп тора. Ф. Чанышева.
ШУНДАЙЫН II р. һөйл. ҡар. шундай II. Шундайын шәп баҡса. Шундайын матур. Шундайын аҡыллы. ■ Бына көтмәгәндә шундайын итеп йәшен атты, әйтерһең, улар һөйәлеп торған ҡайынға һуғылды инде. Д. Бүләков. Тәбиғи матурлыҡты курә-тоя белгән куңел өсөн шундайын сихри куре-неш, - моғайын, уны сәғәттәр буйы куҙә-теуҙән дә ялҡмаҫһың. М. Хужин.
ШУНДАЙЫРАҠ (Р: примерно; И.: such as; T: şöyle) с.
1. Яҡынса шулай. □ Примерно, приблизительно такой. Шундайыраҡ нәмә табып килтерегеҙ.
2. һөйл. Бик үк яҡшы түгел. □ Не очень хорошо, не ахти как. Шундайыраҡ итеп кейенеу.
3. һөйл. Психик яҡтан ауырыу. □ Ненормальный, больной. Уны хәҙер шундайыраҡ тиҙәр.
ШУНДА УҠ (Р.: тут же; И.: in no time, at once; T: hemen) р.
Шул ике арала, бик тиҙ. □ Тут же, тотчас, сразу, тут как тут. ■ [Егет] ҡыҙҙың тәҙрәһенә сирткән. Ҡыҙ шунда уҡ йугереп килеп сыҡҡан. Әкиәттән.
ШУНДУҠ р. һөйл. ҡар. шунда уҡ. Шундуҡ куңелдәр кутәрелеп китте. ■ Саҙрый турайҙы, әммә шундуҡ бөгөлөп төштө. А. Абдуллин. Батальон, йылғаның бирге
868