Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 867


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШУНДА
ШУЛАР, шуларҙың, шуларға, шуларҙы, шуларҙан, шуларҙа (Р.: те (самые), эти, они; И.: those; T.: şunlar) курһ. a.
Алда фекер йөрөтөлгән, билдәле булған кеше йәки нәмәгә, хәл-ваҡиғаға күрһәтеп, уны атағанда әйтелә. □ Те (самые), эти, они. Шулар араһында. Шулар арҡаһында. Шулар менән барып ҡайтыу. Башлап йөрөуселәр ҙә шулар. Шуларға эйәреу. Шуларҙың фекере. Шуларҙан килеу.
ШУЛ ИТЕҮ (шул ит-) (Р: узнать; И.: recognize; T: tanımak) ҡ. диал.
Таныу, белеү, сырамытыу. □ Узнать, опознать. Ауылға инеп килгән кешене еҙнәңдер тип шул иттем.
ШУЛ ЙОҪОҠЛО р. диал. ҡар. шундай II. Шул йоҫоҡло арыу.
ШУЛҠ-ШУЛҠ (Р: подражание звуку, производимому густой жидкостью; И.: splash; T: şıp şıp) оҡш.
Ҡуйы шыйыҡлыҡ сайпылғанда, һелкенгәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку, производимому густой жидкостью при плескании, взбалтывании. Шулҡ-шулҡ итеу. Шулҡ-шулҡ килеу.
ШУЛҠЫЛДАТЫУ (шулҡылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. шулҡылдау, понуд. от шулҡылдау. Ҡаймаҡты шулҡылдатыу. Ҡарағат ҡайнатмаһын шулҡылдатыу.
ШУЛҠЫЛДАУ (шулҡылда-) (Р: издавать звук густой жидкостью; И.: plop; smack; T: şıpırdamak) ҡ.
Ҡуйы шыйыҡлыҡты һелкеткәндә, сай-пылтҡанда сыҡҡан шулҡ-шулҡ тигән тауыш сығыу, шулҡ-шулҡ килеү. □ Издавать звук густой жидкостью при плескании, взбалтывании; плескаться с шумом. Йомортҡа иҫкергән, шулҡылдап тора.
ШУЛПА и. диал. ҡар. һурпа. Ҡаҙ шулпаһы. Эҫе шулпа. Шулпа ҡайнап бөтә яҙған.
ШУЛПАЛЫ с. диал. ҡар. һурпалы. Шулпалы бәлеш.
ШУЛ САҠЛЫ р. ҡар. шундай II. ■ Фёдор Михайлович шул саҡлы ныҡ уҙгәргәйне. И. Абдуллин.
ШУЛ ТИКЛЕМ р.
1. ҡар. шундай II. Шул тиклем тырыш. Шул тиклем яҡын. ■ Залдың тубәһе шул тиклем бейек, кук көмбәҙе кеуек, унда
йондоҙҙар төҫлө иҫәпһеҙ куп шәмдәлдәр яна. Н. Мусин. Ай шул тиклем яҡты, хатта ундағы көйәнтә кутәргән ҡыҙға оҡшатып йөрөтөлә торған таптар ҙа бик асыҡ булып куренә. С. Агиш.
2. ҡар. шунса. Шул тиклем куп.
ШУЛ ХӘЛЛЕ р. диал. ҡар. шундай II. Атайың шул хәлле булғас, ни эшләйһең.
ШУЛ ЫҢҒАЙЫ р. диал. ҡар. шунда уҡ. Бал ҡорто шул ыңғайы улә.
ШУНАН (Р: потом; И.: then; T: sonra) р.
1. Бер-бер артлы килгән эш-хәлдәрҙе билдәләгәндә әйтелә. □ Потом, затем. Тәуҙә ул, шунан мин килдем. ■ Хасбулат олатай, курәһең, алыҫ уткәндәрҙе куҙ алдынан уткәреп, оҙаҡ ҡына тынып торҙо. Шунан: «Йә, әйҙә, дауам иттек», - тип, бошонҡо ғына төҫ менән һандыҡ янына килде. 3. Биишева. Ике-өс айлыҡ каникул йәлп итеп утеп тә китә; һиҙмәй ҙә ҡалаһың, көҙө лә килеп етә. Шунан йәнә уҡыу. Ж. Кейекбаев. Бикйән егетте кутәреп алып ергә ташлай. Шунан бәйге өләшеусе Бикйәнгә бәйге бирә. Әкиәттән.
2. Кемдеңдер һүҙҙе дауам итеүен һорағанда әйтелә; йә тағы. □ Дальше. ■ [Сәғиҙә:] Шунан, шунан, тағы ла нимә тигән була? М. Тажи.
♦ Шунан килеп әйтелгән фекерҙе дауам иткәндә ҡулланыла. □ Потом, дальше. ■ Шунан килеп, Юлия, хәҙерге көндә беҙҙең партияның тотҡан юлын һин беләһең:революция эше туҡталып торорға тейеш тугел. Һ. Дәүләтшина. Шунан ни алдағы фекергә баҫым яһап хикәйәләгәндә әйтелә. □ Потом, затем. Я Имеш, Ҡайынлы ауылында ҡаланан килгән ниндәйҙер йунһеҙ .. колхозға инмәуселәрҙең ҡапҡаларын дегеткә буяп сыҡҡан .. шунан ни халыҡ туҙмәгән, уны бысраҡ сыбыҡ менән ҡыуа башлаған. Б. Бикбай. • Тәгәрмәстең алды ҡайҙан тәгәрләһә, арты ла шунан тәгәрләй. Мәҡәл.
ШУНДА (Р: тоже мне; И.: way to; T: işte) мөн.
Кәмһетеү, риза булмау төҫмөрө өҫтәгәндә ҡулланыла. □ Тоже мне. Йөрөй шунда ҡотороп. Уҡып йөрөй шунда. Әҙәм көлдөрөп йөрөйһөгөҙ шунда. М Ни ер курмәй, донъя тәмен һиҙмәй ята шунда төпкөл ауылда. Ғ. Сәләм.
867