БЕЗЗВУЧНЫЙ
БЕЗЗВУЧНЫЙ, -ая, -ое тауыш-тынһыҙ, тауышһыҙ, тынһыҙ, өнһөҙ; беззвучный плач тауышһыҙ илау
БЕЗЗЕМЕЛЬЕ с ерһеҙлек, ергә мохтажлыҡ, ер аҙлыҡ
БЕЗЗЕМЕЛЬНЫЙ, -ая, -ое ерһеҙ, ергә мохтаж; безземельные крестьяне ерһеҙ крәҫтиәндәр
БЕЗЗЛОБИЕ с йомшаҡ күңеллелек, асыулы булмау
БЕЗЗЛОБНЫЙ, -ая, -ое йомшаҡ күңелле, асыуһыҙ, асыу йөрөтмәгән (тотмаған); беззлобный смех асыуһыҙ көлөү
БЕЗЗУБЫЙ, -ая, -ое 1. тешһеҙ, аҙ тешле; беззубая старуха тешһеҙ ҡарсыҡ 2. перен. (лишённый остроты, слабый) йомшаҡ, көсһөҙ; беззубая критика йомшаҡ тәнҡит
БЕЗЛЕСНЫЙ, -ая, -ое урманһыҙ, урманға ярлы; безлесная степь урманһыҙ дала
безлЕсье с урманға ярлылыҡ, урманһыҙ ерҙәр
БЕЗЛИКИЙ, -ая, -ое үҙенсәлекһеҙ, төҫһөҙ, бер төрлө; безлИкие дома бер төрлө үҙенсәлекһеҙ йорттар; безлИкое произведение төҫһөҙ әҫәр
БЕЗЛИСТВЕННЫЙ, -ая, -ое япраҡһыҙ, япрағы ҡойолған, шәрә; безлиственный лес япраҡһыҙ урман г____’ _____ _________-__
БЕЗЛИСТНЫЙ и БЕЗЛИСТЫЙ, -ая, -ое япраҡһыҙ, япрағы ҡойолған, яланғас, шәрә; безлистное дерево япрағы ҡойолған ағас
БЕЗЛИЧИЕ с үҙенсәлекһеҙ булыу, шәхси һыҙаттар юҡлығы
БЕЗЛИЧНЫЙ, -ая, -ое 1. бер кемгә лә ҡағылмаған, үҙенсәлеге булмаған, шәхсиәтһеҙ; безличная критика бер кемгә лә ҡағылмаған тәнҡит 2. грам. эйәһеҙ; безличное предложение эйәһеҙ һөйләм
БЕЗЛОШАДНЫЙ, -ая, -ое атһыҙ; безлошадное хозяйство атһыҙ хужалыҡ
БЕЗЛУНИЕ с айҙың (ай яҡтыһының) булмауы
БЕЗЛУННЫЙ, -ая, -ое айһыҙ; безлунная ночь айһыҙ төн
БЕЗЛЮДНОСТЬ ж кешеләр юҡлыҡ, кеше булмау
БЕЗЛЮДЬЕ с кеше юҡлыҡ, кешеләр булмау
БЕЗЛЮДНЫЙ, -ая, -ое 1. кешеһеҙ, халыҡ аҙ йәшәй торған, кеше йәшәмәгән (тормаған); безлюдный остров кеше йәшәмәгән утрау 2. (пустынный ) аулаҡ, кешеһеҙ, кеше йөрөмәй торған; безлюдная улица аулаҡ урам
БЕЗМЕН м бизмән
БЕЗМЕРНО нареч. самаһыҙ, саманан тыш, үтә (бик) ныҡ; безмерно устал бик ныҡ арыны; безмерно счастлив бик ныҡ бәхетле
БеЗмЕРНОСТЬ ж самаһыҙ (сикһеҙ) булыу, самаһыҙлыҡ, сикһеҙлек
БЕЗМЕРНЫЙ, -ая, -ое сикһеҙ, самаһыҙ, саманан тыш ҙур (көслө), сиктән тыш ҙур (көслө); безмерная радость сикһеҙ ҙур шатлыҡ; безмерный гнев сиктән тыш көслө асыу
БЕЗМОЗГЛОСТЬ ж; разг. мейеһеҙлек, аңралыҡ, миңрәүлек, маҡаулыҡ
БЕЗМОЗГЛЫЙ, -ая, -ое разг. мейеһеҙ, аңра, миңрәү, маҡау; безмозглый человек аңра кеше
БЕЗМОЛВИЕ с 1. (молчание) өндәшмәү 2. (тишина) тынлыҡ, һиллек, тауыш-тын булмау; нарушить безмолвие тынлыҡты боҙоу
БЕЗМОЛВНЫЙ, -ая, -ое 1. (молчаливый) өндәшмәҫ, һөйләшмәҫ, һүҙһеҙ, өнһөҙ, өнһөҙ-тынһыҙ; безмолвный человек өнһөҙ-тынһыҙ кеше 2. (не сопровождаемый словами) тауыш-тынһыҙ, һүҙһеҙ-ниһеҙ, өнһөҙ; безмолвный вопрос өнһөҙ һорау; безмолвный поклон һүҙһеҙ-ниһеҙ баш эйеү 3. (спокойный, тихий) тын, һил, тып-тын; безмолвная степь тып-тын дала; безмолвный лес тып-тын урман
БЕЗМОЛВСТВОВАТЬ несов. 1. (молчать) өндәшмәү, бер һүҙ ҙә әйтмәү, һүҙ ҡатмау, һүҙһеҙ (телһеҙ) ҡалыу; бабушка безмолвствовала әбей бер һүҙ ҙә өндәшмәне 2. (быть тихим ) тауыш-тынһыҙ булыу, шып-шым (тып-тын) булыу; природа безмолвствовала тәбиғәт тып-тын ине
БЕЗМОТОРНЫЙ, -ая, -ое моторһыҙ; безмоторная лодка моторһыҙ кәмә
БЕЗМУЖНЯЯ, -ее прост. ирһеҙ ҡалған, тол; безмужняя женщина ирһеҙ ҡалған ҡатын
БЕЗМЯТЕЖНОСТЬ ж тыныслыҡ, тыныс хәл, борсолмау
БЕЗМЯТЕЖНЫЙ, -ая, -ое борсолоуһыҙ, тып-тыныс, тыныс, ҡайғы-хәсрәтһеҙ; безмятежный сон тыныс йоҡо; безмятежная жизнь ҡайғы-хәсрәтһеҙ тормош
БЕЗНАДЁЖНОСТЬ ж өмөтһөҙлөк, ышанысһыҙлыҡ; безнадёжность положения хәлдең өмөтһөҙлөгө
БЕЗНАДЁЖНЫЙ, -ая, -ое өмөтһөҙ, ышанысһыҙ; безнадёжный больной өмөтһөҙ ауырыу; безнадёжный взгляд өмөтһөҙ ҡараш
БЕЗНАДЗОРНОСТЬ ж ҡараусыһыҙ (күҙәтеүсеһеҙ) булыу, бағыуһыҙлыҡ; безнадзорность детей балаларҙың ҡараусыһыҙ булыуы
БЕЗНАДЗОРНЫЙ, -ая, -ое ҡараусыһыҙ, күҙәтеүсеһеҙ; безнадзорный ребёнок ҡараусыһыҙ бала
БЕЗНАКАЗАННОСТЬ ж язаһыҙлык, язаһыҙ ҡалдырылыу; безнаказанность проступка енәйәттең язаһыҙ ҡалдырылыуы
БЕЗНАКАЗАННЫЙ, -ая, -ое язаһыҙ, язаһыҙ ҡалдырылған; безнаказанное преступление язаһыҙ ҡалдырылған енәйәт
БЕЗНАЛИЧНЫЙ, -ая, -ое ҡул аҡсаһыҙ, аҡсаһыҙ; безналичный расчёт ҡул аҡсаһыҙ иҫәпләшеү
68