БЕЗОТВЕТНЫЙ
БЕЗНАЧАЛИЕ с етәксеһеҙ булыу, власһыҙ-лыҡ, власть юҡлыҡ
БЕЗНОГИЙ, -ая, -ое 1. аяҡһыҙ, аяғы өҙөлгән, аяҡһыҙ ҡалған; безногий человек аяҡһыҙ кеше 2. разг. аяҡһыҙ, аяғы һынған, тояҡһыҙ, тояғы һынған; безнОгий стол тояҡһыҙ өҫтәл; безнОгий диван тояғы һынған диван
БЕЗНОСЫЙ, -ая, -ое 1. танауһыҙ, танауһыҙ ҡалған 2. разг. һемәге (мороно) булмаған, һемәкһеҙ, моронһоҙ; безнОсый чайник моронһоҙ сәйгүн (сәйнүк)
БЕЗНРАВСТВЕННОСТЬ ж әхлаҡһыҙлыҡ, әҙәпһеҙлек, оятһыҙлыҡ; проявлять безнравственность әҙәпһеҙлек күрһәтеү
БЕЗНРАВСТВЕННЫЙ, -ая, -ое әхлаҡһыҙ, әҙәпһеҙ; безнравственный человек әхлаҡһыҙ кеше; безнравственный поступок әҙәпһеҙ ҡылыҡ
БЕЗО предлог см. без
БЕЗОБИДНОСТЬ ж хәтер ҡалдырмаҫлыҡ (ҡалмаҫлыҡ) булыу, зарарһыҙ (зыянһыҙ) булыу; безобидность шутки шаярыуҙың хәтер ҡалдырмаҫлыҡ булыуы
БЕЗОБИДНЫЙ, -ая, -ое хәтер ҡалдырмаҫлыҡ (ҡалмаҫлыҡ), зыянһыҙ; безобидная критика хәтер ҡалдырмаҫлыҡ тәнҡит; безобидный человек зыянһыҙ кеше
БЕЗОБЛАЧНОСТЬ ж 1. болотһоҙ, аяҙ булыу, аяҙлыҡ, асыҡлыҡ; безоблачность неба күктең аяҙлығы 2. перен. ҡайғы-хәсрәтһеҙ (хәүеф-хәтәрһеҙ) булыу, тыныс; безоблачность жизни тормоштоң ҡайғы-хәсрәтһеҙ булыуы
БЕЗОБЛАЧНЫЙ, -ая, -ое 1. болотһоҙ, аяҙ, асыҡ; безоблачный день аяҙ көн; безоблачное небо болотһоҙ күк 2. перен. ҡайғы-хәсрәтһеҙ, хәүеф-хәтәрһеҙ, яҡты, бәхетле; безоблачная жизнь яҡты тормош
БЕЗОБРАЗИЕ с 1. (уродство) йәмһеҙлек, шөкәтһеҙлек, килбәтһеҙлек 2. (отвратительное явление) әшәкелек, насар ҡылыҡ, тәртипһеҙлек, ҡәбәхәтлек; совершить безобразие әшәкелек эшләү; что за безобразие! был ниндәй тәртипһеҙлек!
БЕЗОБРАЗИТЬ несов. 1. кого-что (искажать , делать некрасивым) йәмһеҙләү, шөкәтһеҙ (килбәтһеҙ) итеп күрһәтеү; платье безобразит фигуру күлдәк кәүҙәне килбәтһеҙ итеп күрһәтә 2. прост. см. безобразничать
БЕЗОБРАЗНИК м и БЕЗОБРАЗНИЦА ж; разг. тыйнаҡһыҙ, тәртипһеҙ, әшәке
БЕЗОБРАЗНИЧАТЬ несов.; разг. тыйнаҡһыҙланыу, тәртипһеҙләнеү, тәртипһеҙ (хаяһыҙ) ҡыланыу, тәртипһеҙлек ҡылыу (эшләү)
БЕЗОБРАЗНОСТЬ ж тәртипһеҙлек, әшәкелек, тыйнаҡһыҙлыҡ; безобразность поведения ҡылыҡтың әшәкелеге
БЕЗОБРАЗНЫЙ, -ая, -ое книжн. (не имеющий чёткого облика, расплывчатый) тарҡау; безобразные мысли тарҡау фекерҙәр
БЕЗОБРАЗНЫЙ, -ая, -ое 1. (уродливый) йәмһеҙ, шөкәтһеҙ, шыҡһыҙ; безобразная внешность шөкәтһеҙ ҡиәфәт 2. (возмутительный, отвратительный) тәртипһеҙ, әшәке, насар; безобразный поступок әшәке ҡыланыш
БЕЗОГЛЯДНЫЙ, -ая, -ое уст. 1. (необозримый ) күҙ күреме етмәгән, икһеҙ-сикһеҙ, иге-сиге булмаған; безоглядное пространство икһеҙ-сикһеҙ киңлек 2. (совершаемый без оглядки, без раздумий, рассуждений) дыуамал, алдын-артын уйламай эшләнгән; безоглядная смелость дыуамал ҡыйыулыҡ
БЕЗОГОВОРОЧНОСТЬ ж бер һүҙһеҙ (ҡаршылыҡһыҙ) булыу
БЕЗОГОВОРОЧНЫЙ, -ая, -ое бер һүҙһеҙ, бер ниндәй ҙә шарт ҡуйылмайынса; безоговорочное согласие бер һүҙһеҙ риза булыу; безоговорочная капитуляция бер һүҙһеҙ капитуляция яһау
БЕЗОПАСНОСТЬ ж хәүеф-хәтәрһеҙлек, именлек; международная безопасность халыҡ-ара именлек; охрана государственной безопасности дәүләт именлеген һаҡлау; техника безопасности хәүефһеҙлек техникаһы; безопасность уличного движения урам хәрәкәтенең хәүефһеҙлеге
БЕЗОПАСНЫЙ, -ая, -ое 1. ҡурҡынысһыҙ, хәүеф-хәтәрһеҙ; безопасное место хәүеф-хәтәрһеҙ урын 2. зарарһыҙ, зыянһыҙ; безопасный препарат зыянһыҙ препарат 3. уст. (находящийся вне опасности) имен, тыныс
БЕЗОРУЖНЫЙ, -ая, -ое 1. ҡоралһыҙ, ҡоралланмаған; безоружный человек ҡоралһыҙ кеше 2. перен. көсһөҙ, дарманһыҙ; в этом споре он оказался безоружным был бәхәстә ул көсһөҙ булып сыҡты
БЕЗОСНОВАТЕЛЬНОСТЬ ж нигеҙһеҙлек, төпһөҙлөк
БЕЗОСНОВАТЕЛЬНЫЙ, -ая, -ое нигеҙһеҙ, төпһөҙ; безосновательное сетование нигеҙһеҙ һуҡраныу
БЕЗОСТАНОВОЧНЫЙ, -ая, -ое туҡтауһыҙ, өҙлөкһөҙ; безостановочное движение өҙлөкһөҙ хәрәкәт
БЕЗОСТЫЙ, -ая, -ое (о злаках) ҡылсыҡһыҙ; безостая пшеница ҡылсыҡһыҙ бойҙай
БЕЗОТВЕТНОСТЬ ж (кротость, покорность ) баҫалҡылыҡ, баҫымсаҡлыҡ, үтә йыуаш-лыҡ; безответность характера холоҡтоң баҫалҡылығы
БЕЗОТВЕТНЫЙ, -ая, -ое 1. яуапһыҙ, яуапһыҙ ҡалдырылған; безответная любовь яуапһыҙ мөхәббәт 2. (кроткий, покорный) баҫалҡы, баҫымсаҡ, тауышһыҙ-тынһыҙ, йыуаш; безответный человек йыуаш кеше
69