БЕЗОТВЕТСТВЕННОСТЬ
БЕЗОТВЕТСТВЕННОСТЬ ж яуапһыҙлыҡ; проявить безответственность яуапһыҙлыҡ күрһәтеү
БЕЗОТВЕТСТВЕННЫЙ, -ая, -ое яуапһыҙ; безответственное отношение к делу эшкә яуапһыҙ мөнәсәбәт
БЕЗОТВЯЗНЫЙ, -ая, -ое разг. (неотвязный ) баштан (уйҙан, күңелдән) сыҡмаған, бәйләнсек; безотвязная мелодия баштан сыҡмаған көй; безотвязные мысли бәйләнсек уйҙар
БЕЗОТГОВОРОЧНЫЙ, -ая, -ое разг. ҡаршылыҡһыҙ, бәхәсһеҙ, тотҡарлыҡһыҙ, бер һүҙһеҙ; дело требует безотговорочного исполнения эш бер һүҙһеҙ үтәүҙе талап итә
БЕЗОТКАЗНЫЙ, -ая, -ое разг. 1. (никогда не отказывающийся от поручения, выполнения просьбы) тыңлаулы, тыңлаусан, күндәм, ҡарыуһыҙ; безотказный человек тыңлаусан кеше 2. (происходящий без перебоев, остановок) бер тотҡарлыҡһыҙ, өҙлөкһөҙ, бер туҡтауһыҙ, өҙлөкһөҙ (бер туҡтауһыҙ) эшләгән (эшләй торған); безотказный механизм өҙлөкһөҙ эшләй торған механизм
БЕЗОТЛАГАТЕЛЬНЫЙ, -ая, -ое кисектергеһеҙ, кисектереүһеҙ, ашығыс; безотлагательные меры кисектергеһеҙ саралар
БЕЗОТЛУЧНЫЙ, -ая, -ое урынынан китмәгән, урынында булған; безотлучный сторож һәр ваҡыт урынында торған ҡарауылсы
БЕЗОТНОСИТЕЛЬНО нареч. сағыштырғыһыҙ, бер нәмәгә лә бәйләмәй, иҫәпкә алмаған, ҡарамаҫтан
БЕЗОТРАДНОСТЬ ж ҡыуанысһыҙ (шатлыҡһыҙ) булыу; безотрадность существования ҡыуанысһыҙ йәшәү
БЕЗОТРАДНЫЙ, -ая, -ое ҡыуанысһыҙ, шатлыҡһыҙ, күңелһеҙ; безотрадная жизнь ҡыуанысһыҙ тормош
БЕЗОТРЫВНЫЙ, -ая, -ое өҙлөкһөҙ, туҡтауһыҙ; безотрывное обучение өҙлөкһөҙ уҡыу
БЕЗОТЦОВЩИНА ж атайһыҙлыҡ, атаһыҙ үҫеү
БЕЗОТЧЁТНОСТЬ ж 1. (бессознательность ) аңһыҙлыҡ, ихтыярһыҙлыҡ; безотчётность чувств хистәрҙең ихтыярһыҙлығы 2. (отсутствие контроля) контролһеҙлек, яуапһыҙ булыу; безотчётность в работе эштә яуапһыҙ булыу
БЕЗОТЧЁТНЫЙ, -ая, -ое 1. (бессознательный , невольный) ихтыярһыҙ (аңһыҙлыҡ менән) эшләгән, сәбәпһеҙ, сәбәпһеҙ-ниһеҙ, үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгән, ирекһеҙҙән, сараһыҙҙан; безотчётный смех сәбәпһеҙ көлөү; безотчётная тревога сәбәпһеҙ-ниһеҙ шомланыу 2. (бесконтрольный) отчётһыҙ, күҙәткеһеҙ, контролһеҙ; безотчётное распределение денег аҡсаны отчётһыҙ бүлеү
БЕЗОШИБОЧНОСТЬ ж дөрөҫлөк, хатаһыҙ булыу, хатаһыҙлыҡ; безошибочность выводов һығымталарҙың дөрөҫлөгө
БЕЗОШИБОЧНЫЙ, -ая, -ое дөрөҫ, хатаһыҙ; безошибочный расчёт дөрөҫ иҫәпләшеү (иҫәпләү)
БЕЗРАБОТИЦА ж эшһеҙлек, эш юҡлыҡ, эш булмау
БЕЗРАБОТНЫЙ, -ая, -ое эшһеҙ, эшһеҙ ҡалған; безработный человек эшһеҙ кеше
БЕЗРАДОСТНОСТЬ ж шатлыҡһыҙ (ҡыуанысһыҙ, күңелһеҙ, эс бошорлоҡ) булыуы; безрадостность жизни тормоштоң күңелһеҙ булыуы
БЕЗРАДОСТНЫЙ, -ая, -ое бер шатлыҡһыҙ, ҡыуанысһыҙ, күңелһеҙ; безрадостная жизнь ҡыуанысһыҙ тормош
БЕЗРАЗДЕЛЬНОСТЬ ж бөтөн көйө (тулы) булыу, бүленмәү, бүленә алмау; безраздельность имущества мөлкәттең бүленмәүе
БЕЗРАЗДЕЛЬНЫЙ, -ая, -ое бүленмәй торған, бүленмәҫ, тулы; безраздельное имущество бүленмәй торған мөлкәт; безраздельная власть тулы хакимлыҡ
БЕЗРАЗЛИЧИЕ с ғәмһеҙлек, барыбер булыу, иҫ китмәү, ҡыҙыҡһынмау, битарафлыҡ, һалҡын ҡараш, вайымһыҙлыҡ; безразличие ко всему һәр нәмәгә лә вайымһыҙлыҡ
БЕЗРАЗЛИЧНЫЙ, -ая, -ое 1. (равнодушный ) вайымһыҙ, ғәмһеҙ; безразличный человек вайымһыҙ кеше 2. разг. (несущественный) иҫе китмәгән, ҡыҙыҡһынмаған, барыбер булған, әһәмиәтһеҙ; он безразличен к спорту уның спортҡа иҫе китмәй
БЕЗРАЗМЕРНЫЙ, -ая, -ое разг. билдәле генә үлсәме булмаған, үлсәмһеҙ; безразмерные чулки үлсәмһеҙ ойоҡ; безразмерные носки үлсәмһеҙ ойоҡбаш
БЕЗРАССУДОЧНОСТЬ ж аҡылһыҙлыҡ, алабарманлыҡ, дыуамаллыҡ; безрассудочность поведения ҡылыҡтағы алабарманлыҡ
БЕЗРАССУДНЫЙ, -ая, -ое уйламай (дыуамаллыҡ менән) эшләнгән (ҡылынған), дыуамал, аҡылһыҙ; безрассудный поступок уйламай ҡылынған эш; безрассудная храбрость дыуамал батырлыҡ
БЕЗРАССУДСТВО с аҡылһыҙлыҡ, дыуамаллыҡ, алабарманлыҡ
БЕЗРАСЧЁТНЫЙ, -ая, -ое иҫәпһеҙ; безрасчётная трата денег аҡсаны иҫәпһеҙ тотоу
БЕЗРЕЗУЛЬТАТНОСТЬ ж нәтижәһеҙлек, һөҙөмтәһеҙ булыу, уңышһыҙлыҡ; безрезультатность опыта тәжрибәнең һөҙөмтәһеҙ булыуы
БЕЗРЕЗУЛЬТАТНЫЙ, -ая, -ое нәтижәһеҙ, һөҙөмтәһеҙ, уңышһыҙ; безрезультатные поиски һөҙөмтәһеҙ эҙләнеүҙәр
БЕЗРЕЛЬСОВЫЙ, -ая, -ое (о транспорте) рельсһыҙ, рельсһыҙ йөрөй торған; (о дорогах) рельс һалынмаған
БЕЗРОГИЙ, -ая, -ое туҡал, мөгөҙһөҙ, мүкләк; безрогая корова туҡал һыйыр
70