ПРИПЛЕТАТЬ
ПРИПАДОК м 1. быума, өйәнәк, һуғылма; сердечный припадок йөрәк өйәнәге 2. чего ярһыу; припадок гнева асыу ярһыуы
ПРИПАДОЧНЫЙ, -ая, -ое разг. 1. быума сирле, быумалы, өйәнәкле 2. в знач. сущ. припадочный м и припадочная ж быума сирле кеше, өйәнәкле кеше
ПРИПАИВАТЬ несов. см. припаять
ПРИПАЙКА ж 1. см. припаять — припаивать 2. (припаянная часть) иретеп йәбештерелгән өлөш (урын)
ПРИПАРКА ж 1. боҫлама; делать припарки боҫлама ҡуйыу 2. (процедура) боҫлама һалыу (ҡуйыу)
ПРИПАСАТЬ несов. см. припасти
ПРИПАСТИ сов. что, чего; разг. әҙерләү, әҙерләп ҡуйыу, алдан әҙерләү; припасти дров на зиму ҡышҡа утын әҙерләп ҡуйыу
ПРИПАСТЬ сов. 1. к кому-чему, на что (опуститься) сүгеү; припасть на передние лапы алғы аяҡтарға сүгеү 2. (опустившись, наклонившись , прижаться) һырығыу, һыйыныу, ятыу, терәү; припасть к земле ергә һырығыу
ПРИПАСЫ мн. (ед. припас м; прост.) 1. аҙыҡ-түлек, ашамлыҡтар, ашамлыҡ-эсемлек 2. (принадлежности для какого-л. занятия) кәрәк-яраҡтар; охотничьи припасы һунар кәрәк-яраҡтары 3. (снаряды, патроны и т.п.) припастар, кәрәк-яраҡтар; боевые припасы һуғыш припастары (туп, патрон Һ. б.)
ПРИПАХИВАТЬ несов.; разг. 1. чем (слегка пахнуть) еҫ килеңкерәү, аҙыраҡ еҫ сығыу, еҫе килеп тороу 2. без доп. (о портящихся продуктах ) еҫләнеү, еҫләнә (һаҫый) башлау; мясо припахивает ит еҫләнә башлаған
ПРИПАЯТЬ сов. что иретеп йәбештереү, ҡойоп йәбештереү; припаять носик к чайнику сәйнүк моронон иретеп йәбештереү
ПРИПАЯТЬСЯ сов. иреп йәбешеү
ПРИПЕВ м ҡушымта (йырҙа); слова припева йыр ҡушымта һүҙҙәре
ПРИПЕВАТЬ несов.; разг. (аҡрын ғына) йырлау, көйләү (ниҙер эшләгәндә)
ПРИПЕВАЮЧИ: жить припеваючи разг. рәхәт (мул, йырлап) йәшәү, муллыҡта йәшәү
ПРИПЁК I м 1. ҡояш ҡыҙыуы, ҡояш ҡыҙҙырған урын, көн бите; сидеть на припёке ҡояш ҡыҙҙырған урында ултырыу 2. (зной) эҫе, көн ҡыҙыуы
ПРИПЁК II м (при выпечке хлеба) артым, бешкәндә артыу (ондоң икмәк итеп бешергәндән Һуц ауырлыгы артыу); давать припёк артым биреү
ПРИПЁКА: сбоку припёка разг. кәрәкле кишер япрағы (кәрәкҺеҙлек тураһында)
ПРИПЕКАТЬ несов. см. припечь
ПРИПЕРЕТЬ сов.; разг. 1. что, чем терәтеү, терәтеп (текәтеп) ябыу (ҡуйыу); припереть во-
181
рота бревном бүрәнә менән терәтеп ҡапҡа ябыу 2. кого-что (напирая, прижать) терәлдереү, һырыҡтырыу, килтереп ҡыҫыу, тын алырға ирек бирмәү
ПРИПЕЧАТАТЬ сов. что 1. (добавить к напечатанному ) өҫтәп (өҫтәмә) баҫыу, өҫтәмә рәүештә баҫтырыу 2. разг. (закрывая, наложить печать) мисәт һуғыу (баҫыу)
ПРИПЕЧЬ сов. 1. кого-что и без доп. (о солнце) ҡыҙҙырыу; солнце припекло ҡояш ҡыҙҙыра 2. что; разг. (дать пригореть) көйҙөрөү, көйҙөрөп ебәреү, утта артыҡ тотоу
ПРИПИРАТЬ несов. см. припереть
ПРИПИСАТЬ сов. 1. что и без доп. (добавить к написанному) өҫтәп яҙыу; приписать несколько строк бер нисә юл өҫтәп яҙыу 2. кого-что (причислить) яҙып беркетеү, беркетеү, теркәү, яҙып (теркәп) ҡуйыу; приписать к поликлинике поликлиникаға беркетеү 3. кому-чему, что (отнести на счёт кого-чего-л.) тип иҫәпләү, япһарыу, -дан/-дән күреү; приписать ошибку собственной невнимательности иғтибарһыҙлығыңдың хатаһы тип иҫәпләү 4. (счесть принадлежащим кому-л.) -ныҡы/-неке тип күрһәтеү, -ға/-гә ҡайтарып ҡалдырыу; приписать стихи другому автору шиғырҙарҙы икенсе бер авторға ҡайтарып ҡалдырыу
ПРИПИСАТЬСЯ сов. яҙылыу, беркетелеү, яҙылып теркәлеү, теркәлеп ҡуйыу
ПРИПИСКА ж 1. см. приписать — приписывать 1, 2; 2. (дополнение к написанному) өҫтәлмә яҙыу 3. обычно мн. приписки (заведомо ложные сведения в документах и т. п.) өҫтәп (арттырып) яҙыу, ялған яҙмалар
ПРИПИСНОЙ, -ая, -ое офиц. 1. ҡарамағына яҙылған (теркәлгән, беркетелгән) 2. яҙылыу ...ы, теркәлеү ...ы; приписное свидетельство теркәлеү таныҡлығы
ПРИПИСЫВАТЬ несов. см. приписать
ПРИПИСЫВАТЬСЯ несов. 1. см. приписаться 2. страд. от приписывать
ПРИПЛАТА ж 1. см. приплатить — приплачивать 2. (деньги) өҫтәп түләнгән аҡса, өҫтәмә (хаҡ), өҫтәү; большая приплата ҙур өҫтәү
ПРИПЛАТИТЬ сов. что өҫтәп түләү (биреү), өҫтәү, биреү
ПРИПЛАЧИВАТЬ несов. см. приплатить
ПРИПЛЕСТИ сов. 1. что (вплести) ҡушып үреү; приплести ленту к венку венокка таҫма ҡушып үреү 2. кого - что; перен., прост. араға ҡыҫтырыу, ҡыҫтырылып әйтеү (һөйләү), килтереп ҡыҫтырыу; приплести имя чьё-л. кемдеңдер исемен килтереп ҡыҫтырыу
ПРИПЛЕСТИСЬ сов.; разг. (с трудом прийти ) көс-хәл менән (көскә-көскә) килеп етеү, тырышып-тырмашып барып етеү
ПРИПЛЕТАТЬ несов. см. приплести