ЭЛМӘКЛӘҮ
ЭЛМӘ II (Р.: клён; И.: maple; T.: akçaağaç) и. диал. ҡар. саған.
Киртләс киң япраҡлы ҡаты ағас. □ Клён (лат. Acer). Элмә балы. Элмә сәскә атҡан мәл. Элмә япрағы.
ЭЛМӘ III (Р .: жёлтая акация; И.: Siberian peashrub; T.: sarı akasya) и. диал.
һары сәскәле сәрүи ағасы. □ Жёлтая акация (лат. Caragana arborescens). Элмә ҡыуағы. Мәктәп ихатаһына элмә ултыртыу.
ЭЛМӘ IV и. диал. ҡар. элгес 3. Ишек элмәһе. Тәҙрә элмәһе. Элмәһе килеп төшкән.
ЭЛМӘ ИЛӘК (иләге) (Р.: висячее сито для просеивания зерна (на току}, И.: hanging sieve for sifting grain; T.: büyük elek) u. диал.
Элеп ҡуйып ашлыҡ иләй торған баулы ҙур иләк. □ Висячее сито для просеивания зерна (на току). Элмә иләктә иләу. Элмә иләк аша уткәреу.
ЭЛМӘЙЕҮ (элмәй-) (Р.: худеть, похудеть; И.: lose weight; T.: zayıflamak) ҡ.
1. Килешһеҙ нәҙек оҙон, ябыҡ булыу, ябығыу. □ Худеть, похудеть, становиться тонким и тощим. Бала элмәйгән. Ауырыуҙан элмәйеу. ■ Йәш сағында буйы ике, арҡырыға бер метр булған тиҙәр уны [Ғиззәт ҡартты], инде хәҙер сибеккән, муйыны элмәйеп ҡалған, ҡабырғалары айырым-асыҡ беленеп тора. И. Ғиззәтуллин.
2. диал. Йонсоу, хәлһеҙләнеү. □ Утомляться, ослабевать. Ауыр эштән элмәйеу. Бесәндән элмәйеу. Элмәйеп ятыу. Элмәйеп ҡайтыу.
ЭЛМӘЙЕШЕҮ (элмәйеш-) ҡ. урт. ҡар. элмәйеү, взаимн. от элмәйеү. О Ирҙәре йөрөй асығышып, элмәйешеп, ирҙәрендә ҡайғыһы юҡ, тиер инде. Бәйеттән.
ЭЛМӘЙТЕҮ (элмәйт-) (Р.: вытягивать (шею)', И.: snake; T.: çekerek çıkarmak) ҡ.
1. Оҙон итеп һуҙыу (ябыҡ, нәҙек муйынды ). □ Вытягивать, высовывать, выставлять (худую шею). ■ [Әлекәй] муйынын элмәйтеп ала ла, ҡайҙа ултырғаныңды һайыҫҡан һымаҡ аңдый ҙа йөрөй. Т. Хәйбуллин.
2. диал. Түште асыҡ йөрөтөү. □ Ходить нараспашку. Хәҙер йәштәр муйынын элмәйтеп йөрөтә.
ЭЛМӘК (элмәге) (Р.: петля, петелька; И.: noose; snare; T.: ilmik) и.
1. Бауҙың һ. б. әйләндерел килтереп эләктергән дүңгәләкле осо; тоҡан. □ Петля, петелька. Ҡороҡ элмәге. Тоҙаҡ элмәге. Элмәк һалыу. Элмәк итеп бәйләу. ■ Илдар гармунының элмәген ысҡындырҙы ла «Ҡарабай»-ҙы өҙҙөрөп уйнап ебәрҙе. Р. Байбулатов. Миколаны эләктереп алдылар ҙа, муйынына элмәк кейҙереп, ҡарағай ағасына табан һөйрәнеләр. Ә. Байрамов.
2. Ошондай тоҡан еп рәүешендәге, нимәнеңдер һабына беркетелгән ҡулайлама. □ Петля, петелька. Сыбыртҡы һабының элмәге. Саңғы таяғының элмәге. ■ Бикбаш уң ҡулын ҡуйынына тығып, бишмәтенең әллә еңенән, әллә эске бөрмәһенә тегелгән элмәгенән ҡурай һурып сығарҙы. С. Ильясов. Төлкөсура суҡмарының элмәк кенә итеп бәйләнгән ҡайыш бауын ҡанъяғанан «һә» тигәнсе ысҡындырҙы. Н. Мусин.
3. Кейемдә төймә, һиҙәпте элә, ҡаптыра торған тишек. □ Петля, петелька (для пуговицы), застёжка. Элмәктәрҙе ыскындырыу. ■ Гөлйөҙөм ҡыҙыу эшләп тирләне лә киске һалҡынға кәзәкейенең элмәктәрен ысҡындырҙы. Һ. Дәүләтшина. Тимер .. тунының элмәктәрен ҡаптыра башланы. Б. Бикбай.
4. Кейем елкәһендәге элгес; елкәлек. □ Крючок, вешалка (у одежды). Тунға элмәк тегеу. М Буләкәнов пальтоһын .. сәйгә элмәксе булғайны, элмәген өҙҙө. И. Абдуллин.
5. диал. Аҫмалы шәм. □ Висячая (подвесная) лампа. Элмәкте ҡабыҙыу.
6. ҡар. элгес 3. ■ Бик оҙаҡ шулай аҙапланғандан һуң ғына кемдер сығып, ҡапҡа элмәген алып ташланы ла, килеусегә куҙ ҙә һалмай, ҡәҙерле нәмәһен онотҡандай, кире эскә йомолдо. Р. Байымов.
ЭЛМӘКЛӘҮ (элмәклә-) (Р.: завязывать петелькой; И.: make a hanging loop; T.: ilmiklemek) ҡ.
Бауға, епкә элмәк яһау; тоҡанлау. □ Завязывать петелькой, петлёй. Элмәкләп бәйләу. ■ Шафиҡ муйынына элмәкләп аҫылған
159