Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 160 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭЛМӘЛЕ
уң ҡулын ҡыймылдатты. Ф. Иҫәнғолов. Йәлләд эшлекле ҡиәфәттә арҡанды язаланыусы кешенең ҡултыҡ аҫтынан элмәкләп бәйләне лә ҡул болғаны. Ә. Хәкимов.
ЭЛМӘЛЕ I (Р.: имеющий петлю; И.: having a loop; T.: ilmikli) c.
Элмәге булған, элеп ҡаптырмалы. □ Имеющий петлю, застёжку, с крючком. Элмәле көҙгө. Элмәле халат. ■ Элмәле лә тундарҙы беҙ кеймәнек. Халыҡ йырынан.
ЭЛМӘЛЕ II (Р.: висячий; И.: hanging; T.: asılı) с.
Элеп ҡуйыла торған. □ Висячий, подвесной. Элмәле көҙгө. Элмәле йоҙаҡ.
Э Л МӘЛӘҮ (элмәлә-) (Р.: вышивать, расшивать; И.: embroider; T.: nakış işlemek) ҡ. диал. ҡар. сигеү III.
Кизе менән биҙәк төшөрөп тегеү. □ Вышивать, расшивать. Ҡулъяулыҡ ситен элмә-ләу. Салып элмәләу.
ЭЛМӘНДӘК (элмәндәге) (Р.: проныра; И.: slyboots; T.: arsız kimse) и. диал.
Әрһеҙ, йылмаяҡ кеше. □ Проныра (человек, проникающий всюду путём хитрости, ловкости). Элмәндәк булыу. Элмәндәккә әйләнеу.
ЭЛМӘНЛӘҮ (элмәнлә-) (Р.: рыскать; И.: prowl, roam; T.: koşuşmak) ҡ. диал.
1. Тегендә-бында ҡарап эҙләнеү; темеҫкенеү. □ Рыскать; шнырять. Элмәнләп йөрөу. К Ҡыҙҙың ниндәйҙер йомош менән мастерскойға кереуе була, механик эргәһенә элмәнләп килеп тә етә. Р. Солтангәрәев.
2. Ябыҡ ҡына нәҙек аяҡлы баланың йүгереүе. □ Бегать (о худеньком, тонконогом ребёнке). Бала элмәнләп йөрөй. Малай элмәнләп китә.
ӘЛМӘС и. диал. ҡар. элмәк 3, 4. Ҡулдәк элмәсе. Әлмәсте ҡаптырыу. Әлмәсте ыскындырыу. Ишек элмәсе.
ЭЛМӘ ТЕГЕН (Р.: разновидность узорной вышивки; И.: kind of patterned embroidery; T.: bir tür nakış) и.
Элмәкләп сигеү төрө. □ Разновидность узорной вышивки. Элмә теген өлгөләре. Элмә теген оҫталары.
ЭЛПЕ и. диал. ҡар. элпә 2. Баланың элпеһе тоташҡан.
ЭЛПЕРӘҮ (элперә ) (Р .: износиться (об одежде)', И.: wear out; tear; T.: eskimek) ҡ. диал. ҡар. туҙыу.
Тотоноу, ваҡыт үтеү арҡаһында алама, иҫке, яраҡһыҙ хәлгә килеү; иҫкереү. □ Износиться (об одежде). Ҡейемем элперәгән. Элперәгән тун.
ЭЛПӘ (Р.: плёнка; перепонка; И.: mem-brana; palet; T.: zar) u.
1. Организмдағы үтә күренмәле яры; шекәрә. □ Плёнка; перепонка; оболочка. Мейе элпәһе. Ҡуҙ элпәһе.
2. Йәш баланың түбә ҡапҡасындағы ҡатып өлгөрмәгән урыны; лепкә. □ Родничок (у новорождённого). Баланың элпәһе тоташмаған.
ЭЛТЕРГЕС и. диал. ҡар. элгес 3. Ишек элтергесе. Ҡапҡа элтергесе.
ЭЛӘГЕП-ҺАРҠЫП р. диал. ҡар. эләгә-йығыла. Эләгеп-һарҡып эшләп бөтөу. Элә-геп-һарҡып уҡыуын тамамланы.
ЭЛӘГЕТ I (Р.: бурелом; И.: windfall; Т.: devrik ağaçlar) и.
1. Һынған, ләкин ергә төшмәгән, эләгеп торған ағас йәки ботаҡтар. □ Бурелом. ■ Ҡасим әрәмәләге эләгеттәргә башын бәрә-бәрә .. йугерҙе. Н. Мусин.
2. диал. Артыҡ ыҙа килтергән, мәшәҡәтле кеше йәки мал; имгәк. □ Обуза, бремя. Эләгет булыу. Эшләмәй, эләгет булып ятыу.
ЭЛӘГЕТ II (Р.: очень худой; И.: very thin; T.: çok zayıf) с. диал.
Ныҡ ябыҡ. □ Очень худой. Эләгет бала. Эләгет мал.
ЭЛӘГЕТЛӘҮ (эләгетлә-) ҡ. диал. ҡар. эләгешеү 2. Эләгетләргә генә тороу. Элә-гетләп китеу.
ЭЛӘГЕҮ (эләк-) (Р.: цепляться; И.: get stuck; clamber; T.: takılmak) ҡ.
1. Хәрәкәт ваҡытында нимәгәлер бәрелеп, тейеп, ысҡына алмай тороу. □ Цепляться, зацепляться, запутаться. Эләгеп тороу. Ботаҡҡа эләгеу. ■ Үлән баштарына, ситән һырҙарына эләгеп ҡалған ваҡ тамсылар, ҡояш нурҙарына сағылып, бриллиант муйынсалар кеуек ялтырайҙар. С. Агиш. Ишмәмәт сығып ҡасырға итте, әммә тубығына төшкән салбарына эләгеп йығылды. Т. Ғари-
160