Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 161 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭЛӘГЕҮ
пова. [Платов] бер тәңгәлдә сырмалсыҡ үләнгә эләгеп йығылғайны, шунан тороп китергә лә хәле етмәне. Д. Исламов. Урман юлы менән китеп бара икән, юл ситендәге ағасҡа эләгеп, бының [байҙың] күсәре һынып киткән. Әкиәттән.
2. Йәбешеп, ысҡынмай эйәреү. □ Цепляться, зацепляться. Эләгеп барыу. Аяҡҡа эләккән сырмалсыҡ. Дегәнәк эләгеү. Ш Атайым дилбегәгә эләгеп өҙөлгән оҙон башаҡты, усына һалып һыйпай-һыйпай, йәнә һөйләп алып китте. Ә. Вәли. • Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә. Мәҡәл.
3. Ашанан-ашаға уралыу, салынып тотолоу (бау, арҡан кеүек нәмәләргә ҡарата). □ Попадать, угодить. Арҡан эләкте. Бау сәйгә эләкте.
4. Аулап тотоу, алыу өсөн ҡуйылған нәмәгә ҡабыу. □ Попадать куда-л., оказываться, очутиться где-л. Ҡапҡанға сысҡан эләгеү. Тоҙаҡҡа эләгеү. Балыҡ эләгеү. ■ Ҡапҡанға эләгеп .. аҡһап ҡалған оҙон һыртлы ҙур инә бүре тау үңеренә өйөлгән ҡар һырынтыһының өҫтөндә ултыра. С. Ильясов. Төлкө йә ҡуян эләгеп ҡуйған булһа, Аҡбай өсөн ҙур байрам буласаҡ. Д. Исламов. Ҡапҡанға айыу эләккән, ти. Әкиәттән. • Аҫыл ҡош аяғынан эләгә. Мәҡәл.
5. Хуп күрелмәгән эш йәки енәйәт өҫтөндә тотолоу. □ Попадать куда-л., оказываться, очутиться где-л. Урлашҡанда эләгеү. ■ [Гәрәй — Шәүәлигә:] Булған булған инде, эләктек, хәҙер һыуҙан ҡоро сығыу яғын ҡарар кәрәк. Б. Бикбай.
6. күсм. Ниндәйҙер күңелһеҙ хәлгә дусар булыу. □ Попадать куда-л., оказываться, очутиться где-л. Төрмәгә эләгеү. Күҙәтеү аҫтына эләгеү. Я Тәүге сәфәрҙә Әмир ағай ҡатнаша алманы, сөнки көтмәгәндә дауаханаға эләккәйне. Г. Ғиззәтуллина. Яраланып, танкынан ҡолап ҡалған йәш һалдат иҫен юғалтҡан килеш фашистар ҡулына эләгә. И. Ғиззәтуллин. • Илдекен урлаған ҡазаға эләгер, ҡазаға эләкмәһә, язаға эләгер. Мәҡәл. Бүренән ҡасҡан айыуға эләккән. Мәҡәл.
7. Нимәлер ҡулға тап килеү, осрау. □ Попадать. ■ Ҡыпсаҡтар менән шаҡмандар,
ҡулдарына эләккән бер нәмәне тотоп, үҙ-ара һуғышҡан да киткәндәр. Б. Бикбай.
8. Тапҡыр килеп тейеү. □ Попадать. ■ Үҙемсә бик тоҫмаллап төрттөм. Эләктеме, юҡмы тип, һалдауымды ҡалҡытмай торам. Н. Мусин.
9. Берәй эшкә, уҡыуға, урынға һ. б. урынлаша алыу. □ Попадать, доставаться, устроиться. Университетҡа эләгеү. Яҡшы фатирға эләгеү. В Мөжәһиттең танк экипажы йыйнаҡ ҡына бер йортҡа эләкте. Ғ. Аллаяров. [Зиннәт:] Былар, мин әйтәм, һыйлы ергә барып эләккәс, тиҙ генә әйләнеп ҡайтмаҫ әле. Әкиәттән.
10. Ҡайҙалыр килеп сығыу, көтмәгән урынға тап булыу. □ Попадать; угодить. M [Сәлмән:] Бэй, Самсон, һин дә бында бит. Нисек бында килеп эләктең? Т. Йәнәби. [Исламғәле] был урынға яңылыш ҡына килеп эләккән. И. Насыри.
11. Берәй кешенең ҡарамағына инеү, ҡулына төшөү; тейеү. □ Доставаться, попадать. Бүләк эләгеү. М Ҡәнзәфәрҙең ҡулына мөһим документ килеп эләкте. М. Ғиләжев. Шундай матур бүләк, күстәнәс эләккәс тә, ҡыҙ, ысынлап та, илауҙан туҡтаны. Д. Исламов.
12. Өлөшкә тура килеү, насип булыу. □ Доставаться. ■ Бушлай путёвка бәхете эләккән Фәғиләнең кәйефе ҡырылды. Н. Алсынбаев. Уға [ҡартҡа] өлөштөң һеңерле ере эләкте, яртыһы һөйәк тә ине. Р. Низамов.
13. Тейеү, төшөү (төрлө яза, шелтә, ауыр һүҙ һ. б. ҡарата). □ Доставаться кому за что', быть наказанным, получить наказание. Телеңде тыймаһаң, һиңә лә эләгер. М Атаһынан эләгеүҙе һиҙеп, малай атты тыя төшә. И. Абдуллин. Емерелгән танау һәм ҡанға буялған күлдәк өсөн Мусаға эләкте. Ә. Бикчәнтәев. Батырша арҡаһында уға [Гәбдессәләмгә] бик ныҡ эләккән икән. Ғ. Ибраһимов.
14. күсм. Йоғоу (ауырыуға ҡарата). □ Заражаться (какой-л. болезнью). Ауырыу эләгеү. Тапма эләгеү. V Ринатҡа өс йәш тирәһендә, йоғошло ауырыу эләгеп, сирләп китә, һәм уны бер үҙен больницаға һалалар. Ғ. Хисамов.
161