Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 162 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭЛӘГЕШЕҮ
♦ Ҡапҡанға (йәки тоҙаҡҡа, ҡармаҡҡа) эләгеү хәйләгә, мәкергә бирелеү. □ Попасть на удочку. ■ Төлкөсура батыр ҙа урыҫтар ҡапҡанына эләкте. Р. Камал. Ҡулға эләгеү 1) килеп юлығыу. □ Оказаться в чьих-л. руках. ■ Машина ватылыу, батыу йә һис уйламағанда автоинспекция ҡулына эләгеү — ғәҙәттәге ваҡиға. Ә. Хәкимов; 2) тотолоу. □ Быть пойманным. ■ Юлай ҡай саҡ караттар ҡулына эләкмәгән Кинйәнең илгә йәшерен генә ҡайтҡанын күҙ алдына килтерә. Б. Рафиҡов.
ЭЛӘГЕШЕҮ (эләгеш-) ҡ.
1. урт. ҡар. эләгеү 1. взаимн. от эләгеү
1. Ағастар бер-береһенә эләгешеп үҫәләр. Баландың суҡ тәлгәштәре һырығышып, эләгешеп торалар. ■ Мөнирә .. дәрәжәле ағай менән ҡуша бейей. Күҙҙәре генә осраша, бармаҡ остары эләгешә. Р. Камал.
2. күсм. Үҙ-ара әйтешеү, һүҙгә килешеү. □ Пререкаться, препираться, без особой надобности спорить с кем-л. Урынһыҙға эләгешеү. Эләгешеп тороу. Эләгешеп китеү. Эләгешеп барыу, ü Бөгон Сәғит менән Һарун эләгешеп алдылар. И. Ғиззәтуллин. Кешегә юл ҡуймаусы, һәр ваҡыт эләгешеп барыусан һәм һаранлыҡ менән дан тотҡан шаҡман араларының «һыҡмырҙар», «мин үҙемдәр» тигән ҡушаматтары ла бар. Б. Бикбай.
ЭЛӘГӘ-ЙЫҒЫЛА (Р.: спотыкаясь; И.: stumbling; T.: tökezleyerek) р.
Бик ашығып, йығыла яҙып, абына-һөрөнә. □ Спотыкаясь. Эләгә-йығыла йүгереү. Эләгә-йығыла йөрөү. Эләгә-йығыла атлау. ■ Рәмил һалдат ағаһының сумаҙанын бәләкәй санаһына һалды ла эләгә-йығыла өйҙәренә ашыҡты. Р. Низамов. Ул [Тулыбай ҡарт] ни өсөндөр тыныс атлап түгел, ә үңәсен алға һуҙып, тыбызлап, эләгә-йығыла ашығып бара торғайны. 3. Биишева.
ЭЛӘГӘН (Р.: корыто; И.: trough; Т.: yalak) и. диал. ҡар. ялғаш.
Ағастан яһалған оҙонса сөм һауыт. □ Корыто. Эләгәнгә һыу тултырыу. Мал эләгәненә көрпә һалыу. Эләгәнде йыуып ҡуйыу.
ЭЛӘГӘ-ТӘГӘРӘЙ р. ҡар. эләгә-йығыла. Эләгә-тәгәрәй ҡайтып бара. Эләгә-тәгәрәй атлап китте. Эләгә-тәгәрәй ишеккә килеп
етеү. ■ Үҙ аяҡтарына үҙе эләгә-тәгәрәй атлаған айыу балаһы әсәһенән ситкә китте лә алғараҡ сыҡты. Ғ. Хисамов. Кәбир эләгә-тәгәрәй Тәнзилә еңгәләренә ашыҡты. М. Ху-жин.
ЭЛӘГӘ-ҺАРҠА р.
1. ҡар. эләгә-йығыла. ■ Ваня, асыуынан ырғып тороп, ағас тамырына, ауған ағастарға эләгә-һарҡа, ярһып ары-бире йөрөргә кереште. Ә. Хәкимов.
2. һөйл. Нимәгәлер ултырып йә йәйәүләп (юлда барыуға ҡарата әйтелә). □ То пешком, то на чём-л. (двигаться). Эләгә-Һарҡа барып етеү. Эләгә-Һарҡа ҡайтып килеү.
ЭЛӘГӘ-ҺӘБӘ р. диал. ҡар. эләгә-һарҡа
2. Эләгә-Һәбә юлда йөрөү.
ЭЛӘЙСӘ (Р.: первый весенний дождь; И.: first spring rainfall; T.: Nisan yağmuru) и. диал. ҡар. ләйсән.
Яҙ көнө яуған тәүге ямғыр. □ Первый весенний дождь. Эләйсә һибәләп үтте. Эләйсәнән һуң бәпкә үләндәре ҡурпый башланы.
ЭЛӘККЕЛӘҮ (эләккелә-) ҡ. ҡар. эләгеү
4—14. Эләккеләп ҡуя. Ары-бире эләккеләй. Йыш ҡына эләккеләп тора. ■ Әшрәфкә лә эләккеләй: йә күҙ төбө күгәреп сыға, йә танауынан ҡан китә. И. Абдуллин. Терентийға .. һирәк-һаяҡ булһа ла икмәк, хатта ит тә эләккеләй ине. И. Ноғманов.
ӘЛӘКЛӘҮ (әләклә-) (Р.: ябедничать; И.: peach; report; T.: gammazlamak) ҡ. диал. ҡар. ошаҡлау.
1. Кеше өҫтөнән кемгәлер һүҙ еткереү; ғәйбәт (һүҙ) йөрөтөү. □ Ябедничать, доносить. Әсәйгә әләкләү. Әләкләп тороу. Әләкләргә ярата. Йыш ҡына бер-береһен әләкләйҙәр. Кустыһын әсәһенә әләкләргә генә тора.
2. Төрлө һүҙ йәки ҡыланыш менән үртәү, маҙаға тейеп үсекләү; ирештереү. □ Дразнить, передразнивать. Бәләкәй баланы әләкләү. Үсектергәнсе әләкләү.
ЭЛӘКМӘ I (Р.: зацепка; И.: cause, factor, lead; T.: neden, sebep) u.
Нимәгәлер аңлатма табырлыҡ йәбешке; сәбәп. □ Зацепка, повод, причина. Эләкмә эҙләү. Эләкмә табыу. Урынлы эләкмәне эләктереп алыу. ■ Анека Юлайҙың ҡуйын дәф
162