Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 163 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭЛӘКТЕРЕҮ
тәрен уҡыған һайын аптырай барҙы. «Эвакогоспиталь, 3637 «Г», — тигән адресты уҡығас ҡына, ул бер эләкмәгә тап килгәндәй булды. И. Ғиззәтуллин.
ЭЛӘКМӘ II (Р.: опора; И.: prop; support; T.: dayanak) и. диал. ҡар. таяныс.
Ышаныслы терәк, ярҙам. □ Поддержка, опора. Ныҡлы эләкмә. Эләкмә булыу. • Ҡайҙа ла эләкмә кәрәк. Әйтем.
ЭЛӘКСЕН I (Р.: порода охотничьих собак; И.: kind of hound dog; T.: bir cins av köpeği) и.
Һунарға яраҡлы эт тоҡомо. □ Порода охотничьих собак. Инә эләксен. Арлан эләксен. Эләксен көсөгө. Эләксен аҫрау. • Эләксен эт өрөп буре алмаҫ. Мәҡәл.
ЭЛӘКСЕН II (Р : тесёмка для завязывания платка (нашитая монетами)-, И.: throatband; T.: baş örtüsü bağı) и.
Баш кейемен йәки ҡушъяулыҡты эйәк аҫтынан эләктерә торған таҫма; һағалдырыҡ. □ Тесёмка для завязывания платка (нашитая монетами). Ҡушъяулыҡ эләксене. Ҡашмау эләксене.
ЭЛӘКСӘН (Р.: придирчивый; И.: captious, fault-finding; T.: mızmız) с.
Бәйләнеп, ҡаҙалып барыусан. □ Придирчивый. Эләксән кеше. Эләксән ир булыу. Эләксән холоҡло.
ЭЛӘКТЕРЕЛЕҮ (эләктерел-) ҡ. төш. ҡар. эләктереү, страд, от эләктереү. Өҫкә һәҙәбе эләктерелмәй тора. Ырғаҡ эләктерелде. Ҡармаҡҡа сабаҡ эләктерелгәйне. Ҙур табыш эләктерелмәй ҡалды. ■ Тире һайман, ҡыл һайман кеуек, баштан аша кейелмәгән. Ул бишмәт кеуек кейелеп, алғы яҡтан ағас ҡаптырмалар менән эләктерелгән. С. Ильясов. Мөхәммәткәрим хажи керә. Фрак төймәләре эләктерелгән, ул уҙе лә өйөндәге ҡыйралыштан һуң, ниһайәт, иҫенә килгән. Р. Камал.
ЭЛӘКТЕРЕҮ (эләктер-) (Р.: цеплять; И.: engage; gear; T.: uçlu bir şeyle yakalamak) ҡ.
1. Осло, кәкре нәмә менән элеп алыу. □ Цеплять, зацеплять. Багор менән эләктереу. һәнәк менән эләктереу. ■ Саяф .. ҡыяр эләктергән сәнскене ауыҙына яҡын килтерҙе.
Т. Ғарипова. Хәлил .. купер аҫтына тығылған һәм тәртипһеҙ булып өйөлгән бурәнә, ағастарҙы багорға эләктереп, тартҡылай башланы. Б. Дим.
2. Бау, арҡан кеүек нәмәне нимәгәлер ашанан-аша салып, уратып алыу. □ Подцеплять, нацеплять, схватывать, захватывать. Бауҙы ырғаҡҡа эләктереу. Бағанаға эләктереп бәйләу. Ш Ҡуҙыйкурпәс ҡороҡ менән [толпарҙы] муйынынан эләктереп тә алды. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
3. Сисергә ҡулайлы итеп еңелсә генә кейеү, ҡатыу (саңғы, аяҡ кейеменә ҡарата).
□ Нацепить, надеть. Ҡата эләктереп сығыу. Саңғыны аяғына эләктереу. ■ Алһыу аяғына сепрәк тапочка ғына эләктергән. А. Баймөхәмәтов.
4. Кейемдең төймәһен, элмәген ҡаптырыу. □ Застёгивать, пристёгивать. Ең төймәһен эләктереу. Яғаның һиҙәбен эләктереу. М Мәмдуҙә апай, кулдәк-бишмәт төймәләрен эләктереп, тиҙ-тиҙ генә ҡапсығын арҡаһына аҫты. Р. Ғабдрахманов.
5. Бикте, элгесте ҡаптырыу, элеп ҡуйыу; бикләү. □ Запереть. Элгестең ырғағын эләктереу. Ишектең келәһен эләктереу. Сумаҙандың биген эләктереу. ■ Сәлих тороп ултырҙы һәм тиҙ генә ишектең элгесен эләктерҙе. С. Агиш. Гәуһәр, өйгә инеп, ишектең келәһен эләктереп ҡуйҙы ла баҙҙың ҡапҡасын асты. В. Исхаҡов.
6. Уратып йә ҡармап тотоу, ҡулға алыу.
□ Хватать, схватывать, брать. Беләктән эләктереу. Билдән эләктереу. Теҙгенде эләктереу. Таш эләктереу. ■ Аҡъял батыр уны [Иргәйелде] һаҡалынан эләктереп алды. Әкиәттән. Лоҡман уның яғаһынан эләктереп алды ла кәуҙәһе менән уны терәугә килтереп ҡыҫты — Сергейға ҡабырғаһы мыртлап һынғандай тойолдо. А. Абдуллин.
7. һағалап тотоу (йыртҡыс йәнлектәргә ҡарата). □ Поймать, схватить, сцапать (о хищных животных). Бесәй турғай эләктергән. ■ Был йыртҡыс ҡош [төйлөгән[ ергә таштай атылып төшә лә себешеңде эләктереп тә китә. Ә. Бикчәнтәев. [Ҡоштар] алтыһы алты сысҡан эләктереп, кире эйәр башына килеп ҡуналар, ти. Әкиәттән.
163