ЭЛӘКТЕРМӘ
8. Аулап, ҡош-йәнлек алыу; тотоу. □ Ловить, поймать. Ҡапҡанға төрткө эләктереу. Тоҙаҡҡа ҡуян эләктереу. Төлкө эләктереу. ■ Йәмил иртә менән .. ундан ашыу алабуға эләктерҙе. Р. Байбулатов. Нисектер бер ваҡыт Данил спинингыға ҙур ғына суртан эләктергәйне. Т. Ғиниәтуллин.
9. Ҡулға алыу, тотоу. □ Поймать, задержать, схватить. Ҡасҡынды эләктереу. Енәйәтсене урынында уҡ эләктереу. Ваҡ хулиганлыҡ ҡылыусыларҙы эләктереу. М [Перфельев:] Әгәр Пугачёвты эләктерһәм, аҡсалата ҙур куләмдә буләк, ике мең һумға еткән элекке бурыстарымды ла, шул иҫәптән һоло хаҡын да алырмын. М. Ғиләжев. Егеттәр уны [Фидратты] вокзалда билет кассаһы эргәһендә эләктергәндәр. Д. Исламов.
10. Үҙеңә алыуға ирешеү, ҡулға төшөрөү.
□ Заполучить, достать, раздобыть. Ҙур өлөш эләктереу. Аттың шәбен эләктереу. Арзан хаҡҡа сифатлы тауар эләктереу. Эләктереп ҡалыу. ■ Айҙар ҡайһы саҡта көнләшкән һымаҡ уйлап ҡуя: «Иринаны эләктергән егет ниндәй бәхетле булыр!» Р. Байбулатов. Белемһеҙ кеше бер ҡасан да уҙенә купме кәрәклеген аңламай, шуға курә һәр саҡ кубе-рәк эләктерергә, артығын йыйырға маташа. Н. Ғәйетбаев.
11. һөйл. Ҡемгәлер биреү, өлөш сығарыу.
□ Выделить (давать возможность захватить свою долю). Малға бесәнде мул эләктереу. ■ Уны [септәне] аҫҡа тушәп ебәрҙек. Новиковка ла бер мөйөш эләктерҙек. Д. Юлтый.
12. Һуғыу, бәреү, бәреп йә тибеп тейҙереү. □ Ударять, наносить удар. Сыбыртҡы менән эләктереу. Һыртына эләктереу. М [Ертыңлар батыр — Аҡьял батырға:] Бейәне тотайым тигәндә, тибеп ҡолағыма эләктерҙе. Әкиәттән.
13. Хәрәкәт ыңғайында нимәгәлер абайламаҫтан тейеү, бәрелеп төшөрөлөү, ыскындырмай үҙең менән эйәртеү һ. б. □ Зацеплять, задеть. Эләктереп йыртыу. Салғыйға эләктереп алыу. Еңде сәйгә эләктереу. М Көслө тулҡындар һалды эләктереп алып та киттеләр. Ә. Бикчәнтәев.
14. Тиҙ хәрәкәт менән ҡулға тотоп алыу.
□ Схватить, ловить. ■ Ҡайһы аралалыр, Йыһангир һөйрәлеп барған оҙон дилбегәне эләктереп алған. С. Агиш. Айрат, ҙурыраҡ булғас, таһыллыраҡ шул, тупты тиҙ ук эләктереп ала ла ҡустыһына һелтәй. Т. Даянова.
15. кусм. Берәй мәҡәләлә, сығышта тәнҡит итеү, шелтә белдереү һ.б. □ Критиковать. Тәнҡиткә эләктереу. Фельетонға эләктереу. Тел араһына эләктереу. М Яңы Гоголь табылһа, беҙҙе [Белов менән Великорецкий-ҙы], ҡәләменең осона эләктереп алып, әҙәм көлкөһө итер ине. Ә. Бикчәнтәев.
16. кусм. Сир, ауырыу кеүек нәмәне йоҡтороу. □ Подхватить, заражаться. M Айҙар уның хәлен белергә барып торманы. Разия иҫкәртеуенсә, уҙе грипп эләктерергә мөмкин. Р. Байбулатов.
17. кусм. Ишетә һалыу, аңлап тотоп алыу (уй-хәбәрҙе). □ Уловить, воспринять, схватить. Әйткәнде шунда уҡ эләктереп алыу. Уй-ниәтте эләктереп алыу. ■ Рая әйшәһен әйтеп бөтөрмәне, Желедко эләктереп тә алды. И. Абдуллин. Сос егет йәш булһа ла, мәсьәләнең әрәсәһен бик тиҙ эләктереп алған. Г. Ғиззәтуллина.
ЭЛӘКТЕРМӘ (Р.: дверной крючок; И.: hanger; T.: kapı çengeli) и. диал.
Кәкре элгесе булған тимер ишек келәһе.
□ Дверной крючок. Эләктермәне элеу. Эләктермә яһау. Эләктермәһе ысҡыныу.
ЭЛӘКТЕРМӘЛЕ с. ҡар. элмәле. Эләк-термәле сылбыр. Ырғаҡ эләктермәле ишек. ■ Ул [дуҫ кеше] йыуан һөйәктәрҙән яһалған эләктермәле ҡара куҙлектәр кейеп йөрөй башланы. Ғ. Хәйри.
ЭЛӘКТӘҮ (эләктә-) (Р.: дразнить; И.: tease, chaff; T.: takılmak, sataşmak) ҡ. диал.
Төрлө һүҙ йәки ҡыланыш менән үртәү; үсекләү. □ Дразнить. Эләктәй башланы. Эләктәп тороу.
ЭЛӘКӘРЛӘҮ (эләкәрлә-) ҡ. диал. ҡар. әтмәләү. Эләкәрләп эшләу. Эләкәрләп йөрөу. Эште еренә еткермәйенсә эләкәрләп ҡуйҙы.
ЭЛӘМЕК I (эләмеге) (Р.: ил; И.: mud, silt; clay; T.: çamur) и. диал. ҡар. ләм.
164