Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 165 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭЛӘҮКӘ
һыу төбөндәге шыйыҡ мәте; лай. □ Ил; тина. Эләмек ҡаплау. Кул эләмеге. Йылға эләмеге.
ЭЛӘМЕК II (эләмеге) и. диал. ҡар. ылымыҡ. Йылғаның эләмек уҫкән урыны. Эләмек ағып килә. Тулҡындар ярға эләмек сығарып ташлаған.
ЭЛӘМЕС (Р.: тряпичный половик (вытканный из тряпья); И.: rag, palas, napless, two-way carpet; T.: paspas) и. диал.
Сепрәктән яһалған балаҫ. □ Тряпичный половик (вытканный из тряпья). Эләмес йәйеп ҡуйыу. Иҫке-моҫҡонан эләмес һуғыу. Аяҡ аҫтына эләмес тушәу.
ЭЛӘМӘК (эләмәге) (Р.: мошка; И.: midge, gnat; T.: küçük böcekler) и. диал. ҡар. ләпәк.
Ваҡ ҡына себен; һуҡыр себен. □ Мошка, мошкара (лат. Simuliidae). Эләмәк куп. Элә-мәк малды йонсота. Эләмәктән төтөн һалыу.
ЭЛӘН [рус. лён] (Р.: лён; И.: flax; Т.: keten) и. диал. ҡар. етен.
1. һабағынан сүс, орлоғонан май алына торған үҫемлек. □ Лён. / Льняной (лат. Linum usitatissimum). Элән баҫыуы. Элән майы. Элән сәсеу.
2. Шул үҫемлектең сүсе. □ Льняное волокно, лён. Элән иләу. Элән талҡыу. Элән әҙерләу. Эләндән һуғылған ашъяулыҡ.
3. Шул сүстән иләнгән еп һәм туҡыма. □ Лён (льняная пряжа, нить, материал). Элән туҡыма. Элән таҫтамал. Элән кейем кейеу.
ЭЛӘНГЕ (Р.: поднога; И.: footstep, sidestep; T.: basamak) и. умарт.
Солоҡҡа менгәс, баҫып тороу өсөн ҡуйылған ҡулайлама, табалдырыҡ. □ Поднога, подставка для ног, подножка (палка или доска, привязываемая к дереву для стояния бортника во время ухода за пчёлами или выемки мёда). Эләнгене нығытыу. Эләнгеһен солоҡ ағасында ҡалдырып киткән. ■ Кәрәкле бейеклеккә менеп еткәс, солоҡсо ағас олонона ләнге тип аталған ҡулайлама бәйләп ҡуя. Ҡайһы берәуҙәр уны эләнге тип тә атай. «Киске Өфө», № 7, 2011.
ЭЛӘНГЕС с. диал. ҡар. ябыҡ II. Эләнгес кәуҙәле. Эләнгес уҫмер.
ЭЛӘНГЕТ с. диал. ҡар. ябыҡ II. Эләнгет кеше. Эләнгет бала. Эләнгет мал. Эләнгет хәлгә тороп ҡалыу.
ЭЛӘНГЕТЕ ӘЙЛӘНЕҮ (эләнгете әй-лән-) (Р.: исхудать; И.: become emaciated; T.: zayıflamak, arıklamak) ҡ. диал. ҡар. ябығыу.
Ныҡ ябығыу, ҡаҡ һөйәккә ҡалыу. □ Исхудать, сильно похудеть. Эләнгете әйләнеп бөткән. Эләнгете әйләнеп йөрөй.
ЭЛӘНЛӘҮ (эләнлә-) ҡ. диал. ҡар. элмәнләү. Эләнләп сығып киткән. Эләнләп йөрөй. Эләнләп ҡайтты. ■ Ул [Миңлекәй] һәр ваҡыттағыса шат, куңелсәк, ләкин эрелеген юғалтмаған төҫ менән тирә-яҡҡа эләнләп ҡарап, борғоланып атлап, барыһы менән һаулашып утте. Һ. Дәүләтшина.
ЭЛӘҢГЕТ с. диал.
1. ҡар. әрһеҙ. Эләңгет кеше. Эләңгет холоҡло ҡыҙҙар.
2. ҡар. ябыҡ. Эләңгет хәлдә булыу. Эләңгет кәуҙәгә тороп ҡалыу.
ЭЛӘҢГӘС и. диал. ҡар. ылаш. Эләңгәстә ҡорот киптереу. Эләңгәстә балыҡ ыҫлау.
ЭЛӘ-САЛА (Р.: как попало; И.: pell-mell, slap-dash, in a fashion; T.: özensiz, şöyle böyle) р. һөйл.
1. Нисек етте шулай; арлы-бирле. □ Как попало, кое-как. Элә-сала ғына ҡарап сығыу. Элә-сала эшләу.
2. Асыҡ түгел, яҙа-йоҙа; сала-сарпы. □ Отрывочно, мельком. Элә-сала ғына ишетеп ҡалыу. Элә-сала куреп ҡалыу.
ЭЛӘТСӘ (Р.: ласка; И: least weasel; T.: bayağı gelincik) и. диал. ҡар. йәтсә.
һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған, бәләкәй генә нәҙек оҙон йыртҡыс йәнлек. □ Ласка (лат. Mustela nivalis). Аҡ эләтсә. Эләтсә тиреһе. Эләтсә яға. Эләтсә ҡойроғо. ■ Урыҫтар эләтсәгә һөт ҡоя икән. «Башҡорт мифологияһы » нан.
ЭЛӘҮКӘ [рус. лавка] (Р.: лавка; И.: bench; Т.: bank) и.
1. Мунсала менеп ҡыҙыныу, сабыныу өсөн эшләнгән бейек урын. □ Лавка, банный полок. Эләукәлә ултырыу. Эләукәгә менеп сабыныу. М Әйуп, баш аҫтына бешкән миндек ҡуйып, эләукәгә һуҙылды. Т. Ғарипова. Бөтә ер ҡыҙыу мунса эләукәһенә әйләнә. Ә. Вәли.
165