Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 166 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭЛӘҮСӘН
2. диал. Мейес артында таҡта түшәп эшләнгән урын; һәндерә. □ Полати (в запечье). Эләүкәлә ятыу. Эләүкәгә балаҫ йәйеү. ■ Байгилде ағайға мал өйөндә, һарыҡ бәрәстәре, быҙауҙар бикләнгән оя өҫтөндәге эләүкәлә ятып йоҡларға рөхсәт иттеләр.
3. Биишева.
3. миф. Мунса эйәһенең урыны. □ Банный полок (по представлениям башкир, опасное место, место духа бани). ■ Мунсала йәш баланы эләүкәгә һалырға ярамай, мунса эйәһе урлай, ти. «Башҡорт мифологияһы»-нан.
ЭЛӘҮСӘН и. диал. ҡар. һеләүһен. Малды эләүсән баҫа. Ата эләүсән. Эләүсән балалары.
ЭЛӘ-ҺӨЛӘ р. диал. ҡар. элә-сала 2. Элә-һөлә ишетеү. Элә-һөлә күреп ҡалыу.
ЭЛӘШӘ (Р.: иней; И.: rime, frost; T.: kırç, kırağı) и. диал. ҡар. бәҫ.
Сасҡау һыуыҡта ағасҡа йәки башҡа нәмәгә өрпәк кенә булып ҡуна торған ҡырау. □ Иней, изморозь. Ағастарға эләшә ҡунған. Бар донъяны эләшә ҡаплаған.
ЭМАЛЛӘҮ (эмаллә-) (Р.: эмалировать; И.: enamel; T.: emaylamak) ҡ.
Эмаль менән ҡаплау. □ Эмалировать. Һауыт-Һабаны эмалләү. Эмалләү цехы. Эмалләп ҡуйыу.
ЭМАЛЬ [фр. email] (Р.: эмаль; И.: enamel; T.: emay) и.
1. Металдан яһалған нәмәне туттан һаҡлау һәм сәнғәт әйберҙәрен йылтыратыу өсөн ялатыла торған, үтә күренмәгән, быяла һымаҡ масса; үң. □ Эмаль. / Эмалированный. Эмаль ялатыу. ■ Ап-аҡ эмаль буяуға буялған бейек ишек. Аҡ эмалгә буялған тәҙрә төптәрендә ҡышлау гөлдәр алһыу, ал һәм ҡыҙыл сәскәләр атып ултыра. Ә. Вәли. Хужа өҫтәлгә бер эмаль тәрилкә ҡыяр килтереп ҡуйҙы. И. Абдуллин.
2. Шул масса менән ҡаплап йылтыра-тылған сәнғәт әйберҙәре. □ Эмаль. Эмалдәр коллекцияһы.
3. Теште өҫкө яҡтан ҡаплап торған йылтыр аҡ төҫтәге матдә; үң. □ Эмаль. Тештец эмале ашалған. ■ Эмале ҡупҡан тештәр ҙә
өҙлөкһөҙ һыҡрай, йөрәк майын һура. И. Ғиззәтуллин.
ЭМАНСИПАЦИЯ [лат. emancipation ‘ирек’] (Р.: эмансипация; И.: emancipation; T.: azat etme) и.
Кемдецдер бойондороҡло булыуҙан, ирекһеҙ хәлдән, төрлө сикләүҙәрҙән ҡотолоу ы; азат булыуы. □ Эмансипация. Ҡатын-ҡыҙҙар эмансипацияһы. Эмансипация яһау. ■ [Прозаик:] Эмансипация башланып, бисәләр аҡыл эшенә күскәйне — ғаиләлә ҡот-бәрәкәт китте. Т. Сәғитов.
ЭМАНСИПАЦИЯЛАНЫУ (эмансипа-циялан-) ҡ. төш. ҡар. эмансипациялау. страд, от эмансипациялау. Эмансипация-ланған ҡатын-ҡыҙ.
ЭМАНСИПАЦИЯЛАУ (эмансипацияла-) (Р.: эмансипировать; И.: emancipate; Т.: azat etmeK) ҡ.
Кемделер үҙ аллы, ирекле, бойондороҡһоҙ итеү. □ Эмансипировать. Ҡатындарҙы эмансипациялау.
ЭМБАРГО [исп. embargo ‘тыйыу’| (Р.: эмбарго; И.: embargo; T.: ambargo) и. юр.
Алтын, валюта, ҡорал, тауар кеүек нәмәләрҙе илгә индереү йәки илдән сығарыуҙың дәүләт тарафынан тыйылыуы. □ Эмбарго. Эмбарго һалыу. ■ Указға ярашлы Каддафи һәм уның яҡындарына илдән сығыу тыйыла, шулай уҡ Ливия менән ҡорал сауҙаһына эмбарго (сит илдән индереүҙе йәки сығарыуҙы тыйыу) индерелде. «Киске Өфө», №11,2011.
ЭМБЛЕМА [гр. emblema ‘рельеф биҙәк’] (Р.: эмблема; И.: emblem, symbol; T.: amblem, sembol) и.
Шартлы рәүештә бер мәғәнә билдәһе итеп алынған нәмә йәки һүрәт. □ Эмблема. Олимпиада эмблемаһы. Эмблема төшкән фуражка. Н Погонын һәрмәп ҡараһа, ысынлап та, эмблемаһы юҡ [һалдаттың]! Ә. Әминев. [Сержант — һалдатҡа:] Һүҙ ул хаҡта түгел, һин бына авиация эмблемаһын йөрө-тәһец, ә авиацияға ни ҡыҫылышың бар һуң һинең? А. Мағазов.
ЭМБРИОЛОГ [рус.] (Р.: эмбриолог; И.: embryologist; T.: embriyolog) и.
166