Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 167 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭМИГРАЦИЯ
Эмбриология буйынса белгес. □ Эмбриолог. Эмбриолог йунәлтмәһе. Эмбриологтарға мөрәжәғәт итеу. Эмбриолог кәңәше буйынса анализдар биреу.
ЭМБРИОЛОГИЯ [гр. embryon ‘яралғы’+ logos ‘фән’] (Р.: эмбриология; И.: embryology; T.: embriyoloji) и.
Яралғы үҫешен тикшерә торған фән. □ Эмбриология. Эмбриология ҡаҙаныштары. Эмбриология буйынса әҙәбиәт. Эмбриология фәненең һөҙөмтәләре.
ЭМБРИОН [гр. embryon ‘яралғы’] (Р.: эмбрион; И.: embryo; T.: embriyo) и. ҡар. яралғы.
Ҡарындағы яралғы (иң тәуге осорҙа). □ Эмбрион. Эмбрион уҫеше. Эмбрионды уратып алған шарттар. Эмбрионды куҙәтеу. ■ Торонто университеты медицина факультеты профессоры доктор Кейт Мур уҙенең «Кеше эмбриологияһы» исемле китабында, кеше эмбрионы иң беренсе ишетеу һәләтен, һуңынан куреу һәләтен уҙләштерә, тип яҙа. «Киске Өфө», № 28, 2009.
ЭМ-ДӘӘ (Р.: м-да; И.: haw!; Т.: bak sen!) ымл.
Аптырау ҡатыш икеләнеүҙе белдерә. □ М-да (междометие, выражающее удивление и сомнение). S Эм-дәә ... — Назаров, аҫҡы иренен һалпайтып, бер аҙ һуҙһеҙ торҙо. Н. Мусин.
ЭМЕЖЕ и. диал. ҡар. ҡурай еләге. Эме-же ҡайнатыу. Эмеже йыйыу. Эмеже сәйе.
ЭМЕЙ (Р.: женская грудь; И.: woman’s breasts, nipple; T.: meme) и. диал.
Ҡатын-ҡыҙҙың күкрәгендә түңәрәкләнеп ҡабарып торған һөт биҙҙәре; имсәк. □ Женская грудь, сосок. Эмей биреу. Эмей һорау. Эмей ташлатыу. ■ Алмастың тик ултырып сыҙамай, ҡайҙалыр атлығып ҡына торған сағы. Барыһы ла серле әле уға — эмейҙәре тырпая башлаған ҡыҙҙарҙың йылмайып куҙ һирпеуенән йөрәге тулай башлауы ла, әсәһенең йыш ҡына илап ултырыуы ла. Б. Рафиҡов.
ЭМЕЙ БАЛА (Р.: грудной ребёнок; И.: baby, nursling; T.: bebek) и. диал. ҡар. имсәк бала.
Имсәк имгән сабый бала. □ Грудной ребёнок. Эмей бала менән өйҙә ултырыу. Эмей бала ҡарау. Эмей баланы саф һауаға алып сығыу.
ЭМЕҪ (Р.: надежда; И.: hope; T.: umut) и. диал. ҡар. өмөт.
Теләгән эш-хәлдең киләсәктә булырына ышаныс. □ Надежда, чаяние, упование. Эмеҫ итеу. Киләсәккә эмеҫ бағлау. Һуңғы эмеҫте юғалтыу.
ЭМИГРАНТ [лат. emigrans ‘күскенсе’] (Р.: эмигрант; И.: emigrant; T.: göçmen) и.
Үҙ иленән сит илгә күскән кеше. □ Эмигрант. АКШ-тағы Рәсәй эмигранттары. Эмигрант булыу. ■ [Генерал — Хызырға:] Һуңғы ваҡытта башҡорт эмигранттары ныҡ ҡына активлашты. Уларҙың башлығы Зәки Вәлидиҙең икенсе йәшлеге башланған тиерһең. Ғ. Хисамов.
ЭМИГРАЦИЯ [лат. emigrare ‘күсеү’] (Р.: эмиграция; И.: emigration; expatriation; T.: ülke dışına sığınma, göçme) u.
1. Иҡтисади, сәйәси йәки дини сәбәптәр арҡаһында кешенең үҙ иленән мәжбүри йәки үҙ ирке менән сит илгә күсеүе. □ Эмиграция. Эмиграцияға китеу. ■ [Зиада Димская ] ваҡытында, ныҡлы ҡыҫымға алынғас, эмиграция хаҡында ла уйланып ҡуя. Д. Бүләков.
2. Шул рәүештә күсеп, сит илдә йәшәгән хәл. □ Эмиграция. Эмиграцияла булыу. Эмиграциянан ҡайтыу. ■ Ғәлимйән Таған эмиграцияла башҡорттарҙың йәйләуе һәм унда мал көтөу уҙенсәлектәре тураһында яҙып ҡалдырған. «Киске Өфо», № 26, 2011. Әхмәтзәки Вәлидиҙең иң яҡын һәм тоғро арҡаҙаштарының береһе булған Фәтҡел-ҡадир ҙа, сит илдәрҙә эмиграцияла йәшәгән көйө бөтә ауырлыҡтарҙы утеп сығып, куренекле ғалим сифатында танылыу таба. «Киске Өфө», № 27, 2009. Эмиграциялағы революционерҙар Каприҙа партия кадрҙары әҙерләу өсөн махсус мәктәп асыу тураһында хыяллана. В. Исхаҡов.
3. йыйн. Сит илдә йәшәүселәр; эмигранттар. □ Эмиграция. Франциялағы рус эмиграцияһы. Эмиграция вәкилдәре.
167