ЭМИССАР
ЭМИССАР [лат. emissarius ‘йәшерен илсе’] (Р.: эмиссар; И.: emissary, envoy; T.: temsilci, gizli ajan) u.
Рәсми булмаған йәшерен йомош менән ебәрелгән кеше. □ Эмиссар. Эмиссар ебәреу. Эмиссар тотоу. Эмиссар булып сит илгә сығыу. ■ Иҡтисади проблемалар — эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ, уҫергә, уҙ аллы эш асырға мөмкинлектәр булмауы килеп кушыла. Шуға ла сит ил эмиссарҙары ташлаған «орлоҡ» бик уңдырышлы «тупраҡ»ҡа төшә. «Киске Өфө», № 26, 2009. [Ҡаранай] 1773 йылдың октябренән Пугачёвтың эмиссары сифатында сығыш яһай, манифестар тарата, башҡорттарҙы көрәшкә кутәрелергә саҡыра. «Киске Өфө», № 33, 2010.
ЭМИССАРЛЫҠ (эмиссарлығы) (Р.: эмиссарство; И.: emissary, envoy; T.: temsilcilik) и.
Эмиссар булыу йөкләмәһе, күренеше. □ Эмиссарство (исполнение обязанностей эмиссара). Эмиссарлыҡ итеу. Эмиссарлыҡҡа тәғәйенләнеу.
ЭМИССИЯ I [лат. emissio ‘сығарылыш’] (Р.: эмиссия; И.: emission; T.: emisyon) и. иҡт.
Илдең йәки берәй ойошманың ҡиммәтле ҡағыҙ йәки аҡса сығарыуы. □ Эмиссия. Халыҡ-ара эмиссия. Эмиссия эше.
ЭМИССИЯ II [лат. emissio ‘нур һибеү’] (Р.: эмиссия; И.: electromagnetic impulse; T.: emisyon) и. физ.
Ҡаты йәки шыйыҡ еҫемдәрҙең йылытыуҙан, ток тәьҫиренән һ. б. сәбәптәрҙән газ мөхитенә, вакуумға электрон, иондарҙы бүлеп сығарыуы. □ Эмиссия. Эмиссия процесы. Эмиссия һөҙөмтәһе. Термоэлектронлы эмиссия.
ЭМ-М (Р.: эм-м; И.: well; T.: mmm) ымл.
1. Әҙерәк уйланып, икеләнеп, әйтә алмай торғанды белдерә. □ Эм-м (междометие, выражающее сомнение), fl [Һатыусы:] Туҡта, барлығы купме була һуң әле? Эм-м... Б. Бикбай. Эм-м... Уйларға кәрәк. Уйларға, кәңәшләшергә... 3. Биишева.
2. Тәмле, татлы нәмәгә кинәнгәнде белдерә. □ Эм-м (междометие, выражающее
наслаждение). ■ [Вәсилә:] Эм-м... ниндәй тәмле! С. Агиш.
ЭМОЦИОНАЛЛЕК (эмоционаллеге) (Р.: эмоциональность; И.: emotionality, affec-tivity; T.: duygusallık) и. ҡар. хислелек.
Эмоцияға бирелеүсәнлек. □ Эмоциональность. ■ Уның [Мостай Кәримдең] тәуге әҫәрҙәрендә .. рационализм эмоционаллеккә зыян килтерә ине. Н. Мусин.
ЭМОЦИОНАЛЬ (Р.: эмоциональный; И.: emotional, sentimental; T.: duygusal) с. ҡар. хисле.
Хис-тойғоға тиҙ бирелеүсән. □ Эмоциональный. Эмоциональ кеше. ■ Үҙенең эмоциональ көсө менән йөрәкте тетрәтеусе скрипка концерты яңғырай ине. И. Абдуллин.
ЭМОЦИЯ [фр. emotion ‘тулҡынланыу’] (Р.: эмоция; И.: emotion, feeling; T.: duygu) и. ҡар. хис-тойғо.
Кешенең хис-тойғоһо, кисереше һәм шуның сағылышы. □ Эмоция. Көслө эмоция. Эмоция менән һөйләу. Эмоцияға бирелеу. ■ Искәндәр Сәғитович пинжәген кейҙе, гал-стугын рәтләне һәм бер ниндәй ҙә эмоция сағылмаған йөҙө менән миңә [Артыҡбикәгә] боролдо. Р. Сабитова. Гузәлиә .. ғумере буйы сауҙала эшләгәнгәме, артыҡ эмоцияға бирелеп бармай. Н. Мусин.
ЭМОЦИЯЛЫ (Р.: эмоциональный; И.: emotional, sentimental; T.: duygusal) с. ҡар. хисле.
Хис-тойғоға бай. □ Эмоциональный. Эмоциялы телмәр. Ярһыу эмоциялы, fl Психологик куҙлектән, ҡурҡыу — кире эмоциялы, көсөргәнешле, йәшәу өсөн ҡурҡыныс янау тойғоһо. «Киске Өфө», № 46, 2009.
ЭМОЦИЯҺЫҘ (Р.: не эмоциональный; И.: dead-pan; T.: duygusuz) с. ҡар. хисһеҙ.
Хис-тойғоға ярлы. □ Не эмоциональный, бездушный. Эмоцияһыҙ монолог. ■ Йөрәкһеҙ, бөтөнләй эмоцияһыҙ, робот рәуешендәге кешенең ниндәйҙер хис-тойғоға бирелеуе ғәжәп... Ә. Әминев.
ЭМПИРИЗМ [гр. empeiria ‘тәжрибә’] (Р.: эмпиризм; И.: empiricism; T.: ampirizm) и.
1. Донъяны өйрәнеүҙә тәжрибә һәм һиҙенеүҙе берҙән-бер сығанаҡ тип, ә тәжрибә
168