ӘПӘЙ КӨРӘГЕ
Ҡара табын ырыуына ҡараған аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир рода кара-табын. Әптелдәр аймағы.
ӘПТЕЛМӘН (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Урман-көҙәй ырыуына ҡараған аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир рода урман-кудей. Әптелмәндәрҙең шәжәрәһе. Әптелмәндәр нәҫеле.
ӘПТЕРӘШ (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Нуғай-бөрйән ырыуына ҡараған аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир рода ногай-бурзян. Әптерәштәр араһы. Әптерәштәр шәжәрәһе.
ӘПТӘЛӘН (Р.: суетливый; И.: fidgety; Т.: aceleci) с. диал.
Ҡабалан, сәбәлән (кешегә ҡарата). □ Суетливый. Бик әптәлән кеше. Әптәлән хәрәкәт.
ӘПТӘЛӘНЕҮ (әптәлән-) (Р.: спешить;
И.: hurry; speed oneself; T.: acele etmek) ҡ. диал. ҡар. ҡабаланыу.
Тиҙ-тиҙ йәһәтләп ҡуҙғалыу; ашығыу. □ Спешить, торопиться. // Спешка, поспешность; торопливость. Бик әптәләнеу. Әптә-ләнеп сығып китеу.
ӘПТӘНЛӘҮ (әптәнлә ) (Р.: шататься;
И.: hang about; T.: avare avare yürümek) ҡ. диал. ҡар. һәптәнләү.
Эшһеҙ, буш йөрөү. □ Шататься, болтаться без дела. Өй тирәһендә әптәнләу. Буштан-бушҡа әптәнләу. Көн оҙоно урам буйлап әптәнләу.
ӘПШЕ (Р.: цинга; И.: scorbut; T.: iskorbüt) и. диал. ҡар. зәңге.
Теш ҡаҙнаһының ауырыуы. □ Цинга. / Цинготный. Тештәрҙе әпше ашау. Әпшене дауалау. Борон әпшене ҡарағай ылыҫынан әҙерләнгән ҡайнатма менән дауалағандар.
ӘПӘ (Р.: косноязычный; И.: speaking thickly; T.: peltek, dili ağır) с. диал. ҡар. һаҡау I.
1. Телдәге ҡайһы бер өндәрҙе дөрөҫ, асыҡ әйтә алмаған йәки боҙоп һөйләгән. □ Косноязычный. Балаһы ҡурҡып, әпә булып ҡал
ды. Әпә бала. Әпә тел. Әпә тел менән нимәлер бытылдау.
2. һөйләшә алмаған, телһеҙ; әпе. □ Немой. Әпә кеше ым менән аралаша. Бала саҡтан әпә.
ӘПӘЙ I (Р.: хлеб; И.: crisp bread; T.: ekmek) и. диал. ҡар. икмәк.
1. Ҡамырҙан йомарлап, мейестә бешерелгән ашамлыҡ. □ Хлеб. Арыш әпәйе. Әпәй һынығы. Ҡатҡан әпәй. М Егет иртән тороуына бөтә нәмә эшләнгән, әпәй бешерелгән. Әкиәттән.
2. Он, ярма өсөн үҫтерелгән ауыл хужалығы үҫемлеге; иген. □ Зерно. Әпәй уҫтереу. Әпәй уңыу. Әпәйҙе йыйып алыу.
♦ Әпәй шүрлегенә менеп төшөү кемгәлер һуғып алыу. □ Бить, побить кого-л. Әпәй шурлегенә менеп төшөугә куп кәрәкмәй.
ӘПӘЙ II (Р.: перга; И.: bee-bread; Т.: arıların topladığı çiçektozu) и. диал. ҡар. манса.
Бал ҡорттарының сәскә һеркәһенән йыйып, кәрәҙгә тултырып, өҫтөнә бал һалып әҙерләгән аҙығы; һитә. □ Перга (пчелиная). Бал ҡорто әпәйҙе аяғына эләктереп ташый. Әпәй — бал ҡортоноң аҙығы.
ӘПӘЙ АСЫҪЫ (Р.: закваска для хлеба; И.: ferment, leaven; T.: maya) и. диал. ҡар. әсетке.
Икмәкте әсетер өсөн ҡулланылған ҡур. □ Закваска для хлеба. Әпәй асыҫы әҙерләу. Әпәй асыҫына он өҫтәу. Әпәй асыҫы ҡушып болғатыу.
ӘПӘЙ АСЫТҠЫСЫ и. диал. ҡар. әсетке. Әпәй асытҡысы һалыу. Әпәй асытҡысы менән әсетеу. Әпәй асытҡысы һалып беше-реу.
ӘП-ӘЙБӘТ (Р.: очень хороший; И.: very good; extremely good; T.: çok iyi) с. артыҡл. дәр. ҡар. әйбәт, превосх. степ, от әйбәт.
Нимәнеңдер тейешле кимәлдән яҡшы булыуы. □ Очень хороший, качественный. Әп-әйбәт кеше. Әп-әйбәт көн. Әп-әйбәт эш.
ӘПӘЙ КӨРӘГЕ (Р.: лопата для поставки хлеба в печку; И.: kind of wooden shovel; T.: ekmeği sobaya koymak için kullanılan kürek) и. диал.
307