Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 510 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯРАМАЙ
Зарождение, появление. ■ Мәликә шуға аптырай: әҙәм улай маймылдан яралғас, боронғо һүрәт-һындарҙа ниңә маймылды кәүҙәләндермәнеләр икән? Т. Ғарипова. Кеше яралғандан алып төрлө кисерештәр донъяһында йәшәй. Н. Ғәйетбаев. • Дошман дуҫтан ярала. Мәҡәл. Килен кәйнә буҫағаһынан, кейәү ҡайны буҫағаһынан яралыр. Мәҡәл.
2. күсм. Уй, фекер, төрлө тойғо, йыр һ. б. нәмә барлыҡҡа килеү, тыуыу. □ Зарождаться, рождаться, возникать. // Зарождение, рождение, возникновение. ■ Ринаттыц был серле хисе йөрәгендә былтыр яралды. Р. Байбулатов. Әллә Сәйфетдин бай иғтибарынан, әллә асы бал шауҡымынан уның [Мырҙабайҙың] күңеле тулай, үҙендә ниндәйҙер яңы тойғолар яралыуын һиҙә. Р. Байымов. Старшина күңелендә Терентийҙың тоғролоғона ҡарата шик ярала биреп ҡуйҙы. И. Ноғманов.
ЯРАМАЙ (Р.: нельзя; И.: one should not; T.: olmaz) мөн.
Нимәнәндер тыйғанды, иҫкәрткәнде, кире ҡаҡҡанды, риза булмағанды белдерә; киреһе - ярай. □ Нельзя, нехорошо. ■ Мине дөрөҫ аңлағыҙ, Шакирова, кадрҙар менән шаярырға ярамай, - тине Корбанов, йөҙөнә сәйер төҫ сығарып. Ғ. Аллаяров. Ишмырҙа Ишбулдин бер ваҡытта ла бәхәсләшмәй ине, быға ҡарап, ул бөтә кеше менән дә килешә икән тип аңларға ярамай. Ә. Бикчәнтәев. Был юлы күҙ йомоп ҡалырға ярамай тип, Кинйә сарығын кейеп, яурынына еләнен һалып, йәһәт кенә тирмә алдына сығып баҫты. Ғ. Ибраһимов.
ЯРАМҺАҠ I (Р.: угодливый; И.: obsequious; T.: yaltak) с.
Ярарға тырышып, юхаланып, яҡшатланып йөрөгән. □ Угодливый. Ярамһаҡ әҙәм. ■ Хөснөлхаҡ, шырышҡан күлдәк яғаһын рәтләп, муйынын борғолап, төҙәткеләнеп алды ла бер ни булмаған шат, ярамһаҡ тауыш менән тағы көлөргә кереште. 3. Биишева. [Вилким Сабирович:] Куйығыҙ әле, туҡтатығыҙ оло кеше менән булышырығыҙҙы, - тине, - ошаҡ килтергән әҙәмдең
ярамһаҡ оҙонса йөҙөнә ҡарамаҫҡа тырышып. Й. Солтанов.
ЯРАМҺАҠ II (ярамһағы) (Р.: подхалим;
И.: toady; T.: yaltak) и.
Юхаланып, ярарға тырышып йөрөгән кеше. □ Подхалим, угодник. • Дошмандан илең һаҡла, ярамһаҡтан серең һаҡла. Әйтем.
ЯРАМҺАҠЛАНЫУ (ярамһаҡлан ) (Р.: угодничать перед кем-л.\ И.: be obsequious with; T.: yaltaklanmak) ҡ.
Ярарға тырышыу; ҡуштанланыу, яҡшатланыу. □ Угодничать перед кем-л., льстить кому, подхалимничать перед кем. ■ Хәрби инженер-капитан Светлин характеры менән кешегә ярамһаҡланырға, комплимент әйтергә ярата торған кеше түгел ине. И. Абдуллин. Күҙен ҡан баҫҡан Ибраһим, байға ярамһаҡланып, Азаматты оторо аяуһыҙ туҡмай башланы. Й. Мостафин. Губерна канцелярияһы башлығы подполковник Ермолаев, генерал-губернаторға ярамһаҡланып, Илмырҙаны шелтәләне. Я. Хамматов.
ЯРАМҺАҠЛЫ с. ҡар. ярамһаҡ I. ■ Ғариф ярамһаҡлы тауыш менән көлдө.
3. Биишева. Түрә-ҡараға ярамһаҡлы татлы телле лә булғанлыҡтан, институтта уға [Ренартҡа] дөйөм ихтирам, иркәләүгә яҡын йомшаҡ мөғәмәлә хөкөм һөрә. Й. Солтанов.
ЯРАН I [фарс. (Р.: соратник; И.: associate; T.: yaran) и.
Халыҡ араһында етәксе, башлыҡ булған кешенең эшендә, көрәшендә һ. б. иң яҡын ярҙамсыһы, иптәше. □ Соратник, сподвижник. ■ [Өйрәнсек] көндәрен һәм кистәрен батшаның башҡа ярандары менән һунарҙа, ҡунаҡта, кәйеф-сафала уҙғарған. 3. Биишева. Олос старшинаһы, уның ярандары өсөн - оло байрам, ә халыҡ өсөн көпә-көндөҙ талау булған был хәл. Б. Бикбай. Министр шәпләнде, әллә ҡайҙарға шылтыратып аҙапланған кеше булды, тоғро ярандарын эҙләне. Р. Камал.
ЯРАН II [рус. герань < гр. geranion] (Р.: герань; И.: geranium; T.: sardunya çiçeği) и. бот.
Бесәй табаны һымаҡ түңәрәк, еҫле япраҡлы, төрлө төҫтәге өйкөм сәскәле үҫемлек. □ Герань (лат. Geranium). Бәләкәй яран. Калҡыулыҡ яраны. Себер яраны. Һаҙ яраны.
510