Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 511 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯРАТЫЛЫУ
Я [Мәҙинә:] Куҙ алдыма ауыл өйҙәренең тәҙрә төптәрендә уҫкән яран, тамсы, еҫле гөлдәр килә. Т. Ғарипова.
ЯРАН III (Р.: перец; И.: pepper; T.: biber) и. диал. ҡар. борос I.
Ҡырҡыу тәмле йәшелсә, уның ҡуҙаҡлы орлоғо һәм онтағы. □ Перец. Болғар яраны. Ҡыҙыл яран. Әсе яран.
ЯРАНГА [чук. яран’ы ‘өй’] (Р.: яранға; И.: jarangha; T.: Çukçilerin yaranga denilen çadırları) и. этн.
Ҡайһы бер Себер халҡының күсмә тирмәһе. □ Яранға. Яранга ҡороу. Яранганы һутеу.
ЯРАНГӨЛ и. бот. ҡар. яран II. М Башҡа ҡайғың булмаһа, уға ҡайғырма, ағай, - Мәҙинә, урынынан тороп, ҡышлау ярангөлдәре гөлт итеп сәскә атып ултырған тәҙрә янына килде. Т. Ғарипова.
ЯРАН ГӨЛӨ и. бот. ҡар. яран II. ■ Ҡына гөл төҫлө була, яран гөлө еҫле була. Халыҡ йырынан.
ЯРАР мөн. ҡар. ярай I. Я Ярар, мин ҡайтайым инде, - тине Гөлнур, һиллекте боҙоп, куңелһеҙ генә. Р. Байбулатов. Йә, ярар улайһа, өс көндән килерһегеҙ, - тип Баныу Мәхмутовна, Зилараның хәлен аңлап булһа кәрәк, урынынан торҙо. X. Зарипов.
♦ Ярарҙың башы ауыртмай һәр ҡушҡан йомошҡа, эшкә эшләһә лә, эшләмәһә лә риза булып торған кешегә ҡарата мыҫҡыллап әйтелә. □ Давать пустые обещания.
ЯРАРЛЫҠ (Р.: годный; И.: fit; T.: yararlı) с.
Нимә өсөндөр ҡулланырлыҡ, ниндәйҙер талапҡа яуап биргән; яраҡлы. □ Годный, пригодный, подходящий, применимый. M Тик офицерҙар ғына хәрби формала, улары ла барыһы ла тугел, һуғышҡа ярарлыҡ хәрби берәмек төҙөу өсөн куп кәрәк әле бында. Р. Байымов. Тик яҡын-тирәлә Талипты ҡотҡарыр өсөн эшкә ярарлыҡ бер ни ҙә куренмәне. Р. Ғабдрахманов.
ЯРА СЕБЕНЕ (Р.: вольфартова муха; И.: large fly species; T.: Rusya ve Orta Doğuda insan ve hayvanlarda yara miyazisine neden olan sinek türü) и. зоол.
Мал һәм кеше тәнендәге йәрәхәткә һәм күҙ, танау кеүек тәбиғи тишектәргә тере личинкаларын һала торған ҙур һоро бөжәк. □ Вольфартова муха (лат. Wohlfahrtia magnified). Яра себендәре кубәйгән. Яра себененә ҡаршы көрәш.
ЯРАТ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән, үҫәргән, түңгәүер, ҡыпсаҡ ҡәбиләләренә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племён бурзян, усерган, тангаур, кипчак. Ярат йыйынын ойоштороу. Ярат араһы шәжәрәһе.
ЯРАТАШ и. диал. ҡар. әсеүташ. Яраташ иҙмәһе. Яраташ менән дауалау.
ЯРА ТАШЫ (Р.: нитрат; И.: nitrate; Т.: nitrat) и. хим.
Азот кислотаһының тоҙо. □ Нитрат. Тупраҡта яра ташы кубәйгән.
ЯРАТТЫРЫУ (яраттыр-) ҡ. йөкм. ҡар. яратыу I. понуд. от яратыу I. ■ Ниңә тормош ҡайһы саҡта, кемдеңдер ғумерлек нәфрәтен ҡаҙаныр, ҡарғышын ишетер өсөн генә тәуҙә шул кешене улеп яраттырырға тейеш икән? Д. Бүләков. Әсәҙулла йәш саҡта ҡатынын да шул гармун менән яраттырғайны. Ә. Әһлиуллин.
ЯРАТЫЛЫУ I (яратыл-) ҡ. төш. ҡар. яратыу I. страд, от яратыу I. ■ Быға тиклем ундай мөмкинлектең барлығын да белмәгән Айбулаттың әле яратылғыһы һәм яратҡыһы тугел, һөйөуҙең уҙенә әуерелгеһе килде. Г. Ғиззәтуллина. Яратыу — бер, яратылыу — икенсе хәл. Ф. Чанышева.
ЯРАТЫЛЫУ II (яратыл-) ҡ. төш. ҡар. яратыу II. страд, от яратыу II. М Борон «Башҡорт тауы» тип аталған мәғрур Урал - донъя яратылғаны бирле башҡорттарҙың изге төйәге, тыуған иле. Р. Байымов. Ҡыҙҙар - улар бит сәскә генә, ҡыуаныс өсөн яратылғандар. Д. Бүләков. Хоҙай йорттарының ҡайҙа һалыныуы ер яратылғанға тиклем ук билдәләп ҡуйылған. Т. Ғарипова.
511