Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 512 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯРАТЫЛЫУ
ЯРАТЫЛЫУ III (яратыл-) ҡ. төш. ҡар. яратыу III. страд, от яратыу III. Яратылған тайҙар бәйгегә әҙер ине.
ЯРАТЫРЛЫҠ (Р.: достойный (любви)', И.: worthy (of); T.: sevgiye layık) с.
Яратырға ярарлыҡ, яратырға лайыҡ. □ Достойный (любви). Яратырлыҡ яҡшы егет.
ЯРАТЫУ I (ярат-) (Р.: любить; И.: love; T.: sevmek) ҡ.
1. Кемделер йәки нимәнелер үҙ итеп, ныҡ яҡын күреү. □ Любить, полюбить. // Любовь. ■ Ҡарттар улдарын бик яратҡан, ул ни теләһә, шуны утәргә әҙер торған, ти. Әкиәттән. Йыш ҡына йәштәр, бигерәк тә яҙҙарын, йәйҙәрен Геллерт тауы башында, Әсә-Венгрия янында Ҡояш сыҡҡанды ҡарап торорға яраталар, ти. И. Абдуллин.
2. Йылы хис белдереп һөйөү, иркәләү, наҙлау. □ Нежить, любить, ласкать. Арҡанан яратыу. Тупылдатып яратыу.
3. Икенсе енестәге кешегә мөхәббәт тойғоһо кисереү; һөйөү. □ Любить, полюбить.// Любовь. М Сәйҙә Хәсәншаны өҙөлөп яратты, уныц менән уҙенец ғумер юлын бергәләп атлап утергә уйланы, куцеленән алыҫтағы матур киләсәккә төбәлеп хыял итте. Ә. Байрамов. Ярата алыу, ғашиҡ була белеу ҙур бәхет ул. Д. Бүләков.
4. Нимә менәндер мауығыу, үҙ теләгең менән шөғөлләнеү. □ Увлекаться, любить. Уҡырға яратыу. В Зарифа, тороп, дуҫы Гөлкәйҙец ҡул эше яратмауын һөйләне.
3. Биишева.
5. Ниндәйҙер шартҡа ҡулайлашҡан булыу (хайуандар, уҫемлектәр һ. б. тураһында). □ Любить (о животных, растениях). Картуф дым ярата. Ҡарбуз-ҡауындар йылы ярата, шуға улар йылы яҡта ғына уҫә.
ЯРАТЫУ II (ярат-) (Р.: создавать; И.: create; T.: yaratmak) ҡ.
Барлыҡҡа килтереү, тыуҙырыу, тормошта бар итеү. □ Создавать, творить (человеческий род). // Создание, творение. ■ Ҡалай төрлө-төрлө итеп яратҡан Аллаһы Тәғәлә ер йөҙөндәгеләрҙе! Ф. Аҡбулатова. • Ҡатайҙы дауға яратҡан, бөрйәнде яуға яратҡан. Әйтем.
ЯРАТЫУ III (ярат-) (Р.: готовить (лошадь к скачкам) особенным уходом; И.: ready a horse for races; T.: atı hazırlamak) ҡ.
Туҡлыҡлы аҙыҡ ашатып, махсус рәүештә тәрбиәләп, кәүҙәһен еңеләйтеп атты ярышҡа, бәйгегә әҙерләү. □ Готовить (лошадь к скачкам) особенным уходом, разминать.// Разминка. Ҡола ҡашҡаны бәйгегә яратыу.
ЯРАТЫУ IV (ярат-) (Р.: подбирать; И.: adjust (to); T.: seçmek) ҡ.
Ярарлыҡ итеп килештереү, тап килтереү. □ Подбирать, подгонять. Кулдәккә галстук яратыу. Кейемгә мунсаҡ яратыу.
ЯРАТЫУСАН (Р.: любящий; И.: fond of; T.: düşkün) с.
Нимәгәлер һәүәҫ булған, яратҡан. □ Любящий, имеющий склонность (пристрастие) к чему-л. М Рәшиҙә, ғөмумән, ошондай тынлыҡта эшләргә, уйланырға яратыусан. Ғ. Аллаяров. Нурия — көлкө хәбәр әйтергә һәм уҙе лә ихлас куцелдән көлөргә яратыусан йәш ҡатын. Н. Мусин. Шофёр юлда йөрөгәндә бик һөйләшергә яратыусан кеше булһа ла, башҡаса төпсөнөп тороуҙы нисектер килештермәне. Ф. Әсәнов.
ЯРАТЫУСЫ I с. ҡар. яратыусан. ■ Һыуға башын сумдырып йөҙөргә яратыусы ҡондоҙҙар ҡойроҡ ярҙамында башын һыуҙан саҡ ҡына сығара ла тирә-йунде куҙәтә. Т. Ғәниева. Яҡшы аттарҙы, затлы ҡоралды яратыусы, һил холоҡло, ләкин кәрәк саҡта ҡурҡыу белмәҫ яусыл халыҡ икән бәдәуиҙәр. Ә. Хәкимов. Шиғри куцелле, йырҙар, бәйеттәр сығарырға яратыусы Ғәлим уҙенец ауылдаштарын берәм-берәм куҙ алдына баҫтырҙы. Ф. Чанышева.
ЯРАТЫУСЫ II (Р.: любитель чего', И.: amateur; T.: seven) и.
Нимәнелер үҙ итеп, ныҡ яҡын күреүсе кеше. □ Любитель чего. Шахмат яратыусылар клубы. Халыҡ йыры яратыусылар. М Тамаша ҡылырға яратыусылар әле бер урында мәргәндәрҙец сәпкә уҡ атыу ярышын куҙәтә. Ғ. Хөсәйенов. [Поэзовский] ҡуйын дәфтәрен сығарып, бер-ике юл һыҙғыланы ла, йыртып алып, улеп шиғыр яратыусыға тотторҙо. Й. Солтанов.
512