ЯРАУАЙЛАШТЫРЫУ
ЯРАТЫУСЫ III (Р.: создатель; И.: creator; T.: yaratıcı) и.
Барлыҡҡа килтереүсе, тыуҙырыусы. □ Создатель, творец. Донъяны яратыусы. Бар ғаләмде яратыусы.
ЯРАТЫШЫУ (яратыш-) ҡ. урт. ҡар. яратыу I, 3. взаимн. от яратыу I, 3. ■ Уралбай менән Һылыубикә бала саҡтан уҡ бер-береһенә ҡатнашып уйнаған, яратышҡан. Хикәйәттән. Яратышҡан егеттәр, ҡыҙҙар осрашҡан теге ҡарт ҡайындың уҙе тугел, хәҙер төпһәһе лә юҡ, тирә-яғындағы эре-эре таштар ҙа куренмәй - өй нигеҙен ҡороуға ташып алғандарҙыр. Т. Ғиниәтуллин. Яратышып өйләнгән парҙар бер-береһен ҡаҡмай-һуҡмай ул. X. Зарипов.
ЯРАУ I (яра-) (Р.: годиться; И.: pass (for); T.: yaramak) ҡ.
1. Ниндәйҙер маҡсатҡа, эшкә файҙаланыу өсөн яраҡлы булыу, билдәле бер талапҡа яуап биреү. □ Годиться, быть годным, пригодным на что-л., к чему-л. // Годность, пригодность. ■ Рәмзил уға [Хәмиткә] ҡарап фекер йөрөттө: «Был хәструш йомош утәргә ярап торор, ахыры». Д. Бүләков. Хәрби хеҙмәткә ярап етмәуселәр бөтәһе лә Уралмаш ҡарамағына кусерелә икән. Р. Ғабдрахманов. Сәлим киткәс, Рәҡиәнең гармун уйнай белеуе лә ярап ҡуйҙы. И. Ғиззәтуллин. • Бөгөнгө аҡыл иртәгәгә ярамай. Мәҡәл. Йорттағы уй юлға ярамай. Әйтем.
2. Таман булыу, тап килеү. □ Соответствовать, подходить, совпадать. // Соответствие (по размеру, по качеству и т. п.). ■ Радмир коридорға куҙ һалып алды ла, кеҫәһенән асҡыстар сығарып, бер нисәһен, самалап, тышҡы ишеккә кейҙереп ҡарағайны, берәуе ысынлап яраны ла ҡуйҙы. Р. Байбулатов.
3. Эшең, ҡылығың менән кемгәлер хуш килеү; оҡшау. □ Угодничать, угодить, заискивать. // Угодливость, заискивание. ■ Һылыулыҡ та менән ярамайҙар, ҡуштан булыу менән ярайҙар. Халыҡ йырынан. Бәғзе берәуҙәр ҡатылыҡты, уҫаллыҡты ғына аңлай, уға яҡшылыҡ менән ярап булмай. Р. Камал. [Брагин] турәләргә ярап, йылыраҡ урынға урләгән. Ғ. Хөсәйенов. •
Биргән бейгә яраған, бирмәгән кемгә яраған. Әйтем. Тура әйткән туғанына ярамаған. Әйтем. Көйһөҙ кейәугә ай ҙа ярамай, көн дә ярамай. Әйтем.
ЯРАУ II (Р.: забота; И.: care; T.: özen) и.
Нимәнелер булдырыу, әҙерләүгә бәйле эш, мәшәҡәт, хәстәр. □ Забота. Юл ярауы куреу. М Туйҙы тиҙ булдырыу өсөн туй ярауын курә башланылар. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ЯРАУ III (Р.: нужда, естественная надобность; И.: the call of nature; T.: doğanın çağrısı) и.
Тәбиғи йомош; хәжәт. □ Нужда, естественная надобность. ■ Иҫе яңылышҡанда, [Баяндың] әсәһе кейем-һалымын ғына тугел, юрған-тушәкте, хатта карауат янындағы стенаны уҙ ярауына буяп бөтә. 3. Ҡаҙаҡбаева.
ЯРАУ IV (Р.: тренированный; И.: trained; T.: eğitilmiş) с.
Яуға, бәйгегә һ. б. ярарлыҡ итеп махсус рәүештә әҙерләнгән, тәрбиәләнгән; яратылған (III). □ Тренированный, подготовленный к скачкам, походам и т. п. (о конях). М Яҙ ебәреп, көҙ менгән яҡшы ярау байҙа бар. Ҡобайырҙан. Аҡтау артынан ярау аттарға атланған ике ҙур төркөм баҫҡынсылар килеп сыҡмаһынмы! «Ҡуҙыйкүрпәс». Арыҫлан батыр уҙенең байтаҡ ҡына кешеһен, тирә-яҡтағы уҙ йоғонтоһонда булғандарҙы ярау аттарға атландырҙы. Ғ. Ибраһимов.
ЯРАУ АЙ [рус. яровой] с. ҡар. яҙғы 2. ■ Маҡсатҡа ярашлы хеҙмәт һөҙөмтәһендә йомшаҡ бойҙайҙың «биора-2» тигән яңы сорты, картуфтың, ҡаты бойҙайҙың, яра-уайҙың бер нисә төрө булдырылған. «Башҡортостан», 17 декабрь 2016.
ЯРАУАЙЛАШТЫРЫУ (ярауайлаштыр-) (Р.: яровизировать; И.: jarovize; Т.: yarovize) ҡ. а. х.
Сығышын һәм үҫешен яҡшыртыу өсөн орлоҡто сәсер алдынан эшкәртеү. □ Яровизировать. Ярауайлаштырып сәсеу. Орлоҡто ярауайлаштырыу. ■ Ырҙын мөдире Миһран ҡартты иген ярауайлаштырырға, орлоҡ ағыулау эшенә киләһе аҙнанан уҡ ҡуйырға ваҡыт. Р. Өмөтбаев.
513