Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 514 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯРАУКА
ЯР АУ К А с. диал. ҡар. ярамһаҡ I. Яраука килен. Яраука кеше. Яраука хеҙмәткәр.
ЯРАУ ҠЫУЫҒЫ (Р.: мочевой пузырь; И.: urocyst; T.: sidikkavuğu) и. диал. ҡар. бәүел ҡыуығы.
Кеше һәм хайуандарҙа бәүел йыйыла торған тоҡсай һымаҡ эске ағза. □ Мочевой пузырь. Ярау ҡыуығы елһенеу. Ярау ҡыуығы шешеу. Ярау ҡыуығы сирҙәре.
ЯРА ҮЛӘНЕ и. диал. ҡар. юл япрағы. Яра уләне юлда уҫә. Яра уләнен өҙөп алыу. Яра уләне киптереу. Яра уләне йыйыу.
ЯРАШ (Р .: договор; И.: treaty; agreement; T.: anlaşma) и. диал.
1. Ниндәйҙер шарттар менән үҙ-ара килешкән, ярашҡан хәл һәм шуны нығытҡан ҡағыҙ; килешеү. □ Договор. Яраш төҙөу. Ярашҡа ҡул ҡуйыу.
2. һуғышты туҡтатыу тураһындағы килешеү; солох. □ Мирное соглашение. Ваҡытлы яраш. Яраш төҙөу. Яраш ҡағыҙы.
ЯРАШЛЫ (Р.: соответствующий чему-л:, И.: relevant to; T.: uyan) с.
Нимәгәлер тап килгән. □ Соответствующий чему-л. Тәбиғәт шарттарына ярашлы. Конституцияға ярашлы. Стандарттарға ярашлы. Ярашлы рәуештә. Ярашлы булыу. Ярашлы итеу. К Март урталарында уҡ әле Сәлим Мәхмутов, Шәрәфи Хәмитов кеуек ошо яҡтың арҙаҡлы кешеләре Мәркәз шура ҡарарҙарына ярашлы «Борай башҡорт кантонлығы» төҙөлөуен иғлан итәләр. Р. Байымов. Русландың һурәттәренән, ялан шарттарына ярашлы итеп, кургәҙмә лә ойошторҙо Мәҙинә. Т. Ғарипова. Көсөңә, ку-ңелеңә, булмышыңа ярашлы эш-һөнәр һайлай алыуҙан ыңғайлы һәм уңайлы тормош, эш-һөнәр юлы башлана. Ғ. Хөсәйенов.
ЯРАШЛЫЛЫҠ (ярашлылығы) (Р.: соответствие; И.: correspondence, accordance; T.: uygunluk) и.
Нимәгәлер тап килгәнлек, ярашыу. □ Соответствие, гармония. Формаль яраш-лылыҡ. Өндәрҙең ярашлылығы. Н Комиссия бизнес-проектты бер нисә ай ҡарай һәм 10 көн эсендә килешеу төҙөуҙең маҡсатҡа ярашлылығы тураһында тәҡдим әҙерләй. «Башҡортостан», 23 август 2013.
ЯРАШ ТУЙЫ (Р.: сговор; И.: matching smb (up with); T.: kız isteme) и. этн. ҡар. ҡыҙ әйттереү.
Ҡыҙҙы алыу-биреү тураһында һөйләшеү, һөйләшеп килешеү өсөн ҡыҙҙың ата-әсәһенә яусы ебәреү йолаһы. □ Сговор, обряд сватанья. ■ Өс аҙна эсендә ҡалым әҙерләнеп, фәлән-фәлән көндө шунса ҡунаҡ яраш туйына йыйынабыҙ, тип ҡыҙ йортона алдан хәбәр ебәрелде. Ғ. Хөсәйенов.
ЯРАШТЫРЫЛЫУ (яраштырыл-) ҡ. төш. ҡар. яраштырыу I, II. страд, от яраштырыу I, II. Яраштырылған аш. Аш яраштырылды. ■ Сит ил эштәре министр-лығының белдереуендә әйтелгәнсә, берекмә илдәре вәкилдәренең бәйләнештәр графигы ла яраштырылды. «Башҡортостан», 10 март 2015.
ЯРАШТЫРЫУ I (яраштыр-) (Р.: мирить; И.: reconcile; T.: uzlaştırmak) ҡ.
1. Боҙолошҡан, үпкәләшкән кешеләрҙе килештереү. □ Мирить, примирять. // Примирение. Үҙ-ара яраштырыу. ■ Ике асыулы бергә килһә, яраштырған һары бал, ике сәсән бергә килһә, һайраштырған һары бал. Ҡобайырҙан. • Бар яраштырыр, юҡ талаштырыр. Әйтем.
2. Тап килтереү. □ Согласовывать. ■ Быға тиклем һиҙә ине Юламан: әлегә ул рухи донъяһы менән матди донъяны яраштырып, бер рәттән алып бара. Г. Ғиззәтуллина.
ЯРАШТЫРЫУ II (яраштыр ) (Р.: готовить, приготовить; И.: cook; T.: yemek yapmak) ҡ.
1. Тәрбиәләп, бешереп әҙерләү (аш-һыуға ҡарата). □ Готовить, приготовить (о еде). Аш яраштырыу. Тамаҡҡа яраштырыу. Ашарға яраштырыу. ■ Ҙур өйҙөң ҡунаҡ булмәһенең турендә губернатор килһә тип ҡуйылған ҙур өҫтәл артында Колой ашыҡмай ғына ашнаҡсылар яраштырып биргән ашты ашай ине. С. Ильясов. Боҫмаҡ яҡ -аш-һыу яраштыра торған мейес-усаҡ алды -айбарлы ситса шаршау менән буленгән. Й. Солтанов. Гөльямал йугереп йөрөп аш яраштырҙы. Я. Хамматов.
514